Гүзәл тәбиғәтле Бөрйән ере “Урал батыр” эпосын һөйләү буйынса XIX республика йәш сәсәндәр конкурсында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итте. Матур сарала республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән, күрше Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынан 29 айырым бәйгесе һәм 29 команда көс һынашты.Билдәле булыуынса, быйыл профессор, филология фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы Әхмәт Сөләймәновтың исемен мәңгеләштереү маҡсатында ил аҡһаҡалының “Башҡорт халыҡ эпосы “Урал батыр”ҙы өйрәнеүҙе пропагандалауҙағы айырым ҡаҙаныштары өсөн” тигән премия булдырылғайны. Мәртәбәле бәйгенең исемле премияһына һәм Гран-приға Баймаҡ лицей-интернаты уҡыусыһы Гөлнара Ҡаҙарбаева (етәксеһе Сәлхиә Йәнбирҙина) лайыҡ булды. Балалар баҡсаһына йөрөгән саҡтан уҡ апаһы Вәсилә Ҡаҙарбаеваға эйәреп, эпосты ятлай башлаған отҡор ҡыҙыҡай быйыл, ниһайәт, тырышлығының емештәрен татый – афариндан башҡа һүҙ юҡ сәсән телле башҡорт һылыуына! Быйыл ул эпосты думбыра, дөңгөр, ҡумыҙ, ағас ҡумыҙ кеүек милли музыка ҡоралдарында уйнап, йырлап ете телдә башҡарҙы. Төрлө телдәрҙә һөйләгәне өсөн уға ЮНЕСКО-ның I дәрәжәле дипломы ла тапшырылды. Һәләтле ҡыҙ РФ Мәғариф һәм фән министрлығының Гранты менән дә бүләкләнәсәк.
“Урал батыр” эпосын яттан һөйләүҙән тыш, ҡатнашыусылар бәйгенең икенсе өлөшөндә “Урал батыр” һәм башҡа эпостарҙан өҙөктәре менән сәхнәгә сыҡты. Был үҙенсәлекле һынауҙа Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицей уҡыусылары командаһы – Азамат Ғөбәйҙуллин, Рәил Рәхмәтуллин, Динара Мәмбәтовалар (етәксеһе Айгөл Сирбаева һәм уның ярҙамсыһы – Гөлгөнә Яҡшыбаева) беренсе урынға лайыҡ булды. Улар “Заятүләк һәм Һыуһылыу” эпосын сәхнәләштерҙе. Башҡорт йәштәрен рухландырған матур бәйгенән еңеп ҡайтҡан ҡыҙ-егеттәр менән беҙ ҙә әңгәмәләштек.
Әйтергә кәрәк, был батыр егеттәрҙең сығышы баһалама ағзаларына ла бик оҡшаған. Еңеү яулаған һәләтле ҡыҙҙар һәм егеттәр быйыл туғыҙынсыны тамамлай. Улар мәртәбәле республика бәйгеһендә өсөнсө тапҡыр ҡатнаша. Тәүге тапҡыр Айгөл Әнүәр ҡыҙы етәкселегендә 5-се класта уҡығанда ҡатнашып, беренсе урын алған булғандар. Бөгөн иһә Гөлнараның уңыш-еңеүҙәренән ҡанатланған Сәлхиә Нурмөхәмәт ҡыҙының күҙҙәрендә бер аҙ һағыш та бар: яратҡан уҡыусыһы мәктәпте тамамлай.
– Гөлнара өсөн быйылғы йәй – бик яуаплы мәлдәрҙең береһе. Ул БДИ-ны яҡшы билдәләргә тапшырҙы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһында еңеү яуланы, ЮНЕСКО тарафынан үткәрелгән “Донъя халыҡтары эпостары” конкурсында ҡатнашып, дипломға лайыҡ булды. Әле уҡыусым юғары уҡыу йортона инергә йыйына. Мәғариф министрлығының ҡарары менән Әхмәт Сөләймәнов исемендәге премияға үҙ уҡыусымдың лайыҡ булыуы менән ғорурландым. Әсәңдең ҡыҙы ғына түгел, халҡыңдың да ҡыҙы бул, тиҙәр бит. Был конкурстан һуң Гөлнара үҙ иңенә оло яуаплылыҡ та алды. Тап төшөрмәҫ, тырышып уҡыр, яратҡан һөнәрен һайлап, ҙур кеше булып китер тип ышанам, – тине Сәлхиә Нурмөхәмәт ҡыҙы.
Шуныһы ҡыҙыҡ: теүәл 10 йыл элек Гөлнараның бер туған апаһы Вәсилә Ҡаҙарбаева ла республика конкурсында гран-при яулап, БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына имтиханһыҙ инеү хоҡуғы алғайны. Вәсилә уҡыу йортон “ҡыҙыл диплом”ға тамамлаған һәм быйыл иһә ошо йүнәлештә кандидатлыҡ диссертацияһын яҡларға әҙерләнә. Тырыш ҡыҙҙарҙың һеңлеләре Нурсилә лә Сибай педагогия колледжын “ҡыҙыл диплом”ға тамамлаған. Бер ғаиләнән шундай аҡыллы, ғилемле, рухлы ҡыҙҙар сығыуы шул тиклем ҡыуаныс, хатта күҙҙәргә шатлыҡ һәм ғорурлыҡ йәштәре эркелә. Күптәрегеҙҙә “уларҙы өйрәтеүсе, туған телле иткән әсә кем икән?” тигән һорау тыуыр, моғайын. Ҡыуанып хәбәр итәм: һәләтле ҡыҙҙарҙы тәрбиәләүсе Баймаҡ районы ижадсыларының “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзаһы, иҫ киткес матур шиғырҙар яҙыусы Тәнзилә Йәнтилина икән. Әсәнән күргән – тун бескән тигән халыҡ аҡылының тап килеүен әйт әле! Әсәләренән өлгө алған ҡыҙҙарҙың уртансылары, еңеү яулаусы Гөлнараға ла һүҙ бирәйек:
– Конкурс бик юғары кимәлдә үтте. Мин уға 12 йыл буйы әҙерләнеп, өсөнсө тапҡыр ҡатнаштым. Бығаса беренсе, икенсе урындар яулағайным. Быйылғы йылда миңә еңелерәк булды, сөнки эпосты тотошлай яттан белә инем. Башҡа ҡатнашыусыларҙан мин тауышым һәм үҙенсәлекле кейемем менән айырылып торғанмындыр, тип уйлайым. Түшелдерек менән ҡашмау – Баймаҡ ағинәйе Гөлнур инәй Йәнтилинаның ҡул эше. Был кейемдәрҙең миңә еңеү килтергәне өсөн уға рәхмәтлемен. Шулай уҡ конкурста ҡатнашыу өсөн юллама биргән район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡовҡа, думбыра сиртеү буйынса һабаҡ биргән Илдар Абдуллинға, вокал серҙәрен төшөндөргән Сөмбөл Юлбахтинаға, ҡумыҙҙа уйнарға өйрәткән әсәйемә, мине дәртләндергән уҡытыусыма, апайыма, минең еңеүемә ышанған барлыҡ яҡындарыма рәхмәтлемен. Конкурста 27-се булып сығыш яһаным, быға тиклемге ҡатнашыусыларҙың сығыштарын күреп, үҙемде нисегерәк тоторға икәнен күҙаллау мөмкинлеге булды. Әхмәт Сөләймәновтың Хәтер кисәһенең бик юғары кимәлдә ойошторолоуы, бөрйәндәрҙең бейеү ансамблдәренең сығыштары ла оҡшаны. Киләсәктә “Урал батыр” эпосын ситкә ҡуйырға йыйынмайым, уны тәрәндән өйрәнәсәкмен!
Афарин, йәштәр! Ҡыуаныслы еңеүҙәрегеҙ хыялдарығыҙҙы тормошҡа ашырыуға күпер булып, маҡсаттарығыҙға ирешергә ярҙам итһен, иншалла.
Динара МӘМБӘТОВА:
– Беҙ был матур бәйгелә бик күп дуҫтар таптыҡ, рәхәтләнеп ял итеп, дәртләнеп-ҡанатланып ҡайттыҡ.
Рәил РӘХМӘТУЛЛИН:
– Йәмле Бөрйән еренә барып, Гран-при һәм беренсе урын яулауыбыҙ үҙ исемдәребеҙҙе генә түгел, Баймағыбыҙҙың данын яҡлау ул. Ысынлап та, рухландырҙы бәйге – шуға шатланабыҙ.
Азамат ҒӨБӘЙҘУЛЛИН:
– Бәйге бик сәмле барҙы. Тел белгестәре менән аралаштыҡ, Шүлгәнташҡа экскурсияға барҙыҡ. Кискеһен концертта ла ҡатнашып өлгөрҙөк. Мин башҡорт халыҡ йыры “Ҡаһым түрә”не йырланым, ә Рәил “Генерал Игзаков” бейеүен башҡарҙы.