Мин ни өсөн “Башҡортостан” гәзитен алдырам?14.07.2017
Милли баҫмаларға тиҫтәләрсә тоғролар күп тә ҡалмаған кеүек, бер уйлаһаң. Ауыл кешеләренә ошо турала һүҙ ҡуҙғатһаң, оло йәштәгеләр: “Элгәре булды заманалар, бөтә баҫмаларҙы ла алдырҙыҡ”, – ти ҙә ҡуялар.

Ә бына тыуған ауылыма ҡай­тып, хат ташыусынан милли мат­буғатҡа яҙылыу хаҡында һораш­ҡас, Бөрйән районының Яңы Собханғол һәм Иҫке Мөсәт ауылдарынан “Башҡортостан” гәзитен ете өй алдыра, уларҙың да өсөһө “Йома” һанын ғына, тине. Ә ҡалған дүртеһенең береһе ауыл китапханаһы булһа, икенсеһе, әлбиттә, мин ишетергә теләгән ауыл ағинәйе Клара инәй менән аҡһаҡал Нуретдин бабай Ҡулбирҙиндар ине.
“Башҡортостан” гәзитенең “Со­вет Баш­ҡортостаны” булып баҫылған сағы­нан алып, ғаилә ҡороп йәшәй башлау дәүер­ҙәренә 52 йыл булған инәй менән олатай бер ҡасан да “Башҡортостан” гәзитенән өҙөлмәй, йәғни гәзиткә улар 52 йыл рәттән тоғро яҙылып килә. Был һан баш әйлән­дергес кеүек, сөнки гәзи­тебеҙ быйыл 100 йәшлек юбилейын билдәләй. Иҫке Мөсәт ауылында ғүмер кисереүсе аҡһаҡал менән ағинәй баҫмабыҙҙы ярты быуаттан ашыу уҡый. Республикабыҙ ошо йылдарҙа ниҙәр күргән, ниҙәр кисер­гән – барыһы ла уларға яҡшы таныш, сөнки “Һеҙ ни өсөн “Башҡортостан” гәзитенә шул хәтлем тоғроһоғоҙ?” тигән һорауыма: “Нисек инде алдырмай, республикабыҙҙың йөҙө булған беренсе гәзит бит ул, бөтә яңылыҡтар, ил, милләт, ер, тел тураһында ошо гәзиттән хәбәрҙар булып торабыҙ”, – тип яуап бирҙе улар.
Заман шау­ҡы­мы­на бирелмәй, кире­һенсә, ошо дәүер кеше­ләренә, ауыл хал­ҡына алтын аҡыл­дары ме­нән йоғонто яһаған инәй һәм бабай, ысынлап та, алдынғы ҡарашлы, уҡымышлы заттан. Күп кенә гәзит-журнал алдыра улар. “Йәшлек” гәзитен дә “Ленинсы” сағынан алып һәм ҡалған баҫмаларҙы ла исемдәре башҡа булған саҡтан яратып уҡыйҙар.
Донъялары теүәл, иркен йәшәгән кешеләр генә гәзит-журнал алдыра, тип уйларға мөмкин был яҡтарҙа. Сөнки биш бала тәрбиәләп, аяҡҡа баҫтырып, һәр береһенә әле лә ярҙам итеп ултырған инәй менән бабай: “Гәзит-журналға бер ҡасан да аҡсаны йәлләмәнек”, – ти. Хаҡтар күтәрелһә лә, туған телендә сыҡҡан гәзитеңде уҡып, халҡың тураһында мәғлүмәтле булыуға бер ни ҙә етмәй инде. Ә бит мул тормошта йәшәр өсөн дә елкә кәрәк ауыл кешеһенә. Был осраҡта ла күптәргә үрнәк Клара менән Нуретдин Ҡулбирҙиндар. Миҙгеленә ҡарап тыштан ҡайтып инмәгән бабай бал ҡорто ла тота. Был һөнәргә яҡын булған кешеләр үҙҙәре генә беләлер уның мәшәҡәттәрен, бигерәк тә йәйгә аяҡ баҫып, ҡорт айырған мәлдәрҙә...
Мал-тыуарҙан әле лә өҙөлмәгән, иңгә-иң терәп ярты быуаттан ашыу ғүмер иткән инәй менән олатайҙы милләтебеҙ терәге тип атар инем, сөнки тотош милләт ғаиләнән, заттан, ырыуҙан, ауылдан башлана. Ә ауылыбыҙҙа, ырыуыбыҙҙа сал сәсле ошондай аҡыл ҡаҙналары булғанда, беҙ арҡалы халыҡ әле!





Вернуться назад