Һеҙҙе яратҡандан яҙам!12.07.2017
Айырым иғтибарға лайыҡ әйтем: һөйәк этте ҡол иткән!

***
Сауап алам тип түгел, Хаҡ Тәғәләнән ошо тойғо һалынған өсөн дә беҙ кеше ҡайғыһына, бәләгә осрағандарға, балаларҙың күҙ йәшенә битараф ҡала алмайбыҙ, хәлебеҙҙән килгәнсә ярҙам итергә тырышабыҙ. Кемдәлер был тойғо юҡ, әммә сауап алам тип, изгелек ҡылырға ынтыла икән – был да Алланың кешелеккә биргән ниғмәте. Яҡшылыҡ менән яуызлыҡ бер яҫылыҡта була алмай, ни тиһәң дә. Мәрхәмәт тойғоһо кешегә тыумыштан бирелә, ул – Аллаһы Тәғәләнән һалынған тойғо.

***
Асыулы һүҙ әйтһәм, белегеҙ – мин һеҙҙе яратҡандан әйтәм. Ысын! Бары тик тағы ла яҡшыраҡ итеп күрергә теләйем. Кемделер яратмайым икән, ул кешегә асыуланмайым, сөнки минең өсөн ул донъяла юҡ. Ә юҡҡа нисек асыуланып булһын?!

***
Башҡорт ҡатынының ҡулында рюмка булырға тейеш түгел! Хатта өйөндә лә! Хатта ул динле булмағанда ла. Беҙҙең халыҡ ни тиклем ауырлыҡтарҙы, хәйерселектәрҙе, һуғыштарҙы күтәргән – һынмаған. Ә бына рюмка рәхәтләнеп һындыра!
Ҡатындар тотоп килде милләтте егерменсе быуаттың һуңғы сирегенә тиклем эскелекккә бирелмәй, ҡулына рюмка тотмай. Ҡатындар рюмка тота башлағайны – киттек ҡаҡшауға табан.

***
Хан һарайындай йортто ла мал һарайындай итеп йәшәргә мөмкин. Аласыҡтай йортто ла гөл-сәскә итеп тоторға була.

***
Һан да кәрәк ул күрһәткес өсөн. Бына берәүҙең һигеҙ һыйыры бар тиһәң, һимеҙме, ябыҡмы – уйлай һалмайҙар. Һимеҙ һыйыр аҫра тиһәләр ҙә, берәү берәү инде ул, ә һигеҙҙе һимертергә була әле.

***
Ана теге мулла шулайтҡан, быныһы былайтҡан, тип яманлап һөйләү, диндән баш тартыу бар. Әйтерһең, беҙ мулла өсөн дин тотабыҙ. Ә Аллаһы Тәғәлә алдында һәр кем үҙе өсөн үҙе яуап бирә. Теге мулла шулайтҡан, был мулла былайтҡан өсөн минең гонаһым юйылмай! Хәләл, харамды беләбеҙ икән – хәләлен эшләргә лә харамынан тыйылырға!

***
Ай күрҙем аман менән, ауыҙым тулы иман менән, ҡуйыным тулы Ҡөрьән менән, был айҙарҙа вафат булһам, кисер мине иман менән. Яңы ай – һилалды күргәндә боронғоларыбыҙ шулай тиер булған.
Был Айға табыныу түгел, ә уны күргәндә Алланы иҫкә төшөрөү, Алланан һорау. Айҙан кисереү һорамай кеше, ә Алланан. Ай мосолман календары нигеҙендә ята, Яңы йыл башланыуын ғүмерҙең бер киҫеме тип ҡабул иткән ише, яңы ай башланыу ҙа үҙе бер ваҡиға.

***
Берәү “ауылда һөт һатҡан апай хаҡты әҙ ҡуя” тип яҙған. Беҙҙең халыҡ намыҫсан шул, тейешен дә һорарға ҡыймай йыш ҡына. Бәлки, шул холҡобоҙ өсөн Аллаһы Тәғәлә беҙгә тарихта юғалырға юл ҡуймағандыр.

***
Бер көн иртәнге сәйебеҙҙе ... пар һандуғас йәмләп ебәрҙе. Аш бүлмәбеҙ тәҙрәһенән күренеп торған сейәгә килеп ҡундылар ҙа берауыҡ шунда ураландылар.
Хәләлем:
– Мин элек һандуғасты кәкүк ҙурлыҡтыр тип уйлай инем, шул тиклем моң бәләкәс кенә ҡошсоҡтан сыҡһын әле, – тип көлдөрөп алды.




Вернуться назад