Нисек сектаның ҡорбаны булмаҫҡа?20.07.2017
Нисек сектаның ҡорбаны булмаҫҡа?
Һуңғы арала Башҡортостанда төрлө секталарҙың эшмәкәрлеге әүҙемләшә башланы. Яңыраҡ сайентологтар тарафынан үткәрелгән сара тураһында билдәле булғас, йәмәғәтселек тарафынан ҙур ризаһыҙлыҡ белдерелде.


Сектанттар экологик акция үткәреүҙе һылтау итеп билдәле колледж студенттарын саҡырған булған. Улар менән берлектә баш ҡаланың урмансылар паркында ағас ултыртҡандар, артабан үҫмерҙәр менән тренингтар үткәргәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, колледждың да, парктың да етәкселәрен был сара хәүефләндермәгән. Дин һәм секталарҙы өйрәнеү Рәсәй ассоциацияһы үҙәгенең Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе Вадим Розенфельдтың фекеренсә, әлеге хәлдән һуң республика етәкселегенә уйланырға һәм сара күрергә ваҡыт.
Вадим Яковлевич нисек секта ҡорбанына әүерелмәҫкә һәм һуңғы осорҙа киң таралыу алған тренингтарҙың файҙалыһын хәүефлеһенән айырырға өйрәтте.

– Вадим Яковлевич, һеҙ – секта­ларҙы өйрәнеүгә ентекле тотонған кеше. Быға нимәлер сәбәпсе булған­дыр, моғайын?
– Был осраҡлы килеп сыҡты. 2012 йылда үҫмерҙәр менән скауттар отряды төҙөп шөғөлләнгән мәлем ине. Беҙҙең төркөмдәге бер нисә бала Системалы-вектор психологияһы тип аталған сектаға эләкте. Беҙ балалар менән ул ваҡытта аралашыуҙың яңылыш юлын һайла­ғанбыҙ. Миңә бының өсөн әле һаман оят. Әлеге сектаның психокуль икәнлеген шунда уҡ таныныҡ, тик балаларҙы унан сығара алманыҡ, сөнки үҙебеҙҙе дөрөҫ тотмағанбыҙ. Һуңынан инде ата-әсәләре аша оҙаҡ һәм ҡатмарлы саралар ҡулланып, үҫмерҙәрҙе ҡотҡарып ҡалдыҡ. Ошо хәлдән һуң секталар һәм уларҙың эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһына һәм өйрәнә башланым.
2013 йылда Башҡортостанға секталар буйынса билдәле белгес Александр Дворинды саҡырҙыҡ. Ул төрлө ултырыштар үткәрҙе, бөтөн юғары уҡыу йорттарында сығыш яһаны, пресс-конференциялар ойошторҙо. Был саралар Башҡортостанда секталар һаҙлығын бер аҙ һелкетте. 2014 йылда М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетындағы “Философия” кафедраһында “Диндәрҙе өйрәнеү” буйынса магистратура асылды. Улар ни бары биш кешене генә белемен камиллаштырырға саҡырҙы. Араларында мин дә бар инем, сөнки секталарға ҡаршы көрәшер өсөн ныҡлы белем кәрәклеген аңлап өлгөргәйнем. Шулай итеп, өсөнсө юғары белем алып сыҡтым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был йүнәлеш ябылды.
Беҙ иһә, “Просвет” исемле йәмәғәт ойошмаһы булдырып, яйлап ҡына секталарға ҡаршы көрәшә башланыҡ. Матбуғат сараларында әүҙем сығыш яһайбыҙ, пикеттар ойошторабыҙ. Тәүге ҙур пикетыбыҙ “Выбор” тип аталған тренинг компанияһына ҡаршы ойошторолғайны. Был компания тураһында Александр Дубининдың үлеменән һуң күп яҙҙылар һәм һөйләнеләр. Беҙ әле лә әүҙем эшләйбеҙ. Ойошмабыҙҙың үҙ сайты бар ине, тик бер нисә ай элек хакерҙар уны Интернет киңлектәренән юйып ташланы. Тимәк, һөйләгән һүҙебеҙ адресатына барып еткән булғандыр. Әле уны киренән тергеҙеү мөмкинлектәрен эҙләйбеҙ. Беҙгә иғтибар итәләр, төрлө сараларҙа ҡатнашабыҙ.
Иң мөһиме, эксперттар сифатында сығыш яһайбыҙ. Прокуратура хеҙмәткәрҙәре консультация кәрәк булһа, мөрәжәғәт итә. Үҙем, журналист булараҡ, матбуғат саралары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итәм. Шуны билдәләгем килә: Башҡортостандың матбуғат саралары секталар мәсьәләһен дөрөҫ һәм тейешле кимәлдә яҡтырта, әлбиттә. Әммә әлегә ҙур уңыштар менән маҡтана алмайбыҙ. Беҙ күптән көрәшкән “Выбор”, мәҫәлән, төрлө юлдар табып, әленән-әле эшмәкәрлеген дауам итә. Прокуратура уларҙы бер нисә тапҡыр тикшерҙе, компанияны фашлаған документтар йәмәғәтселеккә билдәле булды, тик секта беҙҙән көслөрәк булып сыҡты. Эйе, сит илдән килеп, ҙур эшмәкәрлек йәйелдереп ебәргән тренер Марк Фрейзманды илдән ҡыуып сығарып, уға Рәсәй биләмәһенә биш йылға юлды яптыҡ. Шулай ҙа бындай уңыштар әллә ни күп түгел. Ғөмүмән, секталар тыуҙырған хәүефкә ҡаршы бергәләп саралар күреү шарт. Иң мөһиме – был хәүефте халыҡ һүҙе аңлаһын ине.
Ҡайһы берҙә башҡа һыймаҫлыҡ хәлдәр була. Мәҫәлән, Ленинград өлкәһенән хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре “Аллатра” сектаһы элгән плакаттар буйынса эксперт булараҡ һығымта яһауҙы һорап мөрәжәғәт итте. Минең материалдар нигеҙендә бөтөн өлкә буйынса был плакаттарҙы алдылар һәм штрафтар түләттеләр. Ә Өфөлә был плакаттар аҙым һайын булмаһа ла, йыш осрай. Тик күпме генә яр һалмаһаҡ та, һаман эленеп торалар. Беҙ бер нәмә лә эшләй алмайбыҙ.
– Үрҙә телгә алынған ваҡиға колледж студенттары һәм сайентологтар сектаһы эшмәкәрлеге республика өсөн ғәҙәти күренешме, әллә ғәҙәттән тыш хәлме?
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәмәғәтселеккә билдәле булған ғәҙәти хәл. Сараны үткәреүгә ризалыҡ биреүселәр ҙә, ойоштороусылар ҙа уның ни тиклем хәүефле икәнлеге тураһында уйланмаған да хатта. Ситтән килгән сектанттарҙың юғары уҡыу йорттарында, китапханаларҙа, ҙур мага­зин­дарҙа сығыш яһауҙары менән осраш­ҡаныбыҙ бар. Алдан билдәле булғанда был осрашыуҙарға юл ҡуймаҫ өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Тик әле һаман глобаль үҙгәреш күрмәйбеҙ.
– Кәртәләрҙе нисек емереп була һуң? Бәлки, был йәһәттән закон камил түгел­дер?
– Юҡ, закон нигеҙендә барыһы ла һәй­бәт, әүҙем эш алып барыу өсөн барлыҡ шарттар бар. Байтаҡ суд ҡарарҙарына таянырға була, миссионерҙар эшмәкәр­леге тураһында Яроваяның пакетын ҡулланырға мөмкин. Тик республикала йә Хөкүмәт кимәлендә, йә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа секталар мәсьәләһе менән эш иткән кеше кәрәк. Ә ундай кеше Рәсәй кимәлендә лә, Башҡортостанда ла юҡ. Беҙҙә, ғәҙәттә, Башҡортостан Башлығы эргәһендә дәүләт-конфессиялар мөнәсә­бәт­тәре буйынса совет эшләй тип һыл­таналар. Тик был советтың конфессия-ара мөнәсәбәттәр менән эш икәнлеген оноторға ярамай. Мәҫәлән, Рәсәй Федера­цияһы Конституцияһы буйынса, сайентологтар рәсми теркәлгән икән, тимәк, улар совет алдында Мосолмандарҙың Үҙәк Диниә назараты менән юридик рәүештә бер кимәлдә торған ойошма булып һанала. Шуға ла был мәсьәләләрҙе көйләгән, секталарҙың эшмәкәрлегенә ҡаршы көрәшкән ойошма булдырыу зарур. Бөгөнгө заман шарттарында дини хәүефһеҙлек буйынса курстар үткәреү – көн талабы, сөнки мәктәп уҡыусылары оло тормош юлына был йәһәттән бөтөнләй әҙер булмайынса сыға. Бөгөн тап мәктәп балалары һәм студенттар ҙур хәүеф аҫтында. Тотош бер быуынды юғалтыу ҡурҡынысы янай беҙгә. Миҫал эҙләп алыҫ йөрөргә лә кәрәкмәй. “Күк кит” (“Синий кит”) һәм кибербәйлелекте генә алып ҡарайыҡ. Мәктәп уҡыусылары, студенттар бындай һынауға әҙер түгел, шуға ҡармаҡҡа эләгә лә инде. Беҙ таныһаҡ та, күҙ йомоп ҡараһаҡ та, йәмғиәтебеҙ быға тиклем ғәҙәттән тыш идеологияға ылыҡтырыл­ғайны.
Үҙгәртеп ҡороуҙарҙан һуң динде йәмәғәт мөнәсәбәттәренең бөтөн өлкәләренә лә йәлеп иттеләр. Айырыуса был христиан диненә хас күренеш. Улар хатта үҙҙәре лә был боролошҡа әҙер түгел ине. Уларҙың уҡытыусылары ла, методик базаһы ла юҡ. Йәмғиәтебеҙ дингә яҡынайҙы, тик ул хөрәфәткә, төрлө ырымдарға ышаныуға күпкә яҡыныраҡ. Һөҙөмтәһен әле күрәбеҙ: күптәр ислам, православие, буддизм һәм башҡа диндәргә түгел, секталарға ылыҡты. Ә һуңғылары йомшағыраҡ кешеләрҙе шунда уҡ үҙ ауына эләктерергә әҙер тора. Сөнки XXI быуат кешеләре традицион йолаларҙа үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап таба алмай. Мәҫәлән, сиркәүгә керһәң, физика ул фән түгел, ҡатын-ҡыҙ итәктә генә йөрөргә тейеш, кино ҡарарға ярамай һәм башҡа тыйыуҙарға тап була. Заман кешеһе быны ҡабул итмәй. Ә сектант, киреһенсә, заманса терминдар менән эш итә, заманса технологияларҙы маҡтай, гел йылмая һәм тормоштан ҡәнәғәт икәнен күрһәтә.
Бөгөн коучинг йәки алдаҡ психотренингтар заманыбыҙҙың ҙур бәләһенә әүерелде. Диндәрҙе өйрәнеүселәр был төшөнсәне психокульт тип атай. Нимә ул? Кешегә йоғонтоһо яғынан сектаға тартым форма булһа, нигеҙе психотренингка ҡоролған. Ғәҙәттә, ул нисек башлана? Һеҙҙең танышығыҙ (туғанығыҙ, дуҫығыҙ) күтәренке кәйефтә, күҙе дүрткә әйләнеп килеп етә: “Әйҙә, киттек минең менән. Әле генә тормошҡа күҙем асылды. Быға тиклем тормошто аңламағанмын, бөгөндән яңыса йәшәй башлайым, мине аңламағандар икән” һәм ошоға оҡшаш башҡа әйберҙәр һөйләй. Бер ваҡытта ла ул кешегә “һин яңылышаһың” тип әйтергә ярамай. Киреһенсә, эргәһенә ултырып, яҡынығыҙҙың ниндәй ойошмаға эләгеүен, кемдең ауына ҡапҡанын аңларға тырышығыҙ. Хәҙер барлыҡ мәғлүмәт Интернет селтәрендә бар. Ипләп кенә тренингты кем үткәргәнен һорағыҙ. Яуабын да алдан күҙаллайым: тренинг үткәреүсенең белеме – үҙаңды үҫтереү буйынса бөтә донъя академияһының дүртенсе дәрәжә дипломы.
Бишенсе дәрәжәгә саҡ етмәй ҡала. Ундай академияның ысынбарлыҡта юҡ икәнен аңлатырға кәрәк. Йәнә лә тренинг үткәреүсенең исемен Интернет селтәренә индереп ҡарағыҙ. Шунда уҡ бөтөн мәғлүмәт килеп сығасаҡ. Иң мөһиме, был кешенең психология буйынса дәүләт юғары уҡыу йортоноң дипломы булыуы мотлаҡ. Лекцияларын ҡарап сығығыҙ. Был мәғлүмәт асыҡ булырға тейеш. Әгәр быларҙың барыһы ла юҡ икән, был “психологтан” ҡасырға кәрәк. Хәҙер өс-дүрт йүнәлештәге тренингтар һорау менән файҙалана. Уларҙың барыһы ла көнүҙәк темаларға арналған: ҡатын-ҡыҙ бәхете, ирмен тигән ир ниндәй булырға тейеш, нисек байығырға, үҙ-үҙеңде нисек дауаларға. Иң ҡурҡынысы, әлеге тренингтарға ауыр тормош хәленә юлыҡҡан кешеләр килә. Шәхси тормошонда уңған, үҙен бәхетле тип һанаған ҡатын-ҡыҙ бер ваҡытта ла бындай тренингка килмәйәсәк. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы ылыҡтырған, үҙ-үҙенә ышанған ир-егет тә бындай сараларҙы урап үтәсәк. Көрәп аҡса алған уңышлы кеше мөлкәтен арттырыу менән буласаҡ.
Бындай тренингка, ғәҙәттә, тормоштан уңмаған йәки берәй бәхетһеҙлеккә осраған кешеләр килә һәм ошо бахырҙарҙың һуңғы һуттарын һуралар ҙа инде. Ҡармаҡҡа эләккән кешеләр һуңғыһын алып килә бында. Ә тренинг үткәреүселәр барыһын да матур итеп эшләй белә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был кешеләргә ҡарата көслө психологик саралар ҡулланыла. Кеше мейеһе менән уйнау ни тиклем хәүефле икәнен улар, бәлки, аңлап та етмәйҙер, сөнки белем кимәле етешмәй. Тәү сиратта, ҡармаҡҡа ҡапҡан кешенең башына шуны һеңдерәләр: һин быға тиклем дөрөҫ йәшәмәгәнһең. Беҙ һине хәҙер дөрөҫ юлға баҫтырасаҡбыҙ. Әлегә тик дөрөҫ йәшәмәгәнһең икән тиһәләр, ҡайһыбыҙ “эйе шул” тип яуап бирмәҫ? “Бөгөндән тормошоңдо таҙа биттән башлайбыҙ”, – тиһәләр, ҡайһыбыҙ “Юҡ!” тип ҡырт киҫер?
Тик бына ысын психолог бер ваҡытта ла улай тип әйтмәйәсәк. Ул, киреһенсә, үҙең эшләгән аҙымдарға таянып, тап һинең хаталарыңды төҙәтергә ярҙам итәсәк, үҙ көсөңә таянырға өйрәтәсәк. Ысын психолог бер ҡасан да кешегә бәхет, һаулыҡ, байлыҡ, уңыш вәғәҙә итмәйәсәк. Артабан эҙмә-эҙлекле рәүештә кешенең шәхесен юйҙыра башлайҙар. Дөрөҫөн генә әйткәндә, психологик аҙымдарҙы яҡшы өйрәнгәндә, быны эшләүе ҡыйын түгел. Һуңынан инде психиканы һындырып, кешене үҙҙәренә буйһондоралар. Ҡорбандың башына шуны һеңдерәләр: һин үҙгәрҙең, хәҙер һинең тормошоң икенсе төрлө йүнәлеш алды. Йәнәһе лә, ул хәҙер күпкә көслөрәк булып киткән. Яйлап кеше бындай тренингтарҙан тыш йәшәй алмай башлай. Тормоштоң яңы һынауы алдында улар баҙап ҡала һәм тағы ла тренингка йүгерә.
Уны был юлға баҫтырыусылар иһә әлеге сараның кәрәклеге һәм мөһимлеге тураһында даими белдереп тора. Йәнәһе лә, был рухи үҫештең киләһе аҙымы. Әлбиттә, кеше был тренингтар өсөн түләргә тейеш була. Тәүге тренинг 5 – 7 мең һум торһа, икенсеһе – 30 меңдән 50 меңгә тиклем, ә бына артабанғы тренингтарҙың хаҡы 70 меңдән башлана. Шуны билдәләргә кәрәк; тренингтарға бәйлелек психиканың ныҡлы ҡаҡшауы тураһында һөйләй.
– Туғандары, яҡындары бындай хәлгә тарыған кешеләргә ни эшләргә һуң? Миңә ҡалһа, улар ниндәйҙер ярҙамға өмөт итә алмай.
– Әлбиттә, мөрәжәғәт итеүселәргә мин ниндәйҙер кимәлдә кәңәштәр бирә алам. Беҙҙең ойошма секталарҙың ни тиклем ҡурҡыныс икәнлеге тураһында һөйләргә, дөрөҫөрәге, ҡысҡырырға тырыша. “Эләкмәгеҙ!” – тип киҫәтеү ҙә ҙур әһәмиәткә эйә, минеңсә.
Ә бындай хәлгә тарыған кешеләрҙең туғандарына шуны әйтер инем (айырыуса ҡатын-ҡыҙҙарға ҡағыла): ҡысҡырып, мөнәсәбәт асыҡлау урынһыҙ. Кеше сектаға эләкте икән, уға ауырыуға ҡараған һымаҡ бағығыҙ. Ул һеҙҙе лә сектаға ҡушылырға өгөтләр, сөнки уға хәләл ефетен, дуҫтарын алып килергә ҡушылған. Кеше башкөллө секта вәғәҙә иткән донъяға суммаҫ борон саралар күрергә кәрәк. Тәү сиратта өйҙә тыныс мөхит булырға тейеш. Уны бәхетле итергә тырышығыҙ. Тегендәгегә ҡарағанда һеҙҙең эргәлә уға яҡшыраҡ һәм күңеллерәк булырға тейеш. Был ни өсөн мөһим? Сөнки сектаға эләккән кешеләрҙең тәүге осорҙа “баллы ай”ы башлана.
Үрҙә әйтеүемсә, бындай ойошмаларға тәү сиратта тормоштан уңмағандар эләгә: етәксеһе гел шелтәләй йә ҡатыны игәй, балалары тыңламай, ата-әсәһе унан ҡәнәғәт түгел, хеҙмәттәштәре менән дә уртаҡ тел таба алмай. Ә сектаға эләгеү менән ул бөтөнләй икенсе донъяға килеп инә. Унда ул осоп-ҡанатланып бара. Бында уны ҡәҙерле ҡунаҡты көткән кеүек ҡаршы алалар, яраталар, хөрмәт итәләр. Был күптән оҫта ҡулланыла торған технология. Уларҙы бер туҡтауһыҙ маҡтайҙар: һинең талантыңды йәмғиәт баһалай алмай, яҡындарың күрмәй, эштә лә күрмәмешкә һалышалар, көнләшәләр. Бындай һүҙҙәр кемгә оҡшамаҫ? Кеше шуға ла унда ашҡынып бара, башҡалар менән аралашыуы уға ҡыҙыҡ булмай. Ә яҡындарына, әлбиттә, хәлдәрҙең бындай боролош алыуы оҡшамаясаҡ. Тик ошо мәлдә яҡынығыҙҙың ҡайҙа йөрөүе менән ҡыҙыҡһынырға һәм хәлде ҙурға ебәрмәҫ өсөн бар тырышлыҡты һалырға кәрәк, сөнки башҡаса юл юҡ. Кешене ҡотҡарыу тик яҡындарының ҡулында, ситтән ярҙам итеүсе булмаясаҡ. Әлеге хәл бик ҡыҙғаныс булһа ла, ысынбарлыҡ шулай. Секталар тураһында һүҙ сыҡһа, беҙ ҡара зонаға эләгәбеҙ. Психотренингтар арҡаһында ғына йыл һайын республика халҡының ете процентын юғалтабыҙ. Иң хәүефлеһе шунда: миссионерҙар асыҡтан-асыҡ эш итә һәм быға бер кем дә ҡамасауламай. Уларҙың саҡырыу ҡағыҙҙарын хатта ял урындарында ла осратырға мөмкин. Секталар күп, улар әүҙем эшләй һәм шулай йәмғиәтебеҙҙе юғалтабыҙ.
Секталарға әлеге йәмғиәттең ҡоролошо кәрәкмәй. Уларҙың йоғонтоһонда ғаиләләр тарҡала, кешеләр эшен юғалта, үҫештән туҡтай. Нисек кенә үкенесле булмаһын, ысынбарлыҡ шулай.


Вернуться назад