Нәҫелдәрҙе барлар мәл21.07.2017
Нәҫелдәрҙе барлар мәл... Елеккә үтеп инерлек ел. Күкте баҫып алған яҫтыҡтай, болоттар бына илайым, бына илайым тип ҡурҡыта. Хәйер, бер бөгөн генәме ни, яҙҙың ҡаҡы тәмен, йәйҙең еләк еҫен тоя алмай йыл үтеп бара бит. Шуға ҡарамаҫтан, ауыл халҡы, аяҙ мәлдәрҙе урлап ҡына тигәндәй, баҡса-баҫыуҙарҙа сәсеү-утау эштәрен тамамларға өлгөрҙө. Йоланы йола итеп, хәҙер бесән алдынан яланда ауылдаштар менән осрашаһы, бергәләп мул уңыш теләйһе һәм, әлбиттә, тирә-йүнгә моң яңғыратып йырлап-бейеп алаһы ҡалды. Машалла-машалла, тирмә биҙәлгән, ҡорбан салынып, ҡаҙандар аҫылған, келәмдәр йәйелгән, аттар егелгән. Байрам репортажына елдерәбеҙ.

Эшләй ҙә,
ял да итә беләләр


Йылдағыса әрметтәр ҙә был йоланан ситтә түгел. Өҫтәрәк телгә алып үткән елеккә үтеп инерлек елде йыра-йыра Әрмет йылғаһының Егенгә ҡушылған тамағы яғына табан атлайбыҙ. Бәхетленең байрамы бергә, ти халыҡ, бында бөгөн ауыл һабантуйы, шәжәрә байрамы йәйелгән, ауылдаштар бер-береһенә “Һаумыһығыҙ!” тип өндәшергә ашыға. Байрамға ҡот теләп, иң беренсе булып сәхнәгә ауыл имамы Зиннур Ҡунафин күтәрелде.
Нәҫелдәрҙе барлар мәл– Бисмилләһи рахмани рәхим. Хөрмәтле ауылдаштар! Иншаллаһ, бына йәнә ҙур үә мәртәбәле сараға йыйылдыҡ, – тип һүҙ башланы ул. – Ауылыбыҙҙың тарихы бай, бөгөнгөһө ғәйәт матур, бигерәк тә халҡыбыҙҙың иманға ҡайтыуы ҡыуандыра. Бәхетле булып йәшәү өсөн уңайлы шарттар бар, ошоларҙың ҡәҙерен белеп кенә көн итәһе ҡала, – тигән изге теләктәрен еткерҙе дин әһеле.
...Ошо мәл күктән тып-тып тамсылар тама. Юҡ, быныһы инде, әйтерһең дә, үҙәккә үткән ямғыр тамсылары түгел, ә фәрештәләр һибелә ергә! Шуғалырмы халыҡ палаткаларға, машиналарға, ҡыуаҡ араһына ҡасмай, ә сәхнә төбөнә һыйына. Яҡты өмөттәр бағлаған, шатлыҡҡа мансылған ауылдаштарын Әнүр Шаһиев тәбрикләй артабан:
– Ауылыбыҙ үҫешә, һәр урам һайын яңы йорттар ҡалҡа, балалар тыуа, тимәк, тормош дауам итә, – тип барлай ул тыуған төйәгенең йәшәйешен. – Һуңғы йылдарҙа ғына ла быны иҫбатларлыҡ күренештәр бихисап булды. Мәҫәлән, балалар мәктәпкә яңы асфальт юлдан барып инә, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проекты ярҙамында зыярат кәртәләнде, халыҡ берҙәм булып ауылды тәртиптә тота, – тип маҡтап телгә алды ҡулға-ҡул тотоношоп эшләгән һәм йәшәгән кешеләрҙе Әрмет ауылы биләмәһе башлығы.
...Көрәшеп-көрәшеп тә әрметтәрҙең байрам кәйефен боҙа алмаған ел, ахырыһы, еңелергә самалай – тынып ҡала. Ауыл ҡапҡаһы – Ҡаран тауы өҫтөндә ҡояш нурҙары сағылып ҡала. Ғәм халыҡ йәнә дәртләнеберәк китә. Ҡотлауҙар менән тажланып барған байрамға Түбәнге Әрмет мәктәбенең иң оҫта уҡыусылары ла ҡушыла. Ауылдаштар бейергә төшә, ҡул саба, йырлап та ала.
Ошондай дәртле һәм тырыш халыҡҡа һоҡланыуын белдереп, район депутаттары советы секретары Дамир Арыҫланов:
– Әрметтәр һәр саҡ эшләй ҙә, ял да итә белде. Быға бөгөн йәнә бер ҡат инандым, – тип билдәләй һәм, әйткәндәренә өҫтәп, изге теләктәр ҙә еткерә.
Район советы депутаты Николай Козырев иһә, үҙе ҙур ауыл хужалығы етәксеһе булараҡ, урындағы халыҡтың артабан да малдан һәм ер эшенән айырылмауын теләп сығыш яһай. Хәйер, был теләктең тормошҡа ашасағын ошо сарала уҡ күҙалларға булалыр – байрам урынынан йыраҡ түгел 100-ҙән ашыу һыйыр малы үлән утлай. Ә был ауылдың бер көтөүе генә әле! Шул уҡ һанды тәшкил иткән аттарҙы, фермаларҙағы һыйыр-һарыҡтарҙы иҫәпкә алғанда, халыҡтың малдарҙан айырылмаясағы көн кеүек асыҡ. Ер эше менән дә әүҙем шөғөлләнеүселәр бихисап – кемдер баҡса тултырып картуф ултырта, бәғзеләр иген һәм мал аҙығына сабып алыр өсөн гектарлап үлән сәсә. Шуныһы шатлыҡлы: Ҡайғолов, Сәлимов, Шаһиева һымаҡ фермерҙар үҙҙәрен генә түгел, ауылдаштарын да эш урыны менән тәьмин итә.

Сабый ауазын үҙ нигеҙендә яңғырата

Хәйер, тырышлыҡ мал үрсетеү һәм иген үҫтереүгә генә ҡайтып ҡалмай бит. Ауылдың бура бурау, өй һалып биреү менән шөғөлләнгән оҫталары, хатта бригадалары бар, һирәкләп булһа ла умарта тотоусылар билдәле. Ғөмүмән, халыҡ матур итеп донъя көтә бында. Ә ауыл халҡы мохтаж булған урындағы барлыҡ социаль объекттар ҙа ошо тормошҡа йәм һәм өмөт өҫтәй. Балаларға тәрбиәләнергә һәм уҡырға баҡса менән мәктәп, йырларға клуб, газ һәм электр энергияһы өсөн түләргә, гәзиткә яҙылырға почта, намаҙға йөрөргә мәсет, аҙыҡ-түлек алыр өсөн магазин – барыһы ла ошо ауылда бар бит. Мулла ағай әйтмешләй, ҡәҙерен белеп йәшәргә ҡала.
Өй һалыу тигәндән, ауылда һуңғы йылдарҙа ғына ла байтаҡ йорттар ҡалҡып сыҡты. Шуныһы ҡыуаныслы: уларҙың бер нисәһе дәүләт ярҙамы менән, атап әйткәндә, “Ауылдың социаль үҫеше” программаһы нигеҙендә күтәрелде. Йорт төҙөү бер, ҡоролған донъяны тәртиптә тоторға ла кәрәк бит әле. Байрамға йәм өҫтәп, күркәм йорттары өсөн бер нисә ғаилә бүләктәргә күмелде. Араларында, мәҫәлән, Гөлшат һәм Мөхәмәт Әбсәләмовтарға район кимәлендә “Өлгөлө шәхси ихата” конкурсы йомғаҡтары буйынса сертификат тапшырылды. Кешенең күңелен күтәрер өсөн күп кәрәкме ни, бүләкләнеүселәр рәхмәттәр әйтеп, артабан да донъяларын бөхтәлектә тоторға һүҙ бирҙе.
Матурлыҡ шулай тыныслыҡтан һәм хәүефһеҙлектән дә тора. Район, хатта республика кимәлендә конкурстарҙа яулаған еңеүҙәре өсөн ауылдың янғынға ҡаршы көрәшеүсе егеттәре лә тәбрикләнә ошо сәхнәлә.
Эйе, йорт күтәреүселәр күп Түбәнге һәм Үрге Әрметтә, иң мөһиме, ул нигеҙҙәр дача ролен генә башҡармаһын, тип теләргә ҡалалыр. Юҡһа хәҙер ҡупшы итеп биҙәлгән, ҙурлап төҙөлгән, әммә ат башындай тиерлек йоҙаҡ менән бикләнгән өйҙәрҙе һәр ауыл һайын осратырға мөмкин. Нисек кенә булмаһын, был ауылда тыуым бар, яңы ҡоролған нигеҙҙәрҙә ауазын яңғыратыр, ошо ерҙең һыуы менән ғөсөл ҡойондорорҙай сабыйҙар бар. Былтыр ғына ла бындай бәхет бер нисә ғаиләгә килде. Улар ҙа тантанаһыҙ ҡалманы. Тапшырылған бүләктән дә, Хоҙай биргән бүләктән дә йөҙҙәре болоттары таралып килгән көндө тағы ла яҡтыртып ебәрҙе уларҙың. Араларынан Айгөл менән Рифат Ширғәлиевтәр, мәҫәлән, күкрәктәренә инде дүртенсе сабыйҙарын күтәреп килгәйне: Алһыу, Руфина һәм Рәфискә иш булып былтыр уларҙың Айһылыу исемле ҡыҙҙары донъяға килгән. Бәхетле ғаилә Әсәлек капиталына йорт һатып алған, ғаилә башлығы вахта ысулы менән Себер тарафтарында мал тапһа, хужабикә балаларын баға. Тимәк, ауылдың киләсәге бар тигән һығымтаға килергә була, бындай шатлыҡлы йөҙҙәрҙе күреп.

Атаһы ла,
улы ла – ветеран


Эйе, Түбәнге һәм Үрге Әрметтең киләсәге өмөтлө, шул уҡ ваҡытта тамыры ла тәрән. Байрамдың икенсе өлөшөндә бер нәҫелдең дауамы булған Мозафаровтар һәм Йәһүҙиндәр үҙҙәренең шәжәрәһен барлағанда, һәр кем үҙ алдына яҡындарын, мәрхүм туғандарын һәм ата-бабаларын иҫенә төшөргәндер, доға ҡылғандыр.
Был нәҫелдең олоно, ботаҡтары ауылда киң таралған бөгөн, шулай уҡ сит тарафтарҙа йәшәгәндәр ҙә күп. Кем Стәрлетамаҡтан, кем күрше ауылдан, ә кемдер Ҡазандан килеп еткәйне сараға. Әлбиттә, телмәр тотоусылар нәҫеленең һәр быуынын тығыҙ барлап сығырға тырышты. Һөйләгәндәрҙән бигерәк тә шуныһы тетрәндерҙе: ике фамилияны дауам итеүселәргә лә тормош һынауҙарын еткереп торған, әммә Йәһүҙиндәр ҙә, Мозафаровтар ҙа ауырлыҡтарҙы йыра алыусы нәҫел булып сыҡҡан. Хәҙер инде мәрхүм ирле-ҡатынлы Әсмә һәм Йәғәфәр Йәһүҙиндәр, мәҫәлән, икеһе лә һуғыш юлын үтә, икеһен дә Хоҙай инде үлдем, инде шартланым, инде аслыҡтан йығылдым тигәндә әжәлдән аралап ҡала. Бәхеттең тәмен, тормоштоң мәғәнәһен йәшләй төшөнгән ғаилә күп итеп балалар үҫтерә. Үкенескә ҡаршы, үҙҙәре тыныс тормош өсөн Бөйөк Ватан һуғышында күпме көс түкһәләр ҙә, балалары араларында йәнә һуғыш ғазабы татығандар бар – улдары Айрат Афған яуын үтә.
Көслө рухлы, тырыш был нәҫел йыр-моңға ла һәләтле. Ауылда ғына түгел, район кимәлендә лә ойошторолған смотр-конкурстар ғүмерен ауылды туҡтауһыҙ электр энергияһы менән тәьмин итеүгә арнаған Тәлғәт Мозафаровһыҙ үтмәй тиһәң дә булалыр. Был байрамда ла ул нәҫелдәштәренең, туғандарҙың ҡәҙерен белергә саҡырған йырҙы музыкаль яҡтан биҙәне.

Алға, туп артынан!

...Көн аяҙыта, ҡояш йылмая. Ямғыр әлегә сит тарафтарҙа ҡыҙыра. Байрамдың ҡыҙған мәле. Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы ярҙамында төҙөлгән уйын һәм спорт майҙансығында көс туплап өлгөргән йәштәр сыға алғы планға – яланда уйындар старт ала: кемдер йүгерә, икенселәр һикерә, бәғзеләр һауаға күтәрелгән тупҡа ырғый, ә майҙансыҡтар ситендә көйәрмәндәр ҡысҡырыуы һәм һыҙғырыуы:
– Ришат, һуҡ!
– Гөлнара, йүгер!
– Һикер, әйҙә, Руслан!
...Байрам финалы. Кемдер бер-береһе менән ғүмер буйына, кемдер биш, ун йыл күрешмәгән, кемдер кисә генә бергә өмәлә эшләгән, ҡунаҡҡа барған. Халыҡ ҡул бирешеп хушлаша, осрашҡан мәлдән дә нығыраҡ итеп ҡосаҡлаша, төркөм-төркөм булып ауыл яғына атлай, арттан машиналар төшөп алған. Байрам тамам. Алда йәнә эш көтә: берәүҙәр ҡайтыу менән трактор салғыһын йүнәтергә тотона, икенселәр яңы йортҡа нигеҙ ҡаҙый, бәғзеләр мал янына йүнәлә. Эш, тормош мәшәҡәте, шау-шыу...
Бер йыл үтер ҙә китер, йәнә нәҫелдәрҙе, уңғандарҙы, һәләтлеләрҙе барларға ваҡыт етер. Ә әлегә... Ә әлегә, үҙәккә үтерлек елдәр иҫмәһен, ҡара болоттар баҫмаһын, тип теләргә генә ҡала. Иң мөһиме – күңелдәрҙә...

Ишембай районы.


Вернуться назад