Яңылыҡтар18.07.2017
Владимир Путинға
һорауың бармы?


Башҡортостан уҡыусылары “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге НТВ рәсми аккаунты аша Рәсәй Президентына һорау бирә ала. Владимир Путин иң яҡшы һорауҙарға 21 июлдә яуап бирәсәк.

Әйткәндәй, тап ошо көндө дәүләт Башлығы “Сириус” белем биреү үҙәге тәрбиәселәре менән осрашырға ниәтләй. Һөйләшеү НТВ телеканалының тура эфирында һәм ntv.ru сайтында тапшырыласаҡ.





Мөрәжәғәттәрҙә – йән әрнеүе

Республика Хөкүмәте йортонда Рөстәм Хәмитов төбәктә хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса даими эш итеүсе координацион кәңәшмәнең киңәйтелгән ултырышын үткәрҙе. Ул алданған өлөшсөләрҙе яҡлау һәм уларҙың хоҡуҡтарын тергеҙеү буйынса күрелгән сараларға арналды.

– Биш йыл элек алданған өлөшсөләр менән бәйле мәсьәләне ниндәй ҡыйынлыҡ менән хәл итеүебеҙ хәтерегеҙҙәлер. 28 йорт, 3 меңдән ашыу граждан зыян күргәйне. Беҙ уларҙы ауыр хәлдә ҡалдырманыҡ, күптәргә ярҙам иттек һәм мәсьәләне япҡайныҡ инде, – тине Рөстәм Хәмитов. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Хөкүмәт йорто, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, башҡа министрлыҡтар һәм ведомстволар алдында ҡыйын хәлдә ҡалған кешеләрҙең пикеттары ғәҙәти күренешкә әүерелде. Ошо тема буйынса миңә мөрәжәғәт итеүселәр һаны 2014 йылдан даими арта. Уларҙа – меңдәрсә кешенең йән әрнеүе. Халыҡ етәкселектән, хоҡуҡ һаҡлау органдарынан ысын ғәмәлдәр, аныҡ ҡарарҙар көтә.
Республика Башлығы бөтә төбәк етәкселәренә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың күрһәтмәһе еткерелеүен билдәләне. Уларға намыҫһыҙ төҙөүселәрҙән зыян күргән кешеләрҙең проблемаһын хәл итеү буйынса пландарҙың ваҡытында тормошҡа ашырылыуын тәьмин итеү, уларҙың үтәлеше тураһында граждандарға хәбәр итеү, проблемалы яңы объекттарҙың барлыҡҡа килеүенә юл ҡуймау бурысы йөкмәтелде. Башҡарылған эш тураһында квартал һайын отчет бирелергә тейеш.
Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәтенә һәм муни­ципалитеттарға алданған өлөшсөләрҙең проблемаларын хәл итеүгә өҙлөкһөҙ контролде ойошторорға ҡушты.




Ышаныс күрһәтелде

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указы менән Тимур Мөхәмәтйәнов Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде.

Тимур Рәфис улы Мөхәмәтйәнов 1984 йылда Күмертауҙа тыуған. Халыҡ-ара бойондороҡһоҙ экология-политология университетын, Юғары иҡтисад мәктәбен, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте аспирантураһын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2008 йылда Рәсәйҙең Төбәктәр үҫеше министрлығында башлай. Төрлө йылдарҙа Халыҡ-ара бәйләнештәр һәм сик буйы хеҙмәттәшлеген үҫтереү департаментында, Рәсәй Транспорт министрлығының Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек департаментында эшләй.




Сәнәғәтте үҫтерәбеҙ

Башҡортостанда Сәнәғәтте үҫтереү фонды төҙөлә. Республика Хөкүмәте сәнәғәт өлкәһендәге инвестиция проекттарына булышлыҡ итеү өсөн федераль финанслауҙы йәлеп итеү маҡсатында ошондай ҡарар ҡабул итте.

Әлеге структура ҡайһы бер проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн аҡса бүлергә мөмкинлек бирәсәк. Атап әйткәндә, был аҡсаны юғары технологиялы һәм конкурентлыҡ ҡеүәһенә эйә булған өр-яңы сәнәғәт продукцияһын ғәмәлгә индереүгә, сәнәғәтте үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен үҙ эсенә алған һәм импортты алмаштырыуға йүнәлтелгән технологик һәм сәнәғәт проекттарын тормошҡа ашырыуға тотонорға мөмкин буласаҡ.



Курорт йыйымы кеҫәгә һуҡмаһын

Дәүләт Думаһы “Ҡырым Республикаһында, Алтай,
Краснодар һәм Ставрополь крайҙарында курорт инфраструктураһын үҫтереү буйынса эксперимент үткәреү тураһында”ғы закон проектын икенсе уҡыуҙа ҡарай. Әлеге эксперимент ошо биләмәләрҙә туристик инфраструктураны үҫтереү өсөн курорт йыйымын ғәмәлгә индереүҙе күҙ уңында тота. Уны 2018 йылдың майынан 2022 йылдың декабренә тиклем үткәреү планлаштырыла.

Курорт йыйымы күләмен 2018 йылда бер кешегә тәүлегенә 50 һум күләмендә билдәләү һәм киләһе йылдарҙа 100 һумға тиклем арттырыу ҡарала. Эксперимент һөҙөмтәһендә даими курорт йыйымын бөтә Рәсәйҙә ғәмәлгә индереү-индермәү буйынса ҡарар ҡабул ителәсәк. Әлеге тема Башҡортостан өсөн дә әһәмиәтле.
– Курорт йыйымы туристик инфраструктураны үҫтереүгә өҫтәмә аҡса тупларға булышлыҡ итер ине, – тигән фекерҙә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Әммә был йыйымды башҡа төбәктәрҙән һәм илдәрҙән килгән туристар түләргә тейештер. Ташламалар системаһын ентеклерәк күҙаллау шарт. Курорт йыйымы социаль яҡтан аҙ яҡланған халыҡ төркөмдәренең кеҫәһенә һуғырға тейеш түгел. Күптәр беҙҙең төбәккә турфирмалар аша түгел, ә үҙ яйы менән килә. Шуға күрә законда ошо нескәлектәрҙе лә иҫәпкә алырға кәрәк. Законды үтәүҙең тәүге һөҙөмтәләрен, ошо өлкәләге тәжрибәне ентекле өйрәнеү зарур.



Мәргәндәрҙе йыйҙы Учалы

Учалы ерендә “Мәргән уҡсы” икенсе халыҡ-ара фестивале уҙғарылды.

Ҙур сараға Башҡортостандан, Силәбе өлкәһенән, Ҡаҙағстандан һәм Ҡырғыҙстандан, Беларусь Республикаһынан, шулай уҡ Мәскәү, Омск, Орск һәм башҡа ҡалаларҙан йөҙҙән ашыу уҡсы ҡатнашты. Ярыштың маҡсаты – граждандарҙы спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү, сәләмәт тормошто пропагандалау, уҡ атыуҙы популярлаштырыу.
“Мәргән уҡсы” фестивале Башҡортостанда икенсе тапҡыр уҙғарыла. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул республикала ғына түгел, күрше төбәктәрҙә лә ҙур танылыу яулап өлгөрҙө. Бындай этнофестивалдәр туризмды үҫтереүгә ыңғай йоғонто яһай. Сара нигеҙендә төрлө семинарҙар, уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде.

Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.


Вернуться назад