Яңылыҡтар18.07.2017
“Республика Башлығының теләктәрен күрһәтмә тип ҡабул итәбеҙ”

Төбәк Башлығының теләктәрен депутаттар корпусы күрһәтмә булараҡ ҡабул итә һәм республика халҡы алдындағы яуаплылығын аңлай. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитеты етәксеһе Эльвира Айытҡолова, Рөстәм Хәмитовтың закондар сығарыу йыйылышының пленар ултырышындағы сығышына аңлатма биреп, ошо турала белдерҙе.


Төбәк етәксеһе парламенттың яҙғы сессиялағы эшмәкәрлеген баһаланы һәм киләһе йылға бурыстарҙы билдәләне, 2018 йылда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлаяса­ғыбыҙҙы ла телгә алды.
– Парламент эшмәкәрлегенә баһа биргәндә, Рөстәм Хәмитов депутат­тарҙың әүҙемлеге һәм ижади эше тураһында аныҡ әйтте. Ғәмәлдәге хәлгә битараф ҡалмаҫҡа, округтарҙағы эште көсәйтергә саҡырҙы. Башҡортостан Башлығы берләшеү темаһын тағы ла күтәрҙе, социаль оптимизмға таянырға тәҡдим итте, – тине Эльвира Айыт­ҡолова.
Парламентарий, Рөстәм Хәмитов һүҙ алып барған проблемаларҙы депутаттар корпусына башҡарма власть менән берлектә хәл итергә тура киләсәк, тигән фекерҙә.





Йәнә бер герой
табылды


Башҡортостандан Ростов өлкәһендә табылған Ҡыҙыл Армия һалдатының ейәнсәре олатаһын ҡайтанан ерләргә юллана. 1943 йылдың 20 февралендә Зевин утары янында немецтарға ҡаршы ҡаты һуғышта һәләк булған һәм ошонда уҡ ерләнгән 16 яугир тураһында мәғлүмәт күптән түгел матбуғатта донъя күргәйне.


Ҡыҙылармеецтар 33-сө гвардия уҡсылар дивизияһының 91-се полкы составына ингән. 1943 йылда Матвеев Ҡурған ҡасабаһы өсөн алышта 88-се һәм 91-се полктар ҡамауҙа ҡалған. 74 йыл үткәс, “Южный рубеж” отряды эҙәрмәндәре санитар ҡәберлектә 26 яугирҙең һөлдәһен тапҡан. Улар араһында яҡташтарыбыҙ ҙа бар.
Любовь Сыругина олатаһы Иван Николаевич Оглоблиндың Ростов янындағы һуғышта һәләк булыуын ғына белгән. Ул Ейәнсура районының Рус Бармағы ауылынан 39 йәшендә яуға киткән. Һуғышҡа тиклем колхозда эшләгән, дүрт балаһы булған. Әле ошо балаларҙың береһе генә (ҡыҙы) иҫән. Уның ҡарауы, ейәнсәрҙәре, бүләләре күп. Ейәнсәре Любовь Григорьевна хәләл ефете Алексей Павлович менән ун баланы тәрбиәгә алған.
Яуҙа һәләк булған 16 яҡташыбыҙҙы августа Матвеев Ҡурған районындағы “Якорь” мемориалында ерләйәсәктәр.



Сирле ҡайынлыҡтарҙы киҫәләр

Башҡортостанда бактериаль һары һыу сире зыян килтергән ҡайынлыҡтарҙы киҫәләр. Республиканың Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бындай урмандарҙың майҙаны 5,6 мең гектар тәшкил итә.


Республикала ҡайын урманы 1,26 миллион гектарҙы биләй. Иң ҙур майҙандар Салауат (1 790 гектар), Әлшәй (587), Бәләбәй (402), Дыуан (260), Балаҡатай (227) райондарында урынлашҡан. Әлеге сирҙән дауа юҡ, шуға күрә сирле ағастарҙы утынға киҫәләр.
Белгестәр әйтеүенсә, бындай ҡайындарҙа шешмәктәр барлыҡҡа килә, уларҙың эсенә шыйыҡса йыйыла. Ул ағып сығып, көрән төҫтәге тапҡа әүерелә. Ҡайын әкренләп ҡорой.
Сирҙең сәбәбе – ҡоролоҡ. Һуңғы йылдарҙа төбәктә һауа шарттары әллә ни ҡыуандырманы. Һөҙөмтәлә ҡайын­лыҡтарға зыян килде.


Вернуться назад