Республикабыҙҙа иман йорттарының йылдан-йыл арта барыуына, Аллаға шөкөр, күнегеп тә бөткәнбеҙ инде. Мәсеттәр айырыуса ғәйеттәр ваҡытында һәм уларҙан һуң ишек асыусан. Быйылғы Рамаҙан айында, шәүүәл башында ла бер нисә мәсет эш башланы. Мәҫәлән, күптән түгел Стәрлебаш районының Түбәнге Аллағыуат ауылы халҡы иман йортло булды.Мәғлүм ки, был төйәк Октябрь революцияһына тиклем мәғрифәт үҙәге булып һаналған. Мәҙрәсәләре менән дан тотҡан Стәрлебаш. Олуғ Мифтахетдин Аҡмулла ла тап ошо ерҙә ғилемгә тәүге аҙымдарын яһаған. Белем туплау өсөн бында үҙебеҙҙең төбәктән генә түгел, күрше өлкәләрҙән дә күпләп килгәндәр. Район үҙәгендә бер йылда меңдән ашыу шәкерт белем алған. Араларында билдәле шәхестәр бихисап.
Уҙған быуаттағы ҡоролош сәбәпле Түбәнге Аллағыуат халҡы ла оҙаҡ йылдар мәсетһеҙ йәшәргә мәжбүр булған. Һуңғы йылдарҙа иһә боронғо мәғрифәт үҙәге йәнә элекке хәленә ҡайта кеүек. Әле асылған мәсет районда 22-сеһе. Ауыл халҡы әйтеүенсә, иман йортон төҙөү эшенән берәү ҙә ситтә ҡалмаған. Хәленән килгәне – ҡул көсө, бәғзеләр аҡсалата ярҙам күрһәткән. Бер нисә мәртәбә күмәкләп өмәгә сыҡҡандар. Ҡупшы манара ла – ауыл оҫталарының хеҙмәте.
Иман йортон төҙөүгә үҙ өлөшөн индергәндәргә тантаналы сарала бүләктәр тапшырылды, ихлас рәхмәт һүҙҙәре әйтелде. Дөйөм эште дәррәү атҡарып сыға алыуына, ниәтенә етеүенә бергәләп ҡыуанды халыҡ. Иншаллаһ, хәҙер йома намаҙҙары, ғәйеттәр, бүтән дини байрамдар, аралашыуҙар күркәм иман йортонда үтәсәк. Әлегә тиклем имам-хатип Марат Бәхтийәров балаларҙы Ислам нигеҙҙәренә үҙ өйөндә өйрәткән икән. Хәҙер иһә ошондай дин дәрестәре лә иман йортонда үтәсәк.
“Ике мосолман ҡул биреп күрешһә, бармаҡтары араһынан гонаһтары юйылып төшөр”, тиелә хәҙистә. Ә ауылдарҙағы иман йорттары күпме диндәштәребеҙҙе осраштыра! Күрешкән, аралашҡан һайын, әл-хәмдү лил-ләһ, гонаһтар юйылып ҡына торалыр. Бер ҡорға тупланып, уртаҡ маҡсат ҡуйып йәшәгән халыҡ, ысынлап та, нисек хаҡ юлдан тайпылһын, гонаһ йыйһын?
Ҙур тормош, тәрбиә мәктәбе ул иман йорттары. Улар киләсәктә лә асылыуҙан туҡтамаһын, республикабыҙҙың һәр ауылында аҙан тауышы яңғырап торһон, ғибәҙәтханалар үҙ бурысын тейешенсә атҡарһын тигән теләк-ышаныс белдерҙе Түбәнге Аллағыуат халҡы ла. Мәсеттә күмәкләп тәүге йәмәғәт намаҙын уҡыны улар. Ауыл өҫтөндә яңғыраған Ҡөрьән аяттары Ашҡаҙар буйҙарына таралды.