Тәжрибәле юлсы ла аҙашыр…18.07.2017
Шайтантау… Яутүбә… Һинең өнһөҙ ҡылғанлы далаларыңда, һырттарыңда күпме сер һәм йомаҡ йәшеренгән. Ҡайһы берҙә ел генә тарлауыҡтарҙа, эҫе ҡояшта ҡыҙған ҡаяларҙа һағышланып, яманһыу йырын һуҙа. Шул саҡта ҡарт бәһлеүән генә уйланып, төпһөҙ зәңгәр күккә, унда йөҙгән болоттарға баға. Нисәмә быуат күргән кисерештәрҙән ул һиҫкәнеп киткәндәй була. О, һин, ваҡыт! Нисек тиҙ үтәһең…


Аҡһыл-йәшел “Нива”, бар ҡеүәтен һәм мөмкинлеген эшкә егеп, тау һырты буйлап өҫкә күтәрелгәндән-күтәрелә бара. Юғарыға менгәс, машина тиҙ­леген арттырғандай итте, әммә барыбер әллә ни ырата алманы. Техника онотҡанда бер үткән тигеҙһеҙ бормалы юл ҡайһы бер урындарҙа тармаҡланып китә. Был тирәне йүнләп белмәгән кеше “һә” тигәнсә икенсе, кәрәкмәгән яҡҡа боролоп китеүе бар. Ә беҙҙең водитель юлды белә, урмансы булараҡ, был тирәне арҡыры-буй йөрөп сыҡҡан.
Барыр еребеҙ яҡындан түгел, йәнә 15-16 саҡрым үтәһе бар. Беҙҙе, жур­налистарҙы, бығаса таныш булмаған урын – Шайтантау үҙенә тарта. Ул әле алыҫ, әммә беҙ туҡталған тау башынан күренеп тора – күгәреп офоҡтарға барып тоташа. Ошо панорама фотоап­параттың тәүге кадрына эләкте.
Текә үрҙән төштөк тә бик матур урынға килеп сыҡтыҡ. Бында тау йылғаһы үҙәнендә элек “Ейәнсура” совхозының быҙауҙары көтөлгән. Хәҙер бында ҡымыҙ бешеү өсөн бейәләр аҫрала. Хужалыҡта ҡымыҙ бешеү эше менән нисә йыл инде бер уңған ғаилә шөғөлләнә. Улар янында һыу­һынды ҡандырҙыҡ та юлыбыҙҙы дауам иттек. Йәнә үр, йәнә бормалы юлдар...
Бына элекке баҫыулыҡтарға ла аяҡ баҫтыҡ, ә тегендә ағас һөйрәткәндәр, артабан инде техника тәгәрмәстәренең эҙе күренмәй ҙә тиерлек. Беҙҙе ҡыҙыҡ­һындырған урын башлана. Оҙатып йөрөүселәребеҙ һөйләүенән Шайтантау тураһында бер аҙ хәбәрҙарбыҙ. Мәҫә­лән, республика картаһында был географик урын Яутүбә (М. Түләбаев китабында – Яутигән) тигән исем менән билдәләнгән. Был ысын атамаһы, һуңғы йылдарҙа ғына рустар һыртты башҡа исем менән атаған. Ни өсөн Яутүбә? Борон башҡорттарға ҡаҙаҡтар, ҡал­мыҡтар әленән-әле һөжүм итеп торған. Ошо тау башынан ғына һөжүм итеүсе дошманды күрергә мөмкин булған. Шуға ла башҡорттар үҙҙәренең баға­уылдарын ошонда ҡуйған, улар дошман тураһында тиҙ хәбәр итеп торған. Ошо урында дошманды ҡаршылау уңайлы булған. Шуға ла Яутүбә тип аталған.
Яйлап Шайтантауға яҡынлашабыҙ. Юлһыҙлыҡ, артабан беҙҙең алда асылған күренеш – барыһы ла был тарафтарҙа әҙәм балаһының һирәк булыуы тураһында һөйләй.
