Ете һаны башҡорттарҙа ғына түгел, ғөмүмән, төркиҙәрҙә изге, мөғжизәле һанала. Күплекте, көстө, ҡеүәтте, бик алыҫ араны аңлатырға теләһәләр, ете тау артында, етмеш ете тапҡыр, ете ырыу тигән киң таралған һүҙбәйләнештәрҙе ҡулланғандар.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙының боронғо дәүерҙәрҙәге гүзәллеге, рухи ҡеүәте хаҡында халыҡ йырҙарында, риүәйәттәрҙә, эпостарҙа ла әйтелгән. Һәр замандың – үҙ ҡыҙҙары. “Ете ҡыҙ” йырының асылы бик әрнеткес, фажиғәле булһа ла, ул да башҡорт ҡыҙҙарының саф намыҫы, ғәййәр рухы хаҡында һөйләй. Бөгөн ундай хәүефле хәлдәргә тарымаһын ҡыҙҙарыбыҙ, ҡатындарыбыҙ!
Рәсәй Федерацияһының тәүге автономияһы – Башҡортостан Республикаһының, “Башҡортостан” гәзитенең 100 йыллығына арналған проектты ла беҙ “Ете ҡыҙ” тип атаныҡ. Унда төрлө өлкәлә ең һыҙғанып эшләгән замандаштарыбыҙҙы боронғо милли кейемдәрҙә фотоға төшөрҙөк. Башҡортостан Республикаһының Милли музейы хеҙмәткәрҙәренә, айырыуса директоры Ғәли Вәлиуллинға беҙҙең идеяны хуплап, музей ҡомартҡылары эргәһендә, экспонат булараҡ һаҡланған кейемдәрҙе кейергә рөхсәт иткәне өсөн сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!
Был фотолар аша халҡыбыҙға ҡот, бәрәкәт ҡайтһын, иман нуры сәселһен! Ҡурған, Силәбе өлкәләре, Дим буйы, Урал аръяғы райондары милли кейемдәрендә халҡыбыҙҙың бөтә асылы, тәүфиғы, рухы сағыла. Ҡашмауҙарҙа, түшелдеректәрҙә, бишмәттәрҙә, еләндәрҙә һәр биҙәк, көмөш тәңкә тәрән мәғәнә менән, быуаттар һынауы аша үткән мәғәнәүи көс менән һуғарылған.
Бөгөн Ер шары этномәҙәниәткә йөҙөн борҙо. Глобалләшеү елдәре ни тиклем киҫкен иҫеүенә ҡарамаҫтан, тамырҙары тәрән, шәжәрәләре ҡеүәтле, эпостары мәңгелек төшөнсәләрҙе бәйән иткән халыҡтар Ер кендегенә нығыраҡ йәбешкән. Милли кейемдәребеҙҙең ҡайтанан тергеҙелеүе халҡыбыҙҙың асылы бөгөн дә асмандарыбыҙҙы яҡтыртып, ҡурсалап тороуы хаҡында һөйләй.
Олпатлыҡ, боронғолоҡ менән һуғарылған был кейемдәрҙе кейгәндә ҡыҙҙарыбыҙ нимәләр кисергәндер, әммә уларҙың ҡараштарында ғорурлыҡ та, батырлыҡ та, тәрән тетрәнеү ҙә, һағыш та, әйтеп аңлатып бөткөһөҙ һыҙланыу ҙа сағылды. Кемдер бына-бына “Оҙон сәс”те бейеп, икенсеһе доға ҡылып, өсөнсөһө сеңләп, дүртенсеһе телмәр тотоп, бишенсеһе йырлап, алтынсыһы намаҙға баҫып, етенсеһе уҡтан атып ебәрер төҫлө... Хәйер, башҡорт ҡыҙҙарының маһирлығы ете һаны эсенә генә һыямы ни инде?!. Ниндәй генә дәүерҙәр килһә лә, Йыһандың рухи усағына әленән-әле үҙенең ихласлығы, саф күңеле, изге ғәмәлдәре, Аллаһ Тәғәләгә тоғролоғо менән ут өҫтәп торған башҡорт ҡыҙҙарының ҡаршы алыр кешеләре булһын! Улар гүзәл заттарына ҡарап: “Илгә ҡайтып килгәнемдә ҡаршы алһын ете ҡыҙ!” – тип йырлаһын!