Мин ни өсөн “Башҡортостан” гәзитен алдырам?20.07.2017
Мин ни өсөн “Башҡортостан” гәзитен алдырам?
Ринат КАМАЛ,
яҙыусы, Салауат Юлаев премияһы лауреаты:

– Беҙ кескәйҙән “Башҡорт­остан пионеры” гәзитен уҡып үҫтек. Иҫемдә, 3-сө класта уҡы­ғанда баҫма өйгә килде. Атай-әсәйем яҙҙырғайны. Әлегеләй күҙ алдымда: өҫтәлгә гәзитте йәйеп һалып ҡуйҙым. Эй, ул матур, эй, унда ҡыҙыҡ әйберҙәр яҙғандар! Матбуғат менән дуҫлығым шунан башланды. Атайым Әлтәф Мәскәүҙә сыҡҡан гәзиттәрҙе уҡый ине. Ул ваҡытта бөтә Дыуан-Мәсетле ауылы гәзит-журналдар алдырҙы, шул да тәьҫир иткәндер. 1968 йылда “Совет Башҡорт­останы”нда тәүге мәҡәләм баҫылды. Миңә 14 йәштә була инде. Хәҙер нисәмә йыл төп баҫмабыҙҙан айырылған юҡ.

“Башҡортостан”ды ниңә алдырам? Ул көн дә илебеҙҙең тын алышы менән таныштыра, үҙемде уның гражданы йәки бер өлөшө итеп тоям. Хәҙерге Рәсәй гәзиттәрен дә уҡып ҡарайым... Улар барыбер ят, улар әллә нимә яҙа, ә “Башҡортостан”да минең халҡым, уның ул-ҡыҙҙары, уларҙың эштәре, милли кәсептәре, уй-тойғолары сағыла.
“Башҡортостан”да беҙҙең уй-хыялдарыбыҙ, халҡыбыҙҙың киләсәге тураһында фекерҙәр яҙыла. Аҡыллыларҙан берәү, гәзит – ул коллектив ойоштороусы, тигән. Большевиктарҙың “Искра”һы партияны еңеүгә килтергән.
... Әгәр ҙә мин гәзитте уҡы­маһам, һуҡыр, һаңғырау кешегә әйләнәсәкмен, бер өйгә бик­ләнеп, бер ни белмәй, ишетмәй ултырасаҡмын. Илем­де, уның кешеләрен, унда минең яҡын­дарым-туғандарым да бар – уларҙың нимә эшләгәндәрен белмәйәсәкмен. Ә бер кемдең дә һуҡыр, һаңғырау булғыһы килмәй бит.
Ҡәрҙәштәр! Һуҡыр, һаңғырау, тере күҙ көйөгө булмайыҡ...
* * *
Ғәлиә РӘЖӘПОВА, хаҡлы ялда:
– Ауылда йәшәп тә район гәзитен алдырмаусыларға аптырайым, унан бигерәк Башҡорт­останыбыҙҙың йөрәк тибешен тойоу өсөн республика баҫма­ларына яҙылыу ныҡ отошло. Шәхсән миңә ҡалһа, “районка” ла, “Башҡортостан” гәзите һәм тағы бер нисәү йыл да өҫтәлемдә.
Беренсенән, әҙәм балаһы фекер йөрөтөүҙән һәм уҡыуҙан туҡтаһа, йәшәйештең ҡыҙығы ла ҡалмаҫ ине. Әхлаҡилыҡ, тәрбиә мәсьәләләре, ғилемгә ынтылыш, рухи ҡиммәттәр кеүек уйланды­рырлыҡ аналитик мәҡәләләр әҙерләп баҫ­тырған хәбәрселәргә маҡтауҙан башҡа ни әйтәһең!? Һәр береһе яҡтылыҡҡа һәм яҡшылыҡҡа саҡыра. Әле шәжәрә байрамдары йыш уҙғарыла – ошо һүрәтләмәләрҙе бик ҡыҙыҡ­һынып уҡыйым, хатта таныш­һындар өсөн күршеләремә алып инәм. Әйткәндәй, Хөсәйен Әхмәтов, Рәшиҙә Туйсина, Нәбиулла Мөстә­ҡимов ише күренекле сәнғәт әһелдәре, Рифҡәт Абдуллин һымаҡ билдәле педагог һәм башҡа танылған шәхестәрҙе донъяға сығарған Сыңғыҙ ауылында ла Туйсиндарҙың шәжәрә байрамы иртәгә көтөлә.
Икенсенән, нәҡ һеҙҙең гә­зиттә тыуған яғым Баймаҡ районы тураһында баҫылған мәҡә­ләләрҙе көтөп алам, шу­лай уҡ һәр береһе кәш­тәмдең түрендә урын алған. Ысынлап та, мәғрур Ирәндек тауы, көмөш­тәй күренгән Талҡаҫ күле, мул һыулы Һаҡмар йылғаһы, мөғжизәгә тиң Ғәҙелша шарла­уығы кемдәрҙе генә үҙенә тартмағандыр – ошолар тураһында яҙыу­сыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Шул уҡ ваҡытта ауылдар тарихын, ауыл кешеләрен йыш биреү ябай халыҡҡа яҡын икәнлегегеҙҙе күрһәтә. Яратҡан шағирәм Кәтибә Кинйәбулатова шиғырынан бер өҙөк килтермәһәм, фекерем тулы булмаҫ һымаҡ:
Тәбиғәттә барыһы ла ысын,
Тәбиғәттең булмай ялғаны...


Вернуться назад