– Тирә-яҡта 20 – 25 километр алыҫ­лыҡта бер ауыл да юҡ, – ти беҙҙең гидтар. – Шайтантау браконьерҙарҙы ғына үҙенә ымһындыра, был, әлбиттә, уникаль тәбиғәт мөйөшөнә зыян килтерә һәм борсоуға һала.
– Ҡарағыҙ әле, торна, – тип шатланып ҡысҡырып ебәрҙе техниктарҙың береһе, – нисек тә ҡурҡытмаҫҡа ине.
Ысынлап та, ҙур булмаған күлдең теге яғында мөһабәт ҡош ғорур баҫып тора. Тиҙ­лекте әкренәйттек. Әммә яҡын барып булманы, беҙҙе күреп ҡалған ҡош ҙур ҡанат­тарын йәйеп юғары күтәрелде.
Бәләкәй генә тау йылғаһы, шишмә һымаҡ саф һыулы. Бында оҙаҡ ваҡыт берәү ҙә йөрөмәгән шикелле.
Йылға буйлап битләүгә күтәреләбеҙ, үләндә беленер-беленмәҫ һуҡмаҡ күренеп ҡала, тирә-яҡта таныш түгел үләндәр күкрәп үҫә. Юл ҡыуаҡлыҡтар, ҡуйы үҫентеләр аша үтә һәм иркен­леккә, аҡланға килеп сығабыҙ. Ҡуйы булып үҫкән ҡылған бик үҙенсәлекле, был һирәк осраусы үҫемлек – Коржинский ҡылғаны. Беҙҙе оҙатып йөрөүселәр Шайтантау тураһындағы ғәжәйеп хикәйәһен дауам итте.
– Климаты ҡырыҫ, иртәнге томан төшкә табан ғына тарала. Был урын­дарҙа тәжрибәле юлсының да аҙашыуы ихтимал. Кешеләр атмосфера күрене­шенең сәбәптәрен аңламаған һәм төрлө легендалар тыуҙырған. Тауҙың шай­танға бәйле исеме лә шуға ишара. Бында аңлатып булмаҫлыҡ нәмәләр күп.
Машинаға кире килдек һәм “Шайтантау – тәбиғәт ҡомартҡыһы” тигән щитты үтеп киттек. Соҡор-саҡырлы юлдан тәпәш кенә ҡарағайҙарҙы үтеп, урманға барып индек.
Иҫке юл эҙләй торғас, ниһайәт, таптыҡ. Ауған ағастар осрауға ҡара­маҫтан, машина һыр бирмәне. Йәнә асыҡ урынға барып сыҡтыҡ. Алда үркәс-үркәс тауҙар, урыны менән 30 метр бейеклектәге ҡаялар. Ҡырағай ҡоштар, йәнлектәр төйәге. Экскурсоводтарыбыҙ: “Бында туғаҙаҡ, һуйыр, ҡор йәшәй. Аҫта турғайҙар һәм ҡарғалар күп булған кеүек, улар ҙа бында бик ишле. Мышылар ҙа ошонда туҡтала”, – тип һөйләй. Аҙаҡ шишмә янында уларҙың да эҙҙәрен күрҙек. Ҡабан сусҡалары, ҡыр кәзәләре лә осрай. Юлдаш­тарыбыҙҙың һөйләүенән мәғлүм булыуынса, Шайтантау һырты 80 кило­метрға һуҙылған. Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ ҡалаһынан Хәйбулла, Ейәнсура райондары аша үтеп, Йы­лайырҙа тамамлана. Тауҙың үҙендә бихисап эреле-ваҡлы мәмерйәләр бар. Тикшеренеүселәр күптән түгел аҫта ҡурғандар – боронғо ҡәберҙәр тапҡан. Был һырттың бар­лыҡҡа килеүен ғалимдар шулай аңлата: боҙланыу осоронда көнсығыш һәм урта рус тигеҙлектәре ҡыҫылған саҡта таштар һәм ҡаялар өҫкә ҡалҡып сыҡҡан һәм һырт барлыҡҡа килгән. Борондан ҡалған үҫемлектәр – шуға дәлил.




Вернуться назад