Урал буйлап ҡиблаға табан аға ул…18.07.2017
Урал буйлап ҡиблаға  табан аға ул… Һуңғы осор Һаҡмар йылғаһының яҙмышына ҡағылышлы яҙмалар йыш күренә башланы. Уларҙың күбеһе борсолоуға ҡайтып ҡала.


Элек Һаҡмарға ҡағыл­ған мәҡә­ләләргә иғтибар итмәй инем. Бынан өс йыл элек “Йәшлек”тә (2014 йыл, 24 июль) Дамир Шәрәфет­диновтың күләм­ле юлъяҙ­маларын биргәй­не. Рейд-сәйәхәт “Йәшлек” гәзите редакцияһының “Таҙа Һаҡмар өсөн” акция­һына арналғайны. Йыл­ғаның яҙмышы, яуаплы­лыҡҡа ҡағылған әсенеүҙәр һөҙөмтәһеҙ ҡалды. Ә һуңғы осорҙа йылға яҙмышы үтә лә борсоулы булғанын йыш яҙалар.
“Атайсал” (2017 йыл, 4 март), “Киске Өфө” (2017 йыл, 15 апрель) гәзит­тәре лә Һаҡмарға ар­налған акцияларға ҡушы­лырға саҡырҙы. Ул саҡы­рыуҙан алда уҡ Сыңғыҙ ауылынан (Баймаҡ райо­ны) Ф. Усма­нов Һаҡмар һыулаған ауылдарға йыл­ғаның үҙ биләмә­ләрендәге өлөшөн таҙартырға тәҡ­дим иткәй­не (“Һаҡмар”, 2017 йыл, 3 март).
Һаҡмар яҙмышына ҡағылған сараларҙы хуп­ламай әмәл юҡ. Эш башланғанына ҡыуанып, “Таҙа Һаҡмар сәйәхәткә сыға” тип яҙып сыҡтылар. Эштәр бәрәкәт һәм ҡыуаныс килтерһен. Тик таҙартыу ғына Һаҡмарҙы һаҡламаҫ. Өмәләрҙән һуң сүп-сар яндырылмаһын ине. Әгәр ҡый өйөлә ҡал­һа, ул серер, яңы үҫен­теләргә нигеҙ булыр. Һаҡмарҙың күп өлөшө “яланғас” ҡала килә. Шуға яр буйына әрһеҙ үҫкән ағас-ҡыуаҡтар ултыртырға кәрәк.
Әйткәндәй, бөгөн тик Һаҡмар ғына мөшкөл хәлдә түгел. Йүрүҙәндә эреле-ваҡлы утрауҙар барлыҡҡа килеүе йә Инйәрҙең ярҙарҙы йыуыуы тураһында борсолоулы хәбәрҙәр булды. Ундай күренеш сәбәптәре лә беҙҙең “эшмәкәрлек” һөҙөмтәһе шул.
Унан ҡала Һаҡмар Баш­ҡортостан йылғаһы ғына түгел, ә Ырымбур далаларын да тулыландыра. Яҙыуым шунан: “Баш­ҡор­т­остан”ды күрше­ләр ҙә уҡый бит. Улар беҙҙең борсолоуҙы, хәстәрлекте аңлар һәм беҙгә ҡушылыр.
Үҙем инде оло кеше, Һаҡмарҙың инешен, Яйыҡ­ҡа ҡушылған ерен күрҙем. Йылғаның урта өлөшөндә тигәндәй бала саҡтан йә­шәйем. Элек ул мул, таҙа һыулы даръя ине. Балығы ла бөтмәҫ-төкәнмәҫтәй тойолдо. Ә бөгөн йәнһеҙ-телһеҙ меҫ­кен хәлендә шул.





Вернуться назад