Ағас – тамыры, милләт тарихы менән көслө12.07.2017
Ағас – тамыры, милләт тарихы менән көслөКүптән түгел Үрге Юлдаш ауылында Сәғитовтар нәҫеленең шәжәрә байрамы булды. Мәҙәниәт йорто, ғөмүмән, ауыл урамдары гөрләп торҙо. Килгән ҡунаҡтарҙы ауыл оҫталарының ҡул эштәре, милли аш-һыу күргәҙмәһе ҡыуандырҙы. Алыҫ араларҙы яҡынайтып, оло һәм кесе Ватандың төрлө төбәгенән Сәғит Сөләймәновтың нәҫел-нәсәбе ҡайтты. Оҙаҡ йылдар төньяҡ тарафтарҙа эшләп, күп наградаларға эйә булған Рәсәйҙең маҡтаулы шахтеры, хәрби төҙөлөш отличнигы, социалистик ярыштар еңеүсеһе Борис Сәғитов исеменән ҡорбан салынды.


Быуындарҙы бәйләгән, ырыу тамырҙарын нығытҡан, туғандарҙы яҡынайтҡан байрам, Шәриф хәҙрәт Юлтимеров Ҡөрьән сүрәләрен уҡып, фатиха биргәс, ауыл клубының Гөлсирә Ишһарина етәкселегендәге “Хазина” фольклор ансамбле сығышы менән башланды.
Мәҙәниәт үҙәге директоры Булат Биков, юлдаштарҙы байрам менән ҡотлап, Шәжәрә һәм “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” кеүек байрамдар ырыу тамырҙары бәйләнешен нығытыуын, быуындар күсәгилешлеген һаҡлауын, йәштәрҙә һәм балаларҙа илһөйәрлек тойғоһон үҫтереүен билдәләне.
Сәғитовтар шәжәрәһе тураһында Нурия Сәғитова-Байсурина ентекле мәғлүмәт бирҙе:Ағас – тамыры, милләт тарихы менән көслө
– Тамырҙарыбыҙ 1756 йылдан башлана. Сәғит Сөләймәновтың Мөхәмәтрәхим (1785 – 1851) исемле улы булған. Ул 1812 – 1814 йылғы Ватан һуғы­шында башҡорт полкында француз илбаҫарҙарына ҡаршы сотник дәрәжәһендә көрәшкән. Улы Шәрәфетдин 1821 – 1896 йылдарҙа йәшәгән, уның Кинйәмырҙа, Ғиззәтулла, Хөббөтдин, Төхвәтулла исемле улдары булыуы билдәле. Хөббөтдиндең Ғәлиулла, Сибәғәт, Ғәрифулла, Хәбибулла исемле улдары булған. Сибәғәттең нәҫелен Фазулла, Әхтәм, Хәйрулла дауам иткән, – тип башланы ул үҙенең ырыу ағасы тураһында сығышын.
Нурия Әхмәтша ҡыҙы был быуындар сылбырын төҙөү эшенә бик етди ҡараған, һәр мәғлүмәтте ентекле өйрәнгән. Ул Сөләймән Сәғитовтың 9 быуынын асыҡлаған, һөҙөмтәлә 600-ҙән ашыу туғандар табылған. Нурия Сәғитова оҙайлы йылдар Салауат мебель фабрикаһында инженер-технолог һәм инженер-конструктор булып эшләгән. Хаҡлы ялға сыҡҡас, күркәм йорт һалып, ғаиләһе менән тыуған ауылында төпләнгән.
Быуындар бәйләнешен төҙөгәндә ул бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле материалдар туплаған, Сәғитовтарҙың данлыҡлы шәхестәре тураһында күп мәғлүмәт тапҡан. Үҙенең сығышында ул шулай уҡ 1941–1945 йылдарҙа Үрге Юлдаш ауылынан фронтҡа китеүселәр күп булыуын билдәләне. Улар араһында Сәғитовтарҙан егермегә яҡын кеше һуғышта ҡатнаша, шуның 7-һе яу яланында ятып ҡала. Шуларҙың береһе – Әхтәм Сәғитов. Ул 112-се башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт итә. Сталинград һуғышында хәбәрһеҙ юғала.
Фазулла Сәғитов, Калининград һуғышында батырлыҡтар күрһәтеп, “Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. Хөснулла Сәғитов ҡаты яраланып, “Дан” ордены алып ҡайта.
– Беҙҙең балалар ҙа үҙҙәренең туғанлыҡ ебен өҙмәй, шәжәрәләрен теркәп барыр тип ышанам. Ололарҙы, туғандарҙы танығыҙ, тамырҙарығыҙ ҡайҙан башланғанын белегеҙ. Тамырлы ағас ғүмерле була, тиҙәр, йәштәр Сәғитовтар нәҫелен тағы ла ишәйтһен, күбәйтһен ине, – тигән теләк теләне шәжәрә төҙөүсе.
Хөббөтдин улы Сибәғәттән таралған нәҫел тураһында Үрге Юлдаш мәктәбендә физика-математика уҡытҡан, хәҙерге көндә Мәләүездә йәшәгән Гөлнур Сәғитова-Мәғизованың сығышы ла бөтәһенең дә күңеленә хуш килде. Ағас – тамыры, милләт тарихы менән көслө
Күмертау ҡалаһынан байрамға ҡайтҡан Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре Рауза Сәғитова-Ярышева Ғәлиулланың тамырҙары менән таныштырҙы. Хеҙмәт ветераны, Нурдәүләт ауылы старостаһы Борис Сәғитов иһә үҙенең нәҫел-нәсәбен барланы.
Был көндә шулай уҡ “Ауыл тарихы – йөҙҙәрҙә” тип аталған китаптың исем туйы ла булды. Сәғитовтар нәҫеле тураһында йыйынтыҡты төҙөүҙә Мәүсилә Сәғитова, Әмин Сәғитов, Гөлнур Мәғизова һәм Нурия Байсурина ярҙам иткән.
Китапта өләсәй-олатайҙар, инәй-бабайҙарҙың революцияға тиклем, унан һуңғы тормошо, колхозлашыу осоро, Бөйөк Ватан һуғышы, һуғыштан һуңғы ауыр йылдар, үҙгәртеп ҡороу осоро сағылды­рылған. Унда 1929 йылдың ғинуарында беренсе коллектив крәҫтиән хужалығы төҙөлөүе, уның беренсе рәйесе итеп Әхтәм Сибәғәт улы һайланыуы тураһында яҙылған. Фазулла Сибәғәт улы тәүге комсомол секретары була. Күрше Нурдәүләт ауылынан Хөснулла Ниғәмәт улы “Ҡыҙыл таң” колхозына рәйес итеп тәғәйенләнә.
Йыйынтыҡта шулай уҡ Әхмәтша Әхтәм улы ауыл­ды етәкләгән йылдар, Валерьян Фазулла улы­ның үҙгәртеп ҡороу осорондағы эшмәкәрлеге тура­һында мәғлүмәттәр урын алған. Уларҙың бөтәһе лә – ауылдаштарының ышанысын, хөрмәтен яулаған абруйлы шәхестәр.
Ауылдаштарҙы, туғандарҙы осраштырған байрамда ете балаға ғүмер биргән, уларҙы лайыҡлы тәрбиә­лә­гән Зәлифә менән Сәлимйән Сәғитовтар бүләкләнде.
Бөгөн Сәғитовтарҙан иң өлкәне, күптән түгел 85 йәшлек юбилейын билдәләгән Әмин Әхтәм улы менән ҡулға-ҡул тотоношоп 50 йыл бергә йәшәгән тормош иптәше Рая Зәкәриә ҡыҙы ҡотлауҙар ҡабул итте.
Шулай уҡ ауылдың иң йәш кешеләре лә билдә­ләнде, улар – Зарина Байсурина, Рауил Алтын­ғужин, Дарина Ғәбитова.
Гәүһәр Ҡурамшинаның тырышлығы менән интерактив таҡтала Сәғитовтар нәҫеленең фоторәсем­дәре, слайд-шоу күрһәтелде. Фотоларҙағы таныш йөҙҙәрҙе күреп, юлдаштар быуындар алмашыныуына, өлкән быуын урынына йәштәр, балалар баҫыуына инанды, араларында булмағандарҙы йылы хәтирәләр менән иҫкә алды.
Шәжәрә байрамы Сәғитовтар нәҫеле өсөн генә түгел, ә тотош ауыл халҡы өсөн килер быуындарға рухи мираҫ булараҡ ҡабул ителде һәм был тойғо уларҙа тыуған еренә һөйөүен, ауылдаштарына хөрмәт хисен көсәйтер генә.



Вернуться назад