Алтын ҡуллы Ғәли11.04.2012
Алтын ҡуллы ҒәлиШулай тип йөрөтәләр Ғәли Әхмәтшинды Ҡаранйылға ауылында. Ҡулынан килмәгән эше юҡ уның: санаһын да, даданын да эшләй, дуғаһын да бөгә. Йәнә бер яратҡан шөғөлө бар оҫтаның: ағастан бынамын тигән матур ултырғыстар үреү.
Уларҙы нисегерәк яһауы тураһында һорағас, Ғәли ағай былай тип һөйләне:
— Ултырғысты, ғәҙәттә, муйыл һәм йыла ағасынан бөгөп эшләйҙәр. Шулай уҡ уларҙың төҙөн, ботаҡһыҙын һайлау хәйерле. Оҙонлоғо метр ярымлыҡ ағас ботаҡтарын ҡырҡып алып ҡайтҡас, тәүҙә ҡабығын әрсергә кәрәк. Әҙерәк киптергәндән һуң уларҙы бөгә башлайһың. Сыбыҡтар формаға килтерелгәс, бер-береһенә беркетәһең. Бер ултырғысҡа 150 грамм самаһы 30-лы йәки 40-лы ҡаҙау ҡулланыла. Ултыра торған урынын йоҡа ғына йыла ағасы менән ҡаплайһың. Артабан әҙер ултырғысты төҫһөҙ лак менән буярға ғына ҡала.
Хәҙер халыҡ ҡулдан, ағастан эшләнгән йыһаздарға өҫтөнлөк бирә. Шуға ла оҫтаның әйберҙәрен алырға теләүселәр күп.
А. ӘХМӘТОВ.
Ғафури районы.


Вернуться назад