Быуаттарҙы йырып, боронғонан
Мәргән уҡсы сыҡты атылып.
Әйтерһең дә, йәйә керешендә
Заман ғәме тора тартылып.
Сыңлап осҡан уҡтың ауазында
Ишетелә дәүер тауышы.
Таң уянды аттар кешнәүенән,
Шаһит булды урман, тау ошо.
Ғәм уянды ҡәүем вариҫында,
Ғәскәр сәме ҡанда ҡайнаны.
Ил ҡеүәте, егет айбарлығы
Тишеп үтте ташлы ҡаяны.
Юҡ, йоҡламай халыҡ,
Ҡуҙлы күмер
Йөрәгендә уның һаҡлана.
Урал итәгендә, ана, күрсе,
Мәргән уҡсы итә тантана!
P.S. “Мәргән уҡсы” традицион яндан уҡ атыу буйынса II асыҡ республика фестиваленән әҙерләнгән фоторепортажды гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡығыҙ.