– Ғөшөр саҙаҡаһы тураһында һөйләһәгеҙ ине, Нурмөхәмәт хәҙрәт. Уның зәҡәттән айырмаһы ниҙә?
Г. ИБРАҺИМОВА.
Өфө районы.
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Аллаһ Тәғәлә әҙәм балаларының һәр береһенә аң-зиһен, ниндәйҙер һәләт биргән. Шулай ҙа кешеләрҙең бәғзеһе тормошта урынын тиҙ таба, уңышҡа өлгәшә, икенселәргә иһә бының өсөн байтаҡ ауырлыҡ үтергә, тырышлыҡ күрһәтергә тура килә. Ошоға бәйле йәмғиәттә төрлө ҡатлам бар: байҙар, урта хәллеләр һәм ярлылар. Аллаһ Тәғәлә мохтаждарға ярҙам күрһәтеү мөмкинлектәрен индергән. Дәүләттәге социаль яҡлау сараһы кеүек ул.Хәллеләр байлығын үҙе өсөн генә файҙаланмаһын, фәҡирҙәргә лә өлөш сығарһын тигән ниәттә Раббыбыҙ саҙаҡа төрҙәрен булдырған. Беренсеһе – зәҡәт. Уның алтын, көмөш баһаһы, мал иҫәбе буйынса айырым миҡдарҙары бар. Шуны ла иҫкә төшөрөп үтәйек: Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм баҡыйлыҡҡа күскәс, Әбүбәкер хәҙрәтте хәлифә итеп һайлаған ваҡытта ғәрәптәрҙең бәғзеләре зәҡәтте бөтөрөү теләген белдергән. Ә яңы башлыҡ уларға ҡаршы төшөп, саҙаҡаның был төрөн һаҡлап ҡалған, Пәйғәмбәребеҙ юлының дауам ителергә тейешлеген әйткән.
Ғөшөр саҙаҡаһы иһә бойҙай, арпа, картуф, кәбеҫтә, сөгөлдөр һәм башҡа ерҙән алынған муллыҡ иҫәбенән (ундан бер өлөш) бирелә. Ғөмүмән, мосолман биш намаҙҙан тыш ваҡытын хеҙмәттә үткәрергә, тапҡанынан мохтаждарға өлөш сығарырға тейеш. Мәғлүм ки, динебеҙҙә ялҡаулыҡҡа, әҙерҙе көтөп ятыуға, һаранлыҡҡа урын юҡ. Биргән саҙаҡаң үҙеңә бәрәкәт булып әйләнеп ҡайтып, тормошоңдо нурлай. Әлбиттә ки, был ғәмәлде изге теләктә, Аллаһтың рәхмәте өсөн башҡарыу зарур. Кире осраҡта, әгәр күҙ буяу, үҙеңде күрһәтергә теләү ниәте өҫтөнлөк итә икән, саҙаҡа Раббыбыҙ тарафынан ҡабул ҡылынмаҫ. Тимәк, ул бирелгән хәлдә лә бирелмәне тигән һүҙ. Шуның өсөн дә, хөрмәтле йәмәғәт, бар ғәмәлдәрҙе бүтәндәрҙең рәхмәтен алыу түгел, ә Аллаһ Тәғәләнең ризалығы өсөн башҡарырға тейешбеҙ. “Изгелекте башҡалар күрһен тигән маҡсатта эшләүҙе, маҡтаныуҙы Раббыбыҙ ҡабул ҡылмай”, – тигән Рәсүл Әкрәм ғәләйһис-сәләм.
Саҙаҡаны Аллаһ Тәғәләнең ризалығы өсөн биреү зарурлығы хаҡында Ҡөрьәндә лә әйтелгән. “Хаҡ юлда ярҙам күрһәтеүселәр, хәйер өләшеүселәр, гүйә ки, орлоҡ кеүек. Ул үҫеп етеп, ете башаҡҡа әйләнер. Һәр береһендә йөҙ орлоҡ булыр”, – тиелгән “Әл-Бәҡара” сүрәһендә. Эйе, изгелеккә, йомартлыҡҡа, ихласлыҡҡа Аллаһ Тәғәлә сауабын арттырып бирә.
Раббыбыҙ ерҙә һәр нәмәне үлсәүле итеп яралтҡан. Барыһын да самалап бирә, муллыҡты ла, аҙсылыҡты ла әҙәм балаһын һынау өсөн ебәрә. Кемдер Аллаһтың ярҙамы менән туплаған байлығы арҡаһында үҙен башҡаларҙан өҫтөн күрә, һаранлана, ҡомһоҙлана башлай икән, уның тормошонан бәрәкәт китәсәк. Тимәк, был әҙәм һынауҙы үтә алманы, ниғмәттең ҡәҙерен белмәне, Аллаһтың барлығы һәм берлеген таныманы. Бер ни ҙә буштан килмәй, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Аллаһ бирә лә, ала ла. Ул ғәҙел. Шуны иҫтән сығармайынса, ниғмәттәргә шөкөр итеп, мохтаждарға өлөш сығарып йәшәргә тейешбеҙ.
Был йәһәттән, әлбиттә ки, хеҙмәткә таяныу зарур. Эш һөймәгән кеше үҙ ғаиләһен дә ҡарай алмағанлыҡтан, тапҡанынан башҡаларға өлөш сығарыу хаҡында уйлай ҙа алмай. Мосолманға бындай һыҙат бөтөнләй ят. Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә тырышып хеҙмәт итергә, тапҡаныбыҙҙан атай-әсәйебеҙгә, ғаиләбеҙгә, күршеләребеҙгә, мохтаждарға өлөш сығарырға насип итһен. Бер-беребеҙҙе хәстәрләп йәшәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Малыбыҙҙы паклап, хәйер бирә барайыҡ. Шул саҡта тапҡаныбыҙ бәрәкәтле, үҙ-ара мөнәсәбәттәр күркәм булыр, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.