Интернетта аҡса эшләү18.07.2017
Интернетта аҡса эшләү Тормошта теләһә ниндәй боролоштарға, үҙгәрештәргә әҙер торорға кәрәк. Эш урынын алмаштырғанда, бала менән өйҙә ултырғанда, тыуған ерҙән йыраҡта булғанда йә иһә өҫтәмә аҡса кәрәкһә, Интернет ярҙамға килә. Заман башҡа, заң башҡа, тигәндәй, түбәндәге кәңәштәрҙе хәтерегеҙгә һалып ҡуйыу зыян итмәҫ.


1. Текстар яҙыу.
Был эш төрлө сайттар өсөн текстар, мәҡәләләр яҙыуҙы аңлата. Интернетта көн һайын йөҙҙәрсә яңы ресурс барлыҡҡа килә, улар даими рәүештә яңы хәбәргә мохтаж. Дөйөм мәғлүмәт сараларының сайттары, электрон гәзиттәр, порталдар көн дә ҙур күләмдә хәбәр еткерергә тейеш. Уларға үҙ өлкәһен аңлаусы, яҙыу-һыҙыу һәләте, теләге булған кешеләр кәрәк. Хеҙмәттең был төрө менән аҙнаһына 1 сәғәт тә, көнөнә 7-8 сәғәт тә шөғөлләнергә була. Фәҡәт һөйләмдәрҙе матур, дөрөҫ итеп төҙөй белеү һәләте, хатаһыҙ яҙыу, грамматиканы, телде яҡшы белеү сифаттары мөһим. Интернетта яңы эшләй башлағандарға ла, өйҙә ултырған әсәйҙәргә лә ҡулай ул. Башлап ебәреү өсөн рерайтинг алымы файҙалы. Был – әҙер тексты күсереп яҙыу, камиллаштырыу тигән һүҙ. Бер аҙ оҫтарғас, копирайтинг, слоган, нейм, мәҡәләләр, реклама яҙырға алыуҙары ихтимал. Заказдарҙы фрилансерҙар, йәғни ирекле эшләүселәр өсөн тәғәйенләнгән сайттарҙан табып була. (Мәҫәлән, fl.ru, freelance.ru, weblancer.net, freelancejob.ru, work-zilla.com).

2. Ҡулдан эшләнгән әйберҙәр һатыу.
Ҡулы эш белгән кеше бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмай. Интернет – бөтә донъяны берләштергән урын. Өйҙә тороп та, үҙең етештергән әйберҙәрҙе башҡаларға тәҡдим итеп, аҡса эшләргә була. Миҫал өсөн, өйҙә бешерелгән торттар, тәм-том, ҡулдан эшләнгән бижутерия, косметика, йорт биҙәү йыһаздары, картиналар һәм башҡалар. Уларҙы төрлө социаль селтәрҙәрҙә фотоларын ҡуйып, тауарыңды матурлап, маҡтап тәҡдим итәһең. Һатып алыусыларҙы тапҡас, уларҙың баһаламалары реклама ролен үтәй башлай.

3. Үҙ сайтыңды, блогыңды булдырыу.
Үҙеңдең көслө, талантлы сифаттарыңды асыҡлап, шул йүнәлештә эшләргә мөмкин. Һин оҫта яҙаһың, үҙенсәлекле фотоға төшөрәһең... ғөмүмән, нимәгәлер һәләтең бар икән, улар хаҡында башҡаларға ла һөйләй алаһың. Интернетта аралашырға теләүселәр өсөн юл асыҡ. Ютубта үҙ каналыңды булдырыу өсөн бер ниндәй сығымдар түгелмәй.
Үҙ уҡыусыларыңды, аудиторияны табырға шаҡтай ваҡыт үтер. Иң мөһиме – башҡаларҙан айырып торған үҙенсәлек булһын. Теманы яратып, ҡыҙыҡлы итеп еткерергә тырышырға кәрәк. Эштәрең көйләнеп киткәс, һин унда реклама урынлаштырып аҡса эшләй алаһың.

4. Интернет-магазин асыу.
Уны айырым сайтта (был осраҡта, сайт өсөн “домен” һатып алырға кәрәк) йәки бер ниндәй сығымһыҙ теләһә ҡайһы социаль селтәрҙә асырға була. Эш шунан ғибәрәт: “Бәйләнештә” (“В контакте”) селтәрендә төркөм асаһың, нимә һатыуыңды яҙып, фотоларын ҡуяһың һәм һатып алырға теләүселәрҙе эҙләйһең. Тағы бер яйлыраҡ ысул бар: аудиторияһы булған әҙер магазинды һатып алырға мөмкин. Унан һуң күмәртәләп һатып алыу нөктәләрен асыҡлап, тауарҙы беренсе хаҡына алаһың һәм, күпмелер процент өҫтәп, һатыу итәһең.
Интернет-магазиның эшләп китһен өсөн үҙ тауарыңды тәҡдим итә белергә кәрәк. Иң мөһиме – тауарҙың сифаты беренсе урында булырға тейеш. Һатып алыусыларҙың баһалары үҙенән-үҙе рекламаға әйләнәсәк.

5. Курс, диплом эштәре, реферат яҙыу.
Был төр хеҙмәт һәр ваҡыт кәрәк. Уларҙы Интернет аша һатыу-алыу күпкә еңел. Әлбиттә, белем һәм күп ваҡыт талап иткән шөғөл. Эш хаҡы төрлөсә: 1000 һумдан 50 000 һумға тиклем тәҡдим итәләр.

6. Дизайн хеҙмәте.
Интернетта дизайнерҙар өсөн һәр ваҡыт эш табыла. Улар сайттар өсөн макеттар, баннер, графика, логотиптар яһай. Бер нисә йыл һайын сайттар дизайнды яңырта.
Был эш менән махсус белеме булған йәки үҙаллы өйрәнгән белгестәр шөғөлләнә ала. Беренсе ваҡытта портфолио өсөн эшләргә тура килә, сөнки заказ биреүсе иң элек алдағы хеҙмәттәрең менән таныша. Заказдарҙы эш тәҡдим иткән биржалар аша табырға була.
Шулай итеп, Интернет селтәрендә кинәнеп эшләргә мөмкинлек бар. Уның уңай яҡтары: күп осраҡта эш графигын һәр кем үҙе билдәләй, үҙенә оҡшаған эште һайлай.
Кире яҡтары ла етерлек: унда алдау, конкуренция көслө. Үҙеңде күрһәтеү, танытыу өсөн ныҡ ҡына тырышырға, ҡайһы саҡта аҙ ғына хаҡҡа ла риза булырға тура килә. Тәҡдимдәр, заказдар даими түгел.
Нисек кенә булмаһын, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында өйҙә ултырған кешеләр өсөн Интернет килем сығанағына әйләнергә мөмкин.




Вернуться назад