Йылайыр районында афған һуғышы яугире Рафаэль Ҡолһарин иҫтәлегенә милли көрәш буйынса ярыш үткәреү матур йолаға әйләнде.
Ватанға һөйөү тәрбиәләүгә арналған был сара Юлдыбайҙа уҙғарыла һәм Урал аръяғынан йөҙләп көрәшсе ҡатнаша. Ә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Һау-сәләмәт тормош өсөн көрәш” акцияһы сиктәрендә келәмдәр бүләк итеүе спорттың был төрөн күпкә алға ебәрҙе. Турнирҙа Йылайыр, Баймаҡ, Ейәнсура, Хәйбулла райондары һәм Сибай ҡалаһынан килгән көрәшселәр ике төркөмдә көс һынашты. Батырҙар бәйгеһен тантаналы асыуҙа район хакимиәте башлығы урынбаҫары Александр Коротко, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосоповтың ярҙамсыһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Гөлнур Ҡолһарина, баш белгес Фаил Алсынов, БДУ-ның Сибай институтының физик тәрбиә биреү кафедраһы мөдире Геннадий Полько, яугирҙең ике туған ағаһы, көрәшсе — тренер Миңлеғәле Ҡолһарин ҡатнашып, изге теләктәрен еткерҙе.
Уҡыусылар — 9, йәштәр 4 ауырлыҡ категорияһында көслөләрҙе асыҡланы. Һөҙөмтәлә Йылайырҙан Ф. Дәүләтсурин, З. Мусин, Ғ. Әжебаев, И. Хәсәнов, Баймаҡтан Ф. Түләков, Д. Ғүмәров, Сибайҙан И. Йәмғурсин, И. Хәйбуллин, З. Шөғөров, И. Ғәзин, Ейәнсуранан С. Әбделғужин менән И. Йәғәфәров, Хәйбулланан И. Күсәков үҙ ауырлыҡ төркөмөндә еңеп, чемпион исеменә һәм кубокка лайыҡ булды.
Командалар араһында Р. Ҡолһарин исемендәге кубокты алтынсы мәртәбә хужалар яуланы, икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Баймаҡ һәм Сибай батырҙары бүлеште.
Фәрит РӘМОВ.
Йылайыр районы.