Сит оя18.07.2017
Сит оя Хәҙисә йоҡоһонан ҡурҡып, шыбыр тиргә батып уянды. Төш тиһәң дә төш: имеш, ҡаҙҙарын һыу буйына ҡыуҙы. Бәпкәләре йылға уртаһына етеү менән, ата ҡаҙы айырылып, икенсе ярға табан йөҙөп китте. Хәҙисә уны кирегә саҡырырға тырыша, тик ниңәлер тауышы сыҡмай. Ҡаршы яҡта көлөмһөрәп баҫып торған күршеһе Мәрйәм дә ярҙамға килергә ашыҡмай, уның бөтә ҡиәфәте: “Йә, йә, бороп ҡара инде бына ҡаҙыңды!” – тип әйтә кеүек. Эх, ниңә шунда Мәрйәм урынында башҡа берәү түгел икән?! Хәҙисә, һис шикһеҙ, унан ярҙам һорар ине. Ә бына Мәрйәмдән... Юҡ, юҡ, булмай. Ҡурсалай, бик ҡурсалай шул Хәҙисә Мәрйәмдән бәпкәләрен...
Төштәренә артыҡ иғтибар бирмәй ине бит Хәҙисә. Ниңә әле был төш бер ҙә генә лә күңеленән китмәй һуң? Ҡулына эш тә бармай. Күңелен ниҙер тырнап, әрнетеп тик тора...
Мәрйәмдең ҡаҙҙары йыл да уңа, өсәр оя үҫтерә. Улай ғына ла түгел, тирә-яҡтағыларҙы ла ҡош-ҡортло итә. “Йомортҡала­рым буш булды, ҡаҙҙы етем ҡалдырғым килмәй”, – тип йыш киләләр уға. Аҡсаһын да исем өсөн генә, “ҡул арты китмәһен” тип, бәпкәләре сыҡҡас ҡына ала. Мәрйәмде ауылда, үҙ ҡаҙ­ҙарының бәпкәләрен генә түгел, йомортҡаларын да таный, тип һөйләйҙәр. Кешеләрҙең дә төр­лөһө бар бит, уҙған йыл түбән ос Нәсимә лә бер йомортҡа алған булған.
Аҙаҡтан: “Һинән алғаны буш ине”, – тип һүҙ башлауы булған, йәшел үлән йолҡорға тырышҡан һары йомғаҡтарға ҡарап, Мәр­йәм: “Аҡсаң кәрәкмәй, тик бына быныһы минең бәпкә”, – тип әйткән, имеш.
Ата ҡаҙы шәп шул Мәрйәм­дең! Бер генә йомортҡаһы ла буш ҡалмай. Ә теге хәлдән һуң ул ҡаҙ бөтөнләй данға күмелде. Ә ул хәл былайыраҡ булды: бер мәл Мәрйәмдең бер бәпкәһе менән ата ҡаҙы ҡайтмай ҡалды. Өс көн балалары менән эҙләне уларҙы Мәрйәм. Тапмағас, “Эт йә төлкө ауыҙына эләккәндәр­ҙер”, – тип эҙләүҙе туҡтаттылар. Уларҙы көтөүсе Сәмиғулла абзый тапты: бәпкә бер тәрән соҡорға төшкән икән, ә ата ҡаҙ уны һаҡлап торған. Шунан һуң ауылда “Ҡара әле, Мәрйәм, һинең ата ҡаҙыңды ҡоштар батшаһы итеп ҡуйһаҡ, нисек булыр икән?!” – тип көлөштөләр.
Ә быйыл Мәрйәмгә, ҡаҙҙары ояға ултырғас ҡына, ғаиләһе менән өс көнгә ҡунаҡҡа китергә тура килде: күрше ауылдағы ҡустыһы өйләнде. “Йортома күҙ-ҡолаҡ булып тор, ҡаҙҙарымды төшөрөп ашат, керетергә онота күрмә инде, йомортҡалары һы­уынып китмәһен”, – тип кәңәш­тәрен әйтә-әйтә йорт асҡысын Хәҙисәгә килтереп тотторҙо ул. Күрше хаҡы – Тәңре хаҡы, бер-береһенә ярҙамға килеүҙәре беренсе тапҡыр ғына түгел. Хәҙисә риза булып ҡалды...
Тик шайтан ҡоторттомо, көнсөллөгө килдеме, оялағы эре-эре йомортҡаларҙы күргәс, тыйылып ҡала алманы: уларҙы алъяпҡыс итәгенә төрөп алып ҡайтты ла урынына тиҙ генә үҙ ҡаҙы ояһындағы йомортҡа­ларҙы алып барып һалып ҡуйҙы.
Һиҙмәй буламы һуң Мәрйәм! Тик аҡыллы ҡатын күршеһенең йөҙөн йыртманы, бер ни ҙә булмағандай, аралашыуын дауам итте. Ҡаҙҙары булманы уның был яҙын, сит йомортҡа­ларҙан сыҡҡан ике зәғиф кенә бәпкәне ата ҡаҙ үҙһенмәне генә түгел, яҡын да ебәрмәне. Ҡош-ҡорт яратҡан, уларҙы аҫрарға әүәҫ Мәрйәм балаларын ри­зыҡһыҙ ҡалдырманы: күрше өлкәнән ҡырҡ өйрәк бәпкәһе алып ҡайтты.
Хәҙисә иһә күңел тыныс­лы­ғын бөтөнләй юғалтты. Мәр­йәмдең күҙенә артыҡ салын­маҫҡа тырышты. Ҡаҙҙарын һыу буйына Мәрйәмдән алда төшө­рөр булды, һуң ғына алып ҡайт­ты. Улары үҙҙәре ҡайтҡан саҡта ла ҡапҡа төбөндә тор­ғоҙманы, тиҙ генә индереп ябып ҡуйҙы...
Юҡҡа ғына булмаған икән шул төшө Хәҙисәнең. Бына инде ун йыл бергә торған ире бөгөн килеп: “Хәҙисә, булдыра алһаң, ғәфү ит, башҡаса һине алдап йәшәй алмайым, беҙҙең Зөләй­ха менән икенсе сабыйыбыҙ тыуырға тора, балаларымды етем үҫтерергә теләмәйем”, – тине.
Аяҙ көндә йәшен һуҡтымы ни Хәҙисәне. Ире менән бик яҡ­шы йәшәһәләр ҙә, балалары бул­маны шул. Ишетмәне түгел, ишетте ул иренең ситкә йөрөгә­нен, әммә былай уҡ булыр тип күҙ алдына ла килтермәгәйне бит.
Тыҡрыҡ тулып Хәҙисәнең ҡаҙ­ҙары ҡайтып килә. Тик ҡош-ҡорт ҡына уның күңелен күтәрерлек түгел шул...






Вернуться назад