Быйылғы алты ай эсендә Башҡортостан буйынса суд приставтары идаралығы хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеге, ғәҙәттәгесә, суд барышында тәртип булдырыу, суд һәм башҡа вәкәләтле органдарҙың ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуға ҡайтып ҡалды. Йыл башынан Рәсәйҙең Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәтенә 1,4 миллион башҡарыу ҡағыҙы килгән, шуларҙың 600-ҙән ашыуы тамамланған. Республиканың суд приставтары тарафынан 7,7 миллиард һум бурыс ҡайтарылған. Былтырғы һандар менән сағыштырғанда, 1,6 тапҡырға күберәк.
Башҡортостан Рәсәй Федерацияһындағы идаралыҡтар араһында эш күләмен атҡарыу күрһәткесе буйынса етенсе урында килә. Республика ҡаҙнаһына 2 миллиард 50 миллион һум аҡса күсерелгән.
– Был һанға өлгәшеү беҙҙең генә хеҙмәт емеше түгел. Бөтөн көс структуралары һәм ведомстволар менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Һалым хеҙмәте һәм суд приставтарының бергә үткәргән рейдтары даими сараға әүерелде. Һалым хеҙмәте сығарған ҡарарҙар һәм суд акттары нигеҙендә 800 миллион һумлыҡ мөлкәт ҡулға алынған. Артабан был эште тағы ла әүҙемләштерәсәкбеҙ. ЮХХДИ менән берлектә үткәргән рейдтар ҙа үҙенең һөҙөмтәһен күрһәтте, – тип билдәләне Башҡортостандың Баш суд приставы Илнур Мәхмүтов.
ЮХХДИ менән тығыҙ хеҙмәттәшлек һандарҙа аныҡ сағыла. Ике хеҙмәт тә иҫерек килеш рулгә ултырған водителдәргә ҡаршы көрәшә. Штраф күләме 10 мең һумдан артып киткәндәр ҙә ҡәләм аҫтына эләгә. Ошо ярты йылда ғына бурыслы 1700 водителдең мөлкәтенә арест һалынған, башлыса был автомобилдәр. Уларҙың хаҡы 51 миллион һумдан ашып киткән. Водителдәрҙең барыһы ла тиерлек Рәсәй сиген сығыуҙан мәхрүм ителгән. Был бик һөҙөмтәле сара икәнен суд приставтары күптән дәлилләне, сөнки сит илгә юл ябылыу менән һәр дүртенсе кеше штрафын тиҙ арала түләп ҡуя икән.
Замана еле – кредиттар. Суд приставтары коллекторҙарҙың эшмәкәрлеге менән дә көн һайын эш итә. Әлеге мәлдә кредит буйынса 1,8 миллиард һумлыҡ бурысты ҡайтарыуға өлгәшелгән. Шулай ҙа бурыстың дөйөм күләме лә ярайһы ҙур ғына: 29 миллиард һум тәшкил итә. Коллекторҙар мәсьәләһенә килгәндә, республикала бындай эштәр әллә ни күп түгел. Суд приставтарына ошо алты ай эсендә 130 ғариза килгән.
Бәлиғ булмағандар мәсьәләһенә суд приставтары үҙ эшендә айырыуса иғтибарлы, сөнки был көнүҙәк мәсьәлә балаларҙың хоҡуҡтарына һәм киләсәгенә бәйле. Алименттарға ҡағылған 22 мең башҡарыу ҡағыҙы теркәлгән, 180 миллион һумлыҡ алиментты ҡайтарыуға өлгәшелгән. Балаһы алдында ваҡытында бурысын үтәмәгән 900 “кәкүк”кә ҡаршы енәйәт эше ҡуҙғатылған, һәр илленсенең мөлкәтенә арест һалынған, һәр икенсеһе Рәсәй сиген сыға алмай. Бындай саралар һөҙөмтәһендә 5 миллионлыҡ бурыс ҡайтарылған, 439 башҡарыу производствоһы тамамланған. Әйткәндәй, закондағы яңы үҙгәрештәргә ярашлы, кеше күп йөрөгән урындарҙа эҙәрлекләү иғлан ителгән 120 бурыслының фотоһын элгәндәр. Кеше үҙе суд приставтарына килеп күренгәс кенә, уны был алтаҡтанан алып ташлаясаҡтар.
Сарала телгә алынған тағы ла бер мәсьәлә коммуналь-торлаҡ хужалыҡтары алдындағы бурысҡа ҡайтып ҡалды. Был йәһәттән 13 мең башҡарыу производствоһы менән эш иткәндәр, бурыстың күләме 570 миллион һумға еткән. Бөгөнгә, килтерелгән һандарға ярашлы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ алдында 18 мең кешенең бурысы бар, үтестең дөйөм һаны – 750 миллион һум. Әле бурыстың 400 миллион һумын ҡайтарғандар. Бурыслылар Өфө, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Салауат ҡалаларында һәм Шишмә, Илеш, Ҡырмыҫҡалы районында күберәк теркәлгән. Быны иҫәпкә алып, идаралыҡ был йүнәлештә ныҡлы эшләргә иҫәп тота.