Иң яҡшы сығарылыш студенты булыу еңелме?11.04.2012
Иң яҡшы сығарылыш студенты булыу еңелме?З. Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһында “Иң яҡшы сығарылыш студенты” конкурсына йомғаҡ яһалды.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, ярыш сығарылыш курс студенттарына эш табыуҙа тәүге аҙым булып тора. Сөнки конкурс шарттарына ярашлы, бәйгеселәр жюри ағзалары иғтибарына портфолио тәҡдим итергә тейеш. Бынан тыш, улар төрлө райондарҙан килгән мәғариф бүлектәре, мәктәп, ойошма вәкилдәре менән таныша, аралаша. Коллективта эшләй белеү һәләтеңде, үҙеңдең мөмкинлектәреңде күрһәтеү йәһәтенән дә конкурс йәш белгестәр өсөн ҡиммәтле.
Финалға 11 студент сыҡты. Тәүге турҙа улар үҙҙәре хаҡында, буласаҡ һөнәре тураһында бәйән итһә, ярыштың икенсе өлөшөндә конкурсанттар тормошта килеп тыуған төрлө хәл-ваҡиғанан сығыу юлдарын күрһәтте. Филология факультетының журналистика бүлеге студенты Наталья Мелконова конкурста еңеп сыҡты.
Наталья академияла уҡыуҙан тыш, буласаҡ һөнәре буйынса ҡала телевидениеһында балалар өсөн тапшырыуҙар алып барыусы булараҡ та камиллаша. Шулай уҡ республика гәзит-журналдарына мәҡәләләр ҙә ебәреп тора. Киләсәктә “Беренсе канал” хәбәрсеһе булырға хыяллана студент ҡыҙ. Афарин, ниәттәрең тормошҡа ашһын, Наталья!
Рәмил МАНСУРОВ.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Вернуться назад