“О-о-о, мёдик!”14.07.2017
“О-о-о, мёдик!”Ҡайһы берҙә донъя яңғыратып, шаулап үткәргән сараларҙан да буш күңел менән ҡайтып инәһең. Ә бына мәктәп кимәлендә генә ойошторолған бер телекүпер тауҙай тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Стәрлетамаҡ ҡалаһының 35-се мәктәбе уҡыусылары Севастополдең Иван Пьянзин исемендәге 14-се мәктәбендә белем алыусылар менән хәҙерге технологиялар ярҙамында аралашты. Тәү ҡарашҡа, иҫ китмәле ваҡиға ла түгел ине тыуған илдең киңлегенә, матурлығына арналған был сара. Балалар сиратлап йәнтөйәктәре, шул ерҙәге данлыҡлы күренештәр һәм шәхестәре тураһында һөйләне, экология мәсьәләләре буйынса фекер алышты, бер-береһенә тәҡдимдәрен дә еткерҙе. Шулай ҙа сараның тәүге өлөшө берсә ғорурландырҙы, берсә һоҡландырҙы һәм уйландырҙы ла әле.
Тәү башлап беҙҙең уҡыусылар ғәзиз төйәктәре тураһында һөйләй. Элемтә яҡшы, севастополдәр тыңлап ултыра. Тик башҡорт балының үҙенсәлегенә еткәс, бәйләнештең теге осонда йәнләнеү барлыҡҡа килә. Сараны алып барған уҡытыусы хатта: “О-о-о, мёдик” тип ҡысҡырып ебәрә. Бына бит ул балыбыҙҙың ҡөҙрәте, бына бит ул уның даны! Ә шул уҡ телмәрҙә яңғыраған соданың үҙен­сәлеге, тыуған еребеҙҙең данын арттырыусы шәхестәребеҙ күпме әле!
Һүҙҙе бәйләнештең икенсе яғындағы уҡыусылар ала һәм Ҡырымдың матурлығы хаҡында бәйән итә. Әлбиттә, һәр төбәктең үҙ матурлығы, үҙ йәнлелеге. Башҡортостан ғына түгел, был яҡтар ҙа ғашиҡ итерлек бит. Тәбиғәт ҡомартҡыларын барлағанда “ҡара һыу”, “боғаҙ”, “тау” һымаҡ таныш һүҙҙәр ҙә ҡолаҡҡа салынып ҡала. Дөрөҫөн әйткәндә, ошондай хозурлыҡ хаҡында бынан бер нисә йыл элек белмәй ҙә инем. Белдем, ғашиҡ булдым, эх, шунда барып бер ял итеп алаһы ине тип уйлап ҡуйҙым һәм хыялдар ошоноң менән сикләнде. Ситкә сығыу, донъя күреү, гиҙеү беҙгә ятыраҡ шул. Эш кеҫә тарлығындамы икән? Ҡырым түгел, бер нисә саҡрымда ятҡан Торатауҙы барып күрмәүселәр ҙә бар бит арабыҙҙа. Менталитетмы был, башҡа сәбәпме – уйланырға ғына ҡала.
…Артабан уҡыусылар мәктәптәре исемен йөрөткән шәхес тураһында һөйләй. Иван Пьянзин Севастополдә хәрби училище тамамлай, шунда хеҙмәт итә һәм шунда уҡ, 1942 йылда дошманға ҡаршы ҡаты алышта батырлыҡ күрһәтеп, һәләк була. Командирҙары ҡаты яраланғас, етәкселекте үҙ ҡулына алып, ул егеттәре менән һуңғы көскә тиклем ҡаршылыҡ күрһәтә. Советтар Союзы Геройы Силәбе өлкәһенең Кәртәле районында тыуған… “Ул район элек Башҡортостан ерлегендә булған”. Был юлы бүлдереү бәйләнештең был осонда яңғырай һәм сараға килгән ҡунаҡты йәнә уйға һала, ғорурландыра…
Уҡыусылар ғына түгел, ошо сараны әҙерләгән остаздары ла виртуаль осрашыуҙың шул тиклем әһәмиәтле килеп сығасағын күҙ алдына килтерҙеме икән?! Һәр хәлдә, ошо телекүпергә кемдең ҡатнашлығы бар, шуларға афарин тип кенә әйтергә ҡала. Тетрәнеү, үкенес тойғоһо кисереү, ғорурланыу һәм һыҙ­ланыу… Нисәмә хисте бергә кисереп ҡара әле. Рәхмәт, “35-селәр”!




Вернуться назад