Ашығыс ярҙам хеҙмәте яңыра21.07.2017
Башҡортостанда Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ашығыс медицина ярҙамын саҡырыуҙың Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтен ойоштороу йәһәтенән күләмле проектты тормошҡа ашыра. Бының өсөн Өфөләге ашығыс медицина ярҙамы һәм фажиғәләр медицинаһы станцияһы нигеҙендә Ярҙамға саҡырыуҙы эшкәртеү үҙәге төҙөлә.
Әле үҙәк тест режимында эшләй. Иң элек Өфө ҡалаһын һәм районын йәлеп итеү, киләһе йылдан бындай хеҙмәтте бөтә республикаға таратыу күҙаллана. Белгестәр әйтеүенсә, үҙәктән идара итеү иҫәбенә пациенттарҙы дауаханаға килтереүҙең һөҙөмтәлелеге тәьмин ителәсәк. Республика картаһында онлайн тәртибендә медицина ярҙамы машиналарының хәрәкәте, тиҙлеге һәм башҡа күрһәткестәре күрһәтелә. Ашығыс һәм кисектергеһеҙ медицина ярҙамы күрһәткән транспорт сараларының барыһы ла ГЛОНАСС аппарат комплекстары менән йыһазландырылған. Программа уны файҙаланыу һөҙөмтәлелеген арттырыу, бригаданың урынға барыу ваҡытын ҡыҫҡартыу, зыян күреүселәрҙе ваҡытында дауаханаға килтереү мөмкинлеген бирә.
Әйткәндәй, “Ашығыс ярҙам” бригадалары махсус планшеттар менән тәьмин ителә. Улар ярҙамында табиптар ярҙамға саҡырыусы тураһында тейешле мәғлүмәт алыу мөмкинлегенә эйә, медицина картаһын ҡулдан тултырыуҙан азат ителә, пациенттың электрон медицина картаһындағы мәғлүмәт менән таныша ала.