Экологик әүҙемлек арта14.07.2017
Башҡортостан халыҡтың экологик әүҙемлеге буйынса төҙөлгән “йәшел рейтинг”та тәүге ун төбәк иҫәбенә инде. “Экотрадиция” халыҡ-ара конкурсы нигеҙендә әҙерләнгән рейтинг заманса экологик йолаларҙы ойошторғанда һәм үҫтергәндә халыҡтың әүҙемлек кимәлен сағылдыра. Ул статистика мәғлүмәттәренә нигеҙләнә. Башҡортостан рейтингта 10-сы урынды биләй, ә иң алдынғы төбәк – Төмән өлкәһе.

“Экотрадиция” конкурсы былтыр февралдә башланғайны. Быйыл иһә унда Рәсәй, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Белоруссия граждандары ҡатнашты. Еңеүселәр иҫәбендә яҡташыбыҙ Ульяна Симакова ла бар. Ул икенсе урынды яуланы.


Вернуться назад