Азаматтың нисек һөт йыйғаны14.07.2017
Азаматтың нисек һөт йыйғаныҺуңғы йылдарҙа ауыл халҡынан һөт йыйыу менән шөғөлләнгән ойошмалар ҡалманы тиерлек, шуға күрә ҡайһы бер ауылдарҙа шәхси эшҡыуарҙар, ошо эшкә тотоноп, ота ғына. Тәү ҡарашҡа һөт йыйыусы эше ябай ғына күренһә лә, хеҙмәте еңелдән түгел.


Түбәнге Иҙрис ауылында йәшәгән иң йәш эшҡыуарҙарҙың береһе Азамат Сыңғыҙов халыҡтан һөт йыйыу менән шөғөлләнә. Эшҡыуарҙың 15-ләп һауын һыйыры бар, көн һайын тиерлек 150-шәр литр һөт тапшыра, ҡалғанын ауылдаштарынан йыя. Үҙенең яуаплы эшендә Азамат Ғәйнислам улы, 2013 йылда “Эш башлаусы фермер” про­граммаһына ярашлы грант отоп, уның аҡсаһына һатып алған мини-тракторҙы кинәнеп файҙалана. Уға уңайлы һөт йыйыу һауытын тағып, көн һайын иртә менән ул ауылдаштарынан һәүкәш­тәрҙең “ағын” йыйырға сыға. Был эш ике яҡ өсөн дә отошло, ауыл халҡы ишле мал аҫрап, файҙаһын күрә, “тере аҡса” алып ҡыуана. Ҡулаҡса менән ваҡытында иҫәпләшкәс, хужабикәләр ҙә көтөп тора, ти Азамат. Йыйылған һөт “Буранбай” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә тапшырыла.
– Хәҙер кешене артыҡ өгөтләп тораһы түгел, – ти эшҡыуар, – сөнки күп ғаиләләр һөт һатыуҙан ингән аҡса­ға күҙ терәп йәшәй. Халыҡта ла, миндә лә ҡыҙыҡһыныу булғас, был продукцияны йыйыуҙа ҡыйынлыҡтар юҡ.
Утыҙын яңы тултырған эшҡыуарҙың киләсәккә пландары ҙур: симменталь тоҡомло һыйырҙарын ишәйтеү, сәсеү­лек өсөн ер алыу, ферманы төҙөклән­дереү һәм башҡалар. “Башҡалар тигәндә нимәне күҙ уңында тоттоң?” тигән һорауыма, йылмайып: “Йортомдо тиҙерәк тамамлап, өй туйларға ине”, – тип яуапланы. Әйткәндәй, Азамат Сыңғыҙовтың бар уңайлыҡтары булған ике ҡатлы йорто төҙөлә, әлегә биҙәкләү кеүек эштәре генә ҡалған. Кәләште лә ситтән эҙләмәгән, күрше Үрге Иҙрис ҡыҙы Ләйсән менән сәстәрен сәскә бәйләп, Азалия һәм Асия исемле ҡыҙҙар үҫтерәләр.
Һәр көн иртән ҡуйы һөтлө биҙрә­ләрҙе күтәреп, аҡ ризыҡ йыйып, уны тапшырып, ауыл халҡын ҡыуандырған эшҡыуарға уңыштар теләйбеҙ. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, ауылдаштары уны Ҡолсора ауыл биләмәһенә депутат итеп һайлап, ҙур ышаныс күр­һәткән.




Вернуться назад