Матур йәшәү маҡсаты11.04.2012
Ғәлиә апай менән Сәлимйән ағай Рәхмәтуллиндар йәшәгән йорт Малаяҙҙа әллә ҡайҙан балҡып ултыра. Семәрләп эшләнгән биҙәге, йылмайып торған тәҙрә рамдары был йортта алтын ҡуллы оҫта йәшәгәненә ишаралай.
Хужабикә Ғәлиә Ғәфүр ҡыҙының тырышлығы менән йорт тирәһе иртә яҙҙан һалҡын көҙгә тиклем гөл-сәскәгә күмелә. Ниндәй генә сәскә, йәшелсә, еләк-емеш үҫтермәй улар баҡсаларында. Ҡарағаттың, крыжовниктың, сейәнең, алмағастың бер нисә сорты, груша, һырғанаҡ, айыу баланы мул уңыш бирә. Эргәлә генә уңған хужалар бал ҡорттары үрсетә. Йыл әйләнәһенә өҫтәлдәренән хуш еҫле бал өҙөлмәй.
Улар икеһе лә Ташауылда тыуып үҫкән. Сәлимйән ағайҙы яҙмыш елдәре тәүҙә Ташкент ҡалаһына илтә. Унда 24 йыл йәшәй. Тормош ҡора, ике ул үҫтерә. Тормош юлдашы вафат булғас, тыуған яғына ҡайта, ауылдашы Ғәлиә Ғәфүр ҡыҙын осрата. Ул саҡта Ғәлиә апай Урмантауҙа почтальон булып эшләй. Уның да хәләл ефете донъя ҡуйған була. Ике ҡыҙы, тормош ҡороп, ейәндәр ҙә бүләк иткән Ғәлиә апайға.
Күп тә үтмәй, ике ауылдаш Малаяҙҙа матур итеп йорт һалып йәшәй башлай. Бергә татыу ғүмер иткәндәренә лә тиҙҙән 20 йыл тула.
Сәлимйән ағайҙың балта оҫтаһы икәнен районда яҡшы беләләр. Ни генә башҡармай уның оҫта ҡулдары! Тәҙрә рамдары, ултырғыс, өҫтәл, гөл һауыттары — бөтәһе лә ҡабатланмаҫ биҙәк менән семәрләп эшләнгән. Һандыҡ, көйәнтә лә эшләп һатыуға сығара.
Ә бына уның бик оҫта ашнаҡсы икәнлеген күптәр белмәйҙер ҙә әле. Оҙаҡ йылдар Үзбәкстанда йәшәгәс, машауха, мастава, былау, шурпа кеүек үзбәк ризыҡтарын бик тәмле итеп әҙерләй. Шуға ла туй, ҙур ҡунаҡ үткәргәндә, Сәлимйән ағайҙан ошо татлы ризыҡтарҙы халыҡ заказ буйынса ла бешертә.
Ғәлиә апай ҙа тәбиғәт ҡосағында булырға, төрлө үлән йыйырға ярата. Диван, ултырғыс япмаларын бар күңелен һалып бәйләй. Өйҙәре ул үҫтергән аллы-гөллө гөлдәрҙән нурға күмелеп ултыра.
“Йәй буйы яланда еләк, төрлө үлән, бәшмәк йыябыҙ”, — ти улар. Шуға ла өҫтәлдәрендә — ҡайнатманың 10–15 төрө. Баҙ тулы — тоҙло ҡыяр, помидор, кәбеҫтә, бәшмәк, төрлө туҡлыҡлы салаттар...
Матурлыҡҡа ынтылып, халыҡ ижадының яҡты өлгөләрен ҡул эштәрендә сағылдырып, тирә-йүндәгеләргә яҡшылыҡ өләшеп йәшәй Сәлимйән ағай менән Ғәлиә апай. “Сәләмәтлек — ҙур байлыҡ”, — ти улар. Сәлимйән Сәғәҙи улы ҡыш буйы саңғыла урман-ҡырҙарҙы ҡыҙыра. Районда үткәрелгән ярыштарҙа бары тик призлы урындарҙы яулай.
Ирина НУРИЕВА.
Салауат районы.


Вернуться назад