Матур күлдәк хаҡына күркәм тормош ҡороп…12.07.2017
Матур күлдәк хаҡына күркәм тормош ҡороп…Көҙән ауылында йәшәгән Мәҙинә менән Ғаяз Зәйнуллиндарҙың ғаилә ҡороуҙарына алты тиҫтә йыл булып килә. Үҙе бер ғүмер тигәндәй. Бөгөн береһе һикһәнде ваҡлаған, икенсеһе артынан ҡалышмаған был инәй менән бабай, күптән ул һәм ҡыҙҙарын ҙур тормошҡа оҙатып, ейән-ейәнсәрҙәренең сабыйҙарын һөйөп ултыра. Балалары өсөн тыныс ололар – үҙ юлын табып, матур донъя ҡорғандар, яуаплы эштәрҙе ышанып тапшырырлыҡ абруйлы шәхестәр. Тик татлы емеште татыр өсөн башта уны шыттырырға, ҡәҙерләп-һаҡлап үҫтерергә кәрәк, тигәндәй, бәхетле ҡартлыҡ үҙенән-үҙе килмәй.

Өйләндерергә кәрәк был егетте!

…Инде ике йылдан ашыу өйөнә ҡайтманы Ғаяз, тыу­ған яғы үлеп һағындырған. Шуға талпына-талпына атлай ул ауылына, Көҙән тауына бағып һоҡлана. Ә күңеле күптән тыуған йортонда инде, яҡындары менән ҡосаҡ­лаша, хәбәрләшә. Шулай осоп-талпынып ҡайтып инә егет, тик өйөндә… ҡайғы көтә ине – атаһы мәрхүм булған. Ҡатты ла ҡалды ҡунаҡ!
Киләсәктә юғары белем аласаҡмын тип, күрше ауылға йөрөп тырышып-тырышып уҡығанда, көнөнә берәр те­лем икмәккә генә иҫәп тотола ине, тамаҡ хаҡына урман­сынан ҡаса-боҫа фатирға ингән йорттоң хужаһына ҡар ярып утын ташыны, Өфөгә юлланырға аҡса юҡлыҡтан фән хыялдары селпәрәмә килгәс, мал туп­лайым тип, Ҡырғыҙстанға сығып киткәндә ниндәй генә михнәттәргә тарыманы ул, тик барыһын да лайыҡлы үтте. Ә бына атай ҡайғыһы баҫты ла ҡуйҙы.
– Өс ағайҙы һуғышта юғалттым, бына килеп атай мәр­хүм булып ҡуйҙы, – тип хәтирәләргә сума оло йәш­тәге хужа. Ошолай күңеле төшөп йөрөгән сағында уны Магнитогорск ҡалаһынан ҡунаҡҡа ҡайтҡан ике туған ағаһы өйләндерергә өгөтләй башлай. Егеттең әсәһенә был мәсьәләне хатта ҡабырғаһы менән килтереп ҡуя.
Әлбиттә, йәш кешенең йөрәгендә хистәр ташып тор­ған мәл. Тик ваҡытлымы һуң? Шулай ҙа ағаһының һү­ҙен йыҡмаҫҡа була Ғаяз. Өйләнергә тигәс – өйләнергә!
Әйттең һүҙ, тип уйлап ҡуя егет, һуң ул күҙе төшөп йө­рө­гән ҡыҙҙар кейәүгә сығып бөткән, Ҡырғыҙстанда аҡ­са эшләп ятҡаныңды көтөп ултыралармы ни? Шулай ҙа… бер матур ҡыҙ бар бит! Исеме ниндәй бит әле – Мә­ҙинә! Өҫтәүенә бөтмөр ҡыҙ. Әсәһе Мәрйәм апай ҙа шулай бит, ире, ҡустыһы һуғыштан ҡайтыуға ул саҡта күп­тәргә эләкмәгән һарыҡ тундары тектереп ҡуйған, балаларын хәстәрләгән. Хыялдарға сума Ғаяз. Тик “апайым­ды һораттылар, иртәрәктер тип, әле бирмәнек” тигән­дәй, ҡыҙға ул саҡта 18 йәш тулмаған була. Бирерҙәрме икән һуң?

Туй ғүмере сәғәт түгел

Ысынлап та, тәүге яусының теше үтмәй, кикереге төшөп ҡайта. Әммә икенсеһен ебәргәс, ниәт тормошҡа аша – хәҙер инде туй көнөн көтөргә генә ҡала. Быға тиклем бер-береһенә йүнләп һүҙ ҙә ҡушмаған ике йөрәк ҡауыша. Хәйер, хәҙерге һымаҡ “һынар өсөн йәшәп ҡарау заманы”мы ни ул саҡта. Барыһы ла тиерлек шулай өйләнешә. Бөгөнгө көн тигәндәй:
– Хәҙер кешеләр бай булһа ла, хәйерселәй бер көн эсендә туй яһап эшен бөтә. Фәҡир инек, әммә беҙҙең мәжлес бер яҡта ғына 4-әр көн барҙы, – тип йылмая Мәҙинә инәй. – Башта аш ҡунағына йыйылдылар, һуңынан бал балы менән һыйландылар.
Был матур башланған тарихтың йәнә бер сәбәбе асыҡланып ҡуйҙы ошо урын­да. Ул саҡта ҡыҙҙарҙы ҡала­ға (ситкә) ебәрмәҫкә тырыш­ҡандар – урындағы ҙур ху­жалыҡҡа эшсе ҡулдар кә­рәкмәйме ни?! Тик ауылда торған йәш-елкенсәктең, дөрөҫөн әйткәндә, кейергә йүнләп кейеме лә булмаған. Кемдең матур күлдәк, ялтыр туфли кейеп, урамдан бер атлағыһы килмәһен!
– Минең бабай ҡала егете ине бит! – тип ғорурлана хужабикә. – Тимәк, уға ке­йәүгә сыҡһам, мин дә ҡала­ға китә алам, – шаяртыумы был, әллә ул саҡта ысынлап та шулай хәл иткәнме Мәҙи­нә инәй – сер булып ҡала. Һәр хәлдә, матур күлдәк ха­ҡына ҡоролған тормош­тоң күркәм итеп үрелерен күҙ алдына килтергәнме икән?

Ҡасан башлана һөйөү?

Нисек кенә булмаһын, тормоштарындағы боролошто рәхмәттәр менән ҡаршы алып, донъя ҡороп ебәрә ир ме­нән ҡатын, мәшәҡәткә сумалар. Ҡала тормошона кил­гәндә, улар, ысынлап та, бер нисә йыл Ҡырғыҙстанда йәшәп ҡарай, хыялдағы матур күлдәк менән ялтыр туфли ҙа алына, тик, күрмәгәндең күргеһе, күргәндең ҡоҫҡоһо килә, тигәндәй, йәштәрҙе тыуған ер көсө тартып тик тора. Бигерәк тә йәш ҡатын ғәзиз төбәген, ғәзиз әсәһен юҡһына. Бер килке икеләнгәс, йәнә Көҙәнгә юл тоталар. Бынан аҙаҡ ғаилә башлығы яңғыҙы Магнитогорск яғына ла сығып китеп ҡарай, тик һуңғы сиктә ауыл тормошон һайлап ҡуялар. Буш урында өй һалып сыға йәштәр, башкөллө колхоз эшенә сумалар. Береһе механизаторҙарҙың хисапсыһы булһа, икенсеһе 30 йылдан ашыу сөгөлдөр утай, ферма малын ҡарай.
Матур күлдәк, ҡайғылы хәбәр, хеҙмәт юлы… “Ҡайҙа һуң мөхәббәт тарихы?” – тип һорар гәзит уҡыусы. Ысынлап та, тормоштоң күркәмлеге матди етешлеккә, уңыш­тарға ғына ҡайтып ҡалмай ҙа, уны тәү сиратта рухи бай­лыҡ, күңел торошо оҙатып йөрөргә тейеш. Был йә­һәт­тән Зәйнуллиндарҙың үҙҙәрен тыңлау урынлылыр:
– Бер-береңде күреп оҡшатыу, күңелеңдән сығармай тотоу мөхәббәт түгел әле. Ысын хистәр бергә тормош һуҡмағынан атлап киткәндә бөрөләнә һәм әлеге һуҡмаҡтан үтә-үтә һынала, һына йә, киреһенсә, нығына. Шул саҡта ғына мөхәббәт тип әйтергә хаҡлыбыҙ. Шуға бер-береһе менән аралашмаған кешеләр түгел, хатта быға тиклем бер тапҡыр күрешмәгәндәрҙең никахы уңыуына, бәхетле пар булыуына аптырарға ярамай, – ти әңгәмәселәрем бер ауыҙҙан. Нисек кенә булмаһын, 60 йылға яҡын бергә ғүмер кисергән кешеләрҙең һүҙҙәре бит был. Уйланырға урын бар. Хәйер, улар:
– Ҡарт көнөбөҙҙә бер-беребеҙгә терәк булыуҙа был мөхәббәттең үҫешен кисерәбеҙ, – тип тә өҫтәйҙәр.
Тормош булғас, һауыт-һаба
шылтыраштырғылай ул.
Бер-береңә үпкә йөр(ө)тһәң –
бер ҡасан туҡтамай ул,

тип йырлай бер йәш егет. Әлбиттә, Ғаязы асыу­лан­ған­да, Мәