Ирәмәлдең күп ҡырлы аҫыл ташы21.07.2017
Ирәмәлдең күп ҡырлы аҫыл ташы
Ҡасан беҙ һинең менән тәү тапҡыр осрашҡайныҡ әле? Теп-теүәл 53 йыл элек, Башҡорт дәүләт университетының дөйөм ятағы артындағы ыҡсым ғына баҡсалыҡта. Беҙ, бер төркөм абитуриент, башҡорт әҙәбиәтенән буласаҡ һынауға әҙерләнәбеҙ. Кемдер һорауҙарҙы уҡый, икенселәр яуап бирә. Әлбиттә, башҡалар белмәгән һорауҙарҙың күпселегенә төҫкә шундай һылыу, осҡон сәсеп торған ҙур һоро күҙле, сәстәрен ике толом итеп үреп төшөргән батыр ҡыҙ яуап бирә. Яуап биреп кенә ҡалмай, үҙ фекерен әйтеп, аңлатмалар биреп ҡуя. Ана шул тәүге танышыу мәлендә генә лә уның тыуған ауылы Науруз райондарында иң матур ауыл икәнлеген, унда үтә тырыш һәм егәрле халыҡ йәшәгәнлеген, “Байрамғол” тигән совхоздарында иҫ киткес “Ләйсән” бейеү ансамбле барлығын, моңло йырҙар, легендалар Яйыҡ һәм Ирәмәл яғында ижад ителгәнлеген, Учалы районынан бихисап күренекле кеше сыҡҡанлығын белеп өлгөрҙөм.

“Учалы Европа менән Азия киҫешкән ерҙә урынлашҡан, шуға күрә кешеләре талантлы, батыр, сәмле. Шуның өсөн дә рәссамдар, яҙыусылар килергә ашҡынып тора. Белгегеҙ килһә, Мостай Кәрим дә беҙҙә әллә нисә тапҡыр булып китте, күп кенә әҫәрҙәрен яҙҙы”, – ти ул ниндәйҙер бер эске ғорурлыҡ менән. (Әйткәндәй, мәшһүр шағир менән бала саҡтан башланған дуҫлыҡ әҙиптең баҡыйлыҡҡа күскәненә тиклем һаҡланасаҡ һәм ул Рәшиҙәне ...“минең ер йөҙөндәге иң тоғро дуҫым” тип атаясаҡ). Мин ғәжәп­ләнеп тә, сәйерһенеп тә уға ҡарайым. Ә ул, үҙенең әйткәндәрен тағы иҫбатла­ғандай, Мостай Кәримдең шиғырынан тасуири итеп өҙөк уҡып ҡуйҙы.
Ошо мәлдәрҙән дә күпме һыуҙар аҡты, һин дә Европа менән Азияны ғына түгел, Ер шарының төрлө ҡитғаларын арҡырыға-буйға үтеп, бөйөк шағир әйткән бәләкәй генә ҡырмыҫҡалай, үҙ йөгөңдө намыҫ, сәм, саялыҡ, тура һүҙлелек, ғәҙеллек менән тартып бараһың. Ҡайҙан бирелгән һуң һиңә был көслө сифаттар? Әлбиттә, үҙең ғорурланып һөйләгән ҡөҙрәтле тыуған яғыңдан, шундағы сәсән телле, моңло күңелле халҡыңдан, атаҡлы зат-ыры­уыңдан, халыҡ мәнфәғәте өсөн үҙҙәрен йәлләмәгән ата-әсәңдән! Шулар һалған рух ҡото һине көслө ихтыярлы, шул уҡ ваҡытта тәрән хисле, сәсән телле, илһөйәр һәм эшһөйәр, оло йөрәкле һәм ғорур итеп тәрбиәләгән. Шуның өсөн дә һин сал Ирәмәлдең ҡояшта мең төрлө нурланып балҡыр аҫыл ташы һымаҡһың. Һинең булмышыңды ла бер нисек тә асып бөтөрөп булмаясаҡ.
1964 йылдың иҫтә ҡалырлыҡ йәйе. Һынауҙар тамамланды. Башҡортостандың төрлө төбәктәренән йыйылған ҡыҙ һәм егеттәр бер ғаилә булып уҡыуҙы башлап ебәрҙек. Лекцияларҙан тыш ҡала менән танышабыҙ. Төркөмөбөҙҙөң етәксеһе Марат Хәләф улы Минһажетдинов беҙҙе музейҙарға алып бара, күренекле шәхестәр хаҡында һөйләй, төрлө осрашыуҙарға мотлаҡ йөрөүебеҙҙе талап итә. Шуларҙың береһе хәтеремдә бик ныҡ уйылып ҡалған. Был шиғыр кисәһе ине. Университеттың тантаналар залы тамашасы менән туп-тулы. Сәхнәгә ҡуйылған өҫтәлдәр янында беҙ белгән һәм әлегә белеп бөтмәгән шағирҙар ултыра. Араларында йәштәрҙең кумиры Рәми Ғарипов та бар. Һүҙ оҫталары трибунаға баҫып шиғырҙарын уҡый. Рәми ағайға ла сират етте. Шағир үҙенең йөрәккә үтерлек күкрәк тауышы менән яңы ғына тамамлаған “Табыныу” поэмаһынан өҙөк уҡый башланы. Зал шып-шым булды.Тик трибунала ултырған бер нисә шағир ғына берсә Рәми ағайға, берсә иң алғы рәттә ултырған университеттың ректоры менән партком секретарының йөҙҙәренә ҡарап, уларҙың реакцияһын күҙәтте.
Кемдер, ауыр көрһөнөп, башын түбән эйҙе. Ә һәр ваҡыт ҡояш һымаҡ балҡып йөрөгән Рәшиҙәнең сикәләре буйлап йәш аға. “Нимә булды? Ниңә илайһың?” тигән һорауыма: “Һуңынан әйтермен”, – тине лә күҙ йәштәрен һөрттө. Рәми ағайҙың сығышы көслө алҡыштар менән тамамланды.
“Минең әсәйемдең ҡыҙ фамилияһы – Мортазина. Муса Мортазин уның яҡын ғына ағаһы булған. Теге ваҡыт төркөм менән музейға барғанда, һеҙ уның Башҡортостан комсомолының 3-сө съезында делегат булып ҡатнашҡан саҡта төшкән фотоһын күргәйнегеҙ. Ул заманында Күбәләк-Тиләү улысының ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтен етәкләгән. Атайымды шул улысҡа 21 генә йәшендә башҡарма комитет рәйесе итеп ҡуйғандар. 1929 йылда улыстар бөтөрөлгәс, уны Свердловск ҡалаһындағы Урал-Ҡаҙағстан сәнәғәт академияһына уҡырға ебәргәндәр. Тик 3-сө курста уҡып йөрөгәнендә “халыҡ дошманы” Муса Мортазиндың кейәүе булғаны өсөн уҡыуҙан ҡыуалар һәм партия сафынан да сығаралар. Һөҙөмтәлә бергә уҡыған иптәше Сабир Ваһапов Өфөгә Башҡорт­остандың партия Өлкә комитетына эшкә ҡайтһа, атайым хөкөм ителеүҙән саҡ ҡотолоп, ауылына ҡасып ҡайта. Һуғыш йылдарынан һуң ғына атайыма тыуған ауылында колхозға етәкселек итергә рөхсәт бирәләр”, – тип кисәлә ниңә илауының сәбәбен аңлатып бирҙе Рәшиҙә. Шул кистә һәр саҡ йөҙөнән йылмайыу китмәгән әхирәтемдең күңел төбөндә мәңге уңалмаҫлыҡ тәрән яра һулҡылдағанын аңланым. Рәши­ҙәнең ошо ваҡиға­нан һуң бер ваҡытта ла илап ултырғанын күргә­нем булманы (Алдағы йылдар эсендә ул Муса Мор­тазиндың иң яҡын вариҫы булараҡ, данлы ҡәрҙәшенең исемен мәңге­ләштереү буйынса күп изге эш башҡарасаҡ. Шәхестең иҫән ҡалған ғаилә ағзаларына, Мәскәүҙә билдәле режиссер булып эшләгән Шәүрә Мортазинаға эскерһеҙ ярҙам итәсәк. Уларҙы һуңғы юлға ла ҡәҙерләп оҙатасаҡ. Муса Мортазин тураһындағы иҫтәлекле ҡомартҡыларҙы тыуған яғының музейына тапшырасаҡ).
1947 йылдың 19 июль таңында колхоз рәйесе Искәндәр Кәттәй улы Солтановтар ғаиләһендә лә оло ҡыуаныс. Дүрт малайҙан һуң ҡыҙ бала донъяға килә. Уға Рәшиҙә тип исем ҡушалар. Малайҙар, әсәләре колхоз эшенән ҡайтҡансы, бәләкәсте хәлдәренән килгәнсә ҡулдан-ҡулға төшөрмәй ҡарай. Илай башлаһа, арыш икмәген сәйнәп ауыҙына сепрәк ҡаптыралар, ҡанат менән генә ирендәренә һыу сылаталар. Ғәлимә апай, бәпәйҙе йүгерә һалып ҡайтып, бер-ике мәртәбә имеҙеп китә-китеүен, тик бала янында оҙаҡ ҡала алмай. Заманаһы ҡаты, етмәһә, түрә ҡатыны бит. Башҡаларға үрнәк булырға кәрәк. Ә атай кеше инде көнө-төнө эштә. Уның ҡасан тороп эшкә киткәнен, ҡасан өйгә ҡайтҡанын да күрмәй үҫә малайҙар. Рәшиҙәгә алты ай тигәндә ғаиләгә көтөлмәгән ҡайғы килә. Кемдеңдер ялған ошағы арҡаһында үҙ заманының алдынғы ҡарашлы, партия, төрлө хужалыҡ өлкәләрендә яуаплы вазифалар башҡар­ған Искәндәр Солтанов, нахаҡҡа ғәйеп­ләнеп, ҡулға алына һәм Белорет ҡалаһына оҙатыла. Унда уны заманында үҙе төрмәгә ултыртҡан бандиттар менән бер камерала тоталар. Ярты йылдан һуң 44 йәшлек ир-уҙаман билдәһеҙ сәбәптәр менән төрмәлә үлеп ҡала. Әлегәсә уның ҡайҙа ерләнгәне билдәһеҙ. Биш балалы йәш ҡатын Хоҙай аралауы арҡаһында бер ниндәй яҡсыһыҙ ултырып ҡала. Ҡайһы бер ауылдаш­тарының ҡырын-мырын ҡарап, һүҙ ҙә ҡушырға ҡурҡып йөрөүҙәренә лә, балаларына нимә ашатырға белмәй ғазап­ланған саҡтарында ла ул түҙергә тырыша. Үҙ йүнен үҙе күреп, колхоз эшендә ҡайнай, малайҙар ҙа ҡул араһына инеп әсәләренә донъя көтөшә. Тик бына йәшәп ятҡан йорттарының таяу менән генә саҡ емерелмәй тороуы йәнен рәнйетә. Ни эшләмәк кәрәк, алты кешенән торған ғаилә бәләкәй генә бер өйгә күсергә мәжбүр була. “Ҡайғырмағыҙ! Күңел етһә, урын етә ул. Үҙегеҙ үҫеп еткәс ҙур-ҙур йорттар һалып йәшәрһегеҙ әле, Алла бойорһа. Мин ултырырмын шунда әллә кем булып. Тырышып, сәмләнеп, белемгә эйә булып, хеҙмәт яратып йәшәргә тырышығыҙ. Атайығыҙға аслан тел тейҙертмәгеҙ. Заманында унан да шәп, зирәк кеше булманы, әле революцияға тиклем үк ола­та­йығыҙ уны Верхнеуралда урыҫ мәктәбендә уҡытҡан. “Дошман балаларыбыҙ” тип башығыҙҙы эйеп йөрөмәгеҙ, ни хәл итәһең, атайығыҙҙың маңлайына Хоҙай Тәғәләнең тәҡдире шулай яҙылған булғандыр. Асығабыҙ тип кешенән теләнселәмәгеҙ. Яйыҡҡа төшөгөҙ ҙә балыҡ тотоғоҙ. Бер эштән дә ҡурҡмағыҙ, эштән кеше үлмәй. Халыҡ менән бергә булығыҙ, кешегә үс һаҡламағыҙ”, – тиер ҙә инәйем моңло итеп йырлап ебәрер ине.
Мәктәп йылдарында уҡыу алдынғыһы, бөтә сараларҙы ла башлап, үҙе ойоштороп йөрөгән Рәшиҙә төрлө фәндәр менән дә ҡыҙыҡһына, тик әҙәбиәтте яҡыныраҡ күрә. Кисәләрҙә мәктәп сәхнәһенән яттан шағирҙарҙың шиғыр­ҙарын, драматург­тарҙың әҫәрҙәре­нән монологтар һөйләй. Әсәһенән өйрәнгән халыҡ һәм радионан отоп алған йырҙарҙы йырлап класташ­тарының һәм ауылдаш­тарының һөйөүен яулай. Мәктәп сәхнә­һендә ҡуйылған спектаклдәрҙә ҡатнаша.Ул артист булырға хыяллана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәктәпте тамамлаған йылы актерҙар бүлегенә ҡабул итеү булмай. Класс етәксеһенең кәңәшен тотоп, ул бер йылға икенсе бер уҡыу йортона инеп уҡып торорға ҡарар итә һәм документтарын БДУ-ның филология факультетының башҡорт-урыҫ бүлегенә тапшыра. Ни өсөн тигәндә, ул кемдәндер университетта студенттарҙың бик шәп драма түңәрәге эшләп килеүен ишеткән була. Уҡыу йортонда ойошторолған төрлө сараларҙың алып барыусыһы, мөхәббәт хаҡында төшөрөл­гән тәүге телефильмдың героиняһы ла, әлбиттә, ул. Етмәһә, уның ойоштора белеү һәләтен, әүҙемлеген күреп, университет профкомының һәм комсомол комитетының да эштәрен йөкмәтеп ҡуялар.
Дүртенсе курсты тамамлағас, Рәшиҙә үҙенең райондашы, һалдат хеҙмәтен тултырып ҡайтып, университетта уҡып йөрө­гән талантлы студент – Илдусҡа кейәүгә сыға, бер йылдан улдары Илдар тыуа.
Йәш әсә бер көнгә лә дәресен ҡалдырмайынса уҡыуын дауам итә, ҡайһы бер йәмәғәт эштәрен дә башҡара. Дөйөм ятаҡта кемгәлер урын етешмәгән, кемдер стипендияһыҙ ҡалған – барыһы ла уға мөрәжәғәт итә. Сөнки Рәшиҙә тотонһа, хәлдең уңышлы килеп сығырына барыһы ла ышана. Ул кешегә ярҙам итеп кенә ҡалмай, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, дөрөҫ кәңәшен дә бирә, танауы төшөп ултырғанды өмөтләндереп, дәртләндереп ебәрергә лә һәләтле. Уның университет буйынса аралашҡан дуҫтары, яҡташтары һәм фекерҙәштәре күп булды. Шуға ла әле 3-сө курста уҡып йөрөгән әүҙем Рәшиҙәнең Өлкә комитетының комсомол ойошмаһына ағза итеп һайланыуын беҙ ғәҙәти хәл итеп ҡабул иттек.
Университетты тамамлауға Рәшиҙә Солтанова йәштәр араһында киң билдә­лелек яулап өлгөргәйне. Шул сәбәпле лә инде уны Өфөнөң 1-се мәктә­п-интерна­тына уҡытырға саҡыралар. Ярты йылдан һөнәре буйынса бик аҙ эшләп өлгөргән уҡытыусы ВЛКСМ-дың Башҡортостан Өлкә комитетына эшкә саҡырылды. Бында ул 1969–1979 йылға тиклем оҙайлы хеҙмәт итте. Башта лектор, инструктор, артабан мәктәп йәштәре бүлеген етәкләне.
“Ошонда эшләгән тынғыһыҙ йылдарым сынығыу мәктәбем булды. Бер ваҡиғаны хәтерләп китәйем әле. Үҙемдең батыр­лы­ғыма хәҙер аптырап та ҡуям. Комсомолда эшләй башлауыма ай ҙа тулма­ғандыр әле. Төшкө аш ваҡытында ашханала сиратта торабыҙ. Күптәнге таныштарым – “Ленинсы” гәзите мөхәррире Вәзир Мостафин һәм комсомолдың өлкә комитетында эшләп йөрөгән Миҙхәт Мәмбәтовҡа нимәнелер ҡыҙып-ҡыҙып башҡортса һөйләп торам. Шул саҡ беҙҙең эргәгә буйға бәләкәйерәк кенә кәүҙәле бер кеше килде лә: “Ҡара әле, башҡортса һөйләшеп тораларсы!” – тип өндәште. Мин оҙаҡ уйлап торманым: “Ағай, был һүҙҙәрегеҙҙе Парижда йә Мәскәүҙә әйтһәгеҙ, урынлы булыр ине, ниңә Башҡортостанда башҡортса һөйләшеү сәйерме әллә?” – тинем дә ашарға ала башланым. Теге әҙәм бер ни өндәшмәй, ҡырт боролоп, ашхананан сығып китте. Юлдаштарымдың ҡобаралары осҡан.
– Эх, Рәшиҙә, бында эшкә саҡырған­дарында мин дә һинең кандидатураңды тәҡдим иткәйнем. Хәҙер икебеҙҙең дә бөттө баш! Кем менән һөйләшкәнеңде беләһеңме? – тинеләр.
– Юҡ, белмәйем, – тип яуап бирәм, бер ҙә иҫем китмәйенсә.
– Был кеше Шәриф Вәлишин булыр, нәҡ ул һинең артабанғы яҙмы­шыңды хәл итәсәк, – тип ҡапаҡлап ҡуйҙы Вәзир ҙә.
Иртәгәһенә үк мин өлкә партия комитетының административ бүлеге мөдире Шәриф Вәлишиндың кабинетында ултыра инем (был бүлек хәүефһеҙлек, эске эштәр, хоҡуҡ буйынса күҙәтеүҙәр алып бара ине). Ул минең ҡайҙан, кем булыуым тураһында һорашты. Һөйләшә торғас, ғаиләләре беҙҙең күрше Байрамғол ауылында йәшәп китеүҙәре һәм атайымды яҡшы белгәнлеге асыҡланды.
– Атайың ултырып эшләй торған­дарҙан түгел ине. Уны һәр ваҡыт һыбай, ҡулына ҡамсы тотҡан килеш хәтерләйем. Үҙе лә эшләне, кешене лә эшләтә белде. Бик ярһыу, әммә ғәҙел булды. Ваҡытында минең атайымды ла ҙур бәләнән ҡотҡарып ҡалғайны... Ярай, тырышып эшлә. Атайыңдың ҡыҙы булмаҡсыһың. Уңыштар теләйем, – тип оҙатып ҡалды мине Вәлишин ағай.
Ул йылдарҙа республика күләмендә генә түгел, бөтә ил буйынса комсомол хәрәкәте киң ҡолас алғайны. Шулай бер ваҡыт Баймаҡ районының Ярат ауылында халыҡ лекция тыңларға йыйылды. Баш­ланғансы колхозсылар йыйылыш үткәрмәк булды. Көн тәртибендәге мәсьәләләрҙе тикшереп бөткәс, ниңәлер колхоз рәйесенең эшенә ризаһыҙлыҡ белдереп, ҡайһы берәүҙәр дөйөм өмәгә сыҡмаясаҡтарын иҫкәртте. Хужаның уңайһыҙ хәлдә ҡалыуын күреп, дилбегәне үҙ ҡулыма алырға булдым. “Һеҙ нимә, ана ГФР-ҙа эшһеҙлек, унда һеҙҙең рәйесегеҙ һымаҡ эшкә саҡырып йөрөр кеше юҡ. Ул бит һеҙҙе эш менән тәьмин итә. Һеҙҙең өсөн тырыша. Яҡшылап уйлашығыҙ ҙа иртәгә бергәләп тороп өмәгә тотоноу дөрөҫ булыр!” – тип, йыйылған халыҡтың яуабын көтәм. Бер аҙҙан кемдеңдер: “Сығырбыҙ. Берәү ҙә ҡалмаҫ. Әйҙә, нимес ҡалһын эшһеҙ! Лекцияңды башла, ҡыҙым!” – тигәне ишетелде.
Халыҡ егерме ике йәшлек лекторҙың сығышынан ҡәнәғәт булып таралышты. Халыҡ менән осрашыуҙар мине ысын тормош менән таныштырҙы. Ярай әле һәр ваҡыт янымда минең тоғро терәгем, иң ҙур таянысым – инәйем булды. Баламды тәрбиәләгән, үҙемде ҡурсалаған кеше лә ул ине”, – тип хәтерләй шанлы йылдарын Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы.
1979 йылда комсомолда ҙур тәжрибә туплап өлгөргән белгесте Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының өлкә комитеты рәйесе итеп һайлайҙар. Ул был эште лә юғары намыҫ менән башҡара. Тиҙ арала сәнғәт һәм мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәт итеүселәрҙең мәнфәғәттәрен ысын мәғәнәһендә яҡлаусы булараҡ танылыу ала. Ошо йылдарҙа Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы бигерәк тә бер төркөм күренекле ҡатын-ҡыҙға иғтибарын бүлергә тырыша. Уларҙың күбеһе ғүмер­ҙәрен эшкә генә арнаған, яҡын­дарын юғалтҡан шәхестәр: Башҡорт­остандың халыҡ артистары Зәйтүнә Насретдинова, Тамара Хоҙайбирҙина, Майя Таһирова, Рәйсә Ғәлимуллина һәм төрлө өлкәләрҙә етәксе булып эшләгән гүзәл зат­тар – Клара Төхвәтуллина, Зәйнәп Ғиләжева, Зифа Байтурина һәм Земфира Сабитова (композитор Нариман Сабитов­тың ҡатыны). Улар Рәшиҙә Солтанованы үҙҙәренең ҡыҙы йә һеңлеһе кеүек ҡабул итә. “Мин уларҙан бик күп нәмәгә өйрәндем. Ныҡ рәхмәтлемен. Биргән һабаҡтары эшләргә һәм йәшәргә ярҙам итте”, – тип хәтерләй ул остаздарын.
Артабан да, ҡайҙа ғына эшләргә тура килмәһен, Рәшиҙә Солтанова оло быуын кешеләренә айырыуса хөрмәт менән ҡарарға өйрәнә. Фәриҙә Ҡудашеваға, Зекериә Аҡназаровҡа, Зәйнәб Биишева­ларға юбилей кисәләрен ойоштора.
“Зекериә Шәрәфетдин улы Аҡназа­ровтың 70 йәшен үткәреү буйынса һөйлә­шәйем тип фатирҙарына юлландым. Хужалар бик ихлас ҡабул итте. 24 йыл буйы алмашсыһыҙ фиҙакәр хеҙмәт иткән БАССР-ҙың Министрҙар Советы Рәйе­сенең йәшәү рәүеше аптыратып ҡына ҡалмай, ә тетрәндерә. Стеналағы китап кәштәләре, үтә лә ябай өй йыһаздары, иҫке генә мебель, штапелдән генә тегелгән тәҙрә ҡорғандары йөрәгемде ике төрлө тойғо менән яндырҙы. “Был шәхестең ҡартлығы лайыҡлы булырға тейеш! Һәм быны фәҡәт мин генә булдырырға тейешмен!” – тип үҙемә һүҙ бирҙем. “Юҡҡа мәшәҡәтләнеп йөрөйһөң, Рәшиҙә. Беҙҙең ни бөтә нәмә лә бар, хатта артығы менән”, – тип Аҡназаров ағай 65 йәшенә бүләккә төшкән 17 самауыры һәм 20 картинаһы барлығы хаҡында әйтеп, йылмайып ҡуйҙы. Эшкә барғас, кәрәкле етәкселәргә хәлде һөйләп, һәр береһенә нимә бүләк итергә кәрәклеген аңғартып хат яҙҙым. Юбилей бик күркәм үтте. Һөҙөмтәлә юбиляр ҙа, мин дә риза булып ҡалдыҡ. Элекке арҙаҡлы етәксенең йәшәгән фатиры ла өр-яңы төҫ алып, нурланып китте”.
Профсоюзды етәкләгән йылдарында һәр ваҡыт белемгә ынтылған Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы ситтән тороп тағы ла бер юғары белем ала, өс йылда Мәскәүҙәге Үҙәк Партия комитеты эргәһендәге Йәмәғәт ғилеме академияһын тамамлай. “Академияла Советтар Союзының төрлө респуб­ликаларының юғары партия секретарҙары, хужалыҡ етәкселәре белем ала ине. Беҙҙең төркөмдә күпселек ирҙәр булды. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан туғыҙ ғына инек. Мин бигерәк тә Ленинград ҡалаһынан килгән Валентина Ивановна Матвеенко һәм Украина ҡыҙҙары менән ныҡ аралаштым. Ул ваҡытта бөгөнгө сетерекле хәлдәрҙең килеп сығыры хаҡында күҙ алдына килтереү түгел, уйламай ҙа инек. Донъялар болғанды. Ундағы дуҫтарҙың хәлдәрен белешеү ҙә ауырлашты хәҙер”, – ти Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы, һабаҡташ­тары хаҡында сикһеҙ борсолоп. Академияны уңышлы тамамлап ҡайтыу менән уны Өфөлә икенсе эш көтөп тора.
1985 йылда Рәшиҙә Солтанова Өфө ҡалаһының КПСС-тың Киров район комитеты секретары итеп һайлана. Ул был вазифаны 1991 йылдың авгусына тиклем алып бара. 90-сы йылдар. Халыҡта милли аңдың күтәрелеш кисергән сағы. Бөтә урында республиканың үҙаллылығын күҙ алдында тотҡан фекерҙәр ишетелә. Фекерҙәр төрлөсә. Тик уларҙы урамда ҡысҡырып йөрөп әйтеп булмай бит инде. Халыҡ фатирҙарға йыйылырға мәжбүр. Көн үҙәгенә халыҡ йыйылып, иркенләп һөйләшә алырлыҡ урын кәрәклеге ҡалҡып сыға. Башта Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы бер нисә кешене саҡырып, ошо хаҡта һөйләш­мәксе була. Бик күптәр, күләгәләренән ҡурҡ­ҡандай, кәңәшмәгә килмәй. Ә килгәндәре был ҡыйыу идеяны күтәреп ала һәм Рәшиҙә Солтанованы дәртлән­дереп ебәрә. Ул ҡыҙыу эш башлай: юғары органдарға йөрөп, мәҙәни үҙәкте асырға рөхсәт ала, бинаһын таба, үҙәктең уставын төҙөй. Бик тиҙҙән Өфөлә башта “Аҡмулла”, һуңынан “Аҡ тирмә” исемле милли үҙәк эшләй башлай. Әйткәндәй, үҙәктең исемен үҙгәртеүгә Ҡәҙим Аралбайҙың “Аҡ тирмә” исемле әҫәре сәбәпсе була. Шағир нәүбәттәге бер йыйылышта “Аҡ тирмә” тигән шиғырын уҡый.
Изге ниәтебеҙгә аяҡ салыусылар ҙа күп булды. Шулай ҙа ҡуйған маҡсаттары­быҙҙың күбеһенә өлгәштек. Ҡаланың балалар баҡсаларында башҡорт төркөм­дәрен һәм мәктәптәрҙә башҡорт кластарын астырҙыҡ. Әлбиттә, хаталар ҙа ебәрҙек. Ҡайһы берәүҙәрҙең күңел тарлығы арҡаһында үҙҙәренең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшкән милләттәштә­ребеҙ ситкә тибелде. Ә улар үҙ нәүбәтендә туғандаш милләтте үҙ итә яҙҙы, ярай бөгөн күҙҙәре асыла. Иң мөһиме – “Аҡ тирмә” ауылдан килгән йәштәрҙең яратып йыйыла торған урындарына әйләнде.
Тиҙҙән Советтар Союзы тарҡала, партия органдары бөтөрөлә. Бар ғүмер­ҙәрен партияға арнаған меңәрләгән кеше эшһеҙ ҡала. Шуларҙың береһе – Рәшиҙә Солтанова. Кисәге хеҙмәттәштәренең, бигерәк тә бергә хеҙмәт иткән ир-уҙа­мандарҙың сараһыҙлыҡтан нимә эшләргә белмәй аҙапланып йөрөгәндәренә йөрәге яна. Уларға бар хәленсә ярҙам итергә ты­рыша. Бәлки, шуғалыр ҙа бер йыл эшһеҙ ултырғандан һуң ул Башҡортос­танда ғына түгел, ә бөтөн Рәсәйҙә тәүге “Мәрхәмәт” исемле хәйриә ойошмаһын булдырырға ҡарар итә. Өс йыл эсендә был хәйриә ойошмаһы бик күп сауаплы эштәр башҡара: ярҙам итергә әҙер бағыусыларҙы табып, күп балалы ғаиләләргә, ветерандарға аҙыҡ-түлек, кейем-һалым таратыуҙы ойоштора. “Ошо ойошманы етәкләгәндә, хатта бер нисә артистың һәм Зәйнәб Биишеваның 70 йәшлек юбилейын үткәрҙек. Ҡайҙан һәм нисек итеп аҡса таптыҡ икән?” – тип аптырап ҡуя әңгәмәсем.
... Ә ул гел шулай булды. Өсөнсө курста уҡып йөрөгәнебеҙҙә Рәшиҙәнең Венгрияла дүрт йыл хеҙмәт иткән Рәмил ағаһы ҡайтып төштө. Уның ҡулында ике сумаҙан. Береһе – ауылға тәғәйенләнгән күстәнәс, бүләктәр, икенсеһе тик Рәшиҙәгә генә тәғәйенләнгән булып сыҡты. Күмәкләшеп сумаҙанды асабыҙ. Абау, Хоҙайым! Ундағы затлы кейем-һалымды ғүмеребеҙҙә лә күргәнебеҙ ҙә, кейгәнебеҙ ҙә юҡ ине.
Күҙҙең яуын алып торған кофталар, осло ғына үксәле туфлиҙар, әлбиттә, күҙҙе ныҡ ҡыҙҙырҙы. Беҙҙең кисерештәрҙе һис һүҙһеҙ аңлаған һиҙгер Рәшиҙә ағаһы алып ҡайтҡан тәм-томдарҙан ауыҙ иттергәндән һуң: “Ҡыҙҙар, борсолмағыҙ. Театрға, ҡунаҡҡа барғанығыҙҙа һорап торорһоғоҙ. Ә хәҙергә кейеп ҡарағыҙ!” – тип бүләктәрен беҙҙең яҡҡа шылдыра бирҙе. Әйткәндәй, Рәшиҙәнең туй күлдәген, аҡ туфлийын кейеп әллә нисә кәләш кейәүгә сыҡты. Шул иҫәптән мин дә ЗАГС-ҡа барғанда башыма уның фатаһын кейҙем.
Шулай тынғы белмәй янып йөрөүгә лә өс йыл үтеп китә. 1993 йылда Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙын Башҡортостан Респуб­ликаһы Министрҙар Кабинеты эштәр идаралығының социаль-гуманитар бүлеген етәкләргә саҡыралар. Был эште лә ул ижади һәм һөҙөмтәле итеп ойоштора. Әйтәйек, Мәскәүҙә, Прибалтикала гөрләп үткән Башҡортостан мәҙәниәте көндәренең юғары кимәлдә ойошторолоуы хаҡында яҙылған матбуғат мәҡәләләре генә лә бүлек эшенең ниндәй кимәлдә ҡуйылыуын һөйләй. Беренсе Ҡоролтайҙы ойоштороп үткәреүҙе үҙемдең иң мөһим ҡаҙаныш­тарымдың береһе, тип һанайым”, – тип хәтерләй ул шул йылдарҙы.
Был тынғыһыҙ вазифаны дүрт йыл етәкләгәндән һуң Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы 1999 йылда тағы ла яңы эш башлай. Уны Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү (ЗАГС) идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләйҙәр. Етәксе бында ла көтөлмәгән яңылыҡтар индерә. Йәштәр­ҙең никах тантаналарын баш­ҡортса, халыҡ йолаларын индереп алып барыуҙы талап итә. Теркәү ҡағыҙҙарын башҡорт телендә яҙҙыртыуға өлгәшә. Шул сәбәпле бер ниндәй сығымһыҙ башҡорт теле белгесе булараҡ үҙе курстар үткәрә. Университетта алған һөнәре бик ярап ҡала уға. Ошо татыу коллективта эшләгән осорҙа 2003 йылда Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты итеп һайлана һәм мәғариф, мәҙәниәт, спорт, туризм һәм йәштәр эштәре буйынса комитеттың урынбаҫары вазифаһын алып бара. Һәр береһе буйынса бик күп эш башҡара. 2004 йылда Осетияла булған ҡайғы ваҡытында ла ул Рәсәйҙә иң беренсе­ләрҙән булып Бесланға ярҙам йөҙөнән аҡса йыйыуҙы ойоштора. Һигеҙ көн эсендә 4 миллион һум аҡса йыйыла һәм Башҡортостан исеменән был ярҙамды депутат Рәшиҙә Солтанова үҙе алып барып тапшыра. Бер йыл үткәс Йомабикә Ильясова менән икәүләп Мәскәүҙә дауаланып ятҡан балаларға аҡса һәм күстәнәскә “Башҡорт балы”, балаларҙың һүрәттәре төшөрөлгән конверттар тапшыралар.
“Депутат булараҡ үҙемдең тыуған районым Учалынан һайландым. Ә яҡташтар менән эшләү, минеңсә, яуаплылыҡты ике тапҡыр арттыра. Һәр ваҡыт һайлаусы­ларымдың йомоштарын теүәл үтәргә тырыштым. Райондың 73 ауылында осрашыуҙар үткәрҙем. Бигерәк тә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына иғтибар бирҙем, һәр бер байрам һайын үҙемдән бүләктәр тараттым. Илеңә, халҡыңа тоғро хеҙмәт ит тигән оран йоғонтоһонда тәрбиәләндек беҙ.
Оло шәхес дәрәжәһенә күтәрелгән Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙының да бар ҡаҙаныштары ошо тәрбиәгә ҡоролған. Ул шул оранға тоғро ҡалып хеҙмәт итеүен дауам итә. Бөгөн дә Башҡортостан Республикаһы Ҡатын-ҡыҙҙар союзын етәкләй. Бынан тыш, тағы ла тиҫтәләгән йәмәғәт эшен иңенә һалып, арҙаҡлы шәхес, ил инәһе, Башҡортостан Респуб­ликаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Президенты В. Путин­дың ышаныслы вәкиле, Учалы районының Муса Мортазин исемендәге премия лауреаты, ­хал­ҡы­быҙҙың күренекле ҡыҙы Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы Солтанова үҙенең данлы юбилейын – 70 йәшен билдәләргә йыйына. Әлбиттә, уны иң башта улы менән килене, ейәне Данил, ейәнсәре Диана, яҡын туғандары һәм барлыҡ дуҫтары ҡотларға йыйыласаҡ. Бар уй-теләктәрең дә тормошҡа ашһын һинең, арыу-талыу белмәҫ Рәшиҙә! Аҫыл таштай балҡып, башҡаларҙы ла нурландырып, һоҡлан­дырып, оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын һиңә!
P.S. Гәзит баҫмаға әҙерләнгән арала Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙының С. Юлаев ордены менән бүләкләнеүе тураһында указға ҡул ҡуйылыуы хаҡында хәбәр алдыҡ. Ҡотлайбыҙ!

Зөһрә ФӘЙЗУЛЛИНА.



УРАЛДЫ АРТЫЛҒАНДА

Рәшиҙә Солтановаға

Бер үркәсен артһаң, икенсеһе,
Өсөнсөһө йәйер ҡоласын.
Урал үрҙәрендә күңелең тулыр,
Күкрәгеңә ҡуныр ыласын.
Теҙгендәрҙе әлегә бушатмайыҡ,
Яндырмайыҡсәле аттарҙы.
Беҙ сәсәһәк, кемдәр, йәреләй күреп,
Өҙөлөп һөйөр тыуған яҡтарҙы.
Айға ҡара аман.
Ҡырын ғына
Ятып алып күҙләй ер йөҙөн.
Күк итәге тулы йондоҙ-бәпес...
Һин нисектер...
Миндә илаһи көс,
Тау эйәһен килә имеҙгем.
Һикереп кенә төшөп эйәрҙәрҙән,
Терәләйек анау таштарға.
Кәйелә ҡоҙғон.
Булһын,
Ҡаныға инде ул.
Беҙҙең генәме ни баштарға.
Ер өҫтөндә һәр таш – рух хәтере,
Баш осолор, бәлки, бер ирҙең.
Аят сығайыҡ та –
Алда сәфәр,
Хәле нисек икән ил-ерҙең.
Теҙгендәрҙе әлегә бушатмайыҡ,
Яндырмайыҡ аҡбуҙ аттарҙы.
Беҙ сәсәһәк, кемдәр, йәреләй күреп,
Өҙөлөп һөйөр тыуған яҡтарҙы.

Һыр бирерме башҡорт ҡатындары
Һыу ҙа һонмаҫ һыҡмыр ирҙәргә.
Ҡаршы сығып алып атың бәйләр
Егеттәргә ҡытлыҡ илдәрҙә.
Ҡомға сумған кеүек, төнгә сумып,
Баш юғалтыр беҙме бисара?
Юлаусыға яттар айран һонор, –
Ул да хөрмәт.
Шунһыҙ ни сара.
Ер шарының гәүһәр биле яҙылып,
Үҙе юл һыҙғанда күк Урал, –
Баш эймәҫ ул башҡорт ҡатындары,
Йығылып төшөү ҡайҙа тиктомал.
Һүҙ бутҡаһы ҡуйы була икән,
Өйрәгә лә ҡытлыҡ ерҙәрҙә.
Мән белмәгән һыҡмыр улдар тыуа
Бөлөп кенә барған илдәрҙә.
Арғаяшта ҡояш иртә тора...
Ваҡыт микән, һуңмы ҡот ҡойһаң?
Йәнде яра яҙып бүре олой, –
Эс өҙөлөр ергә һыйынған.

Тамара ҒӘНИЕВА



Вернуться назад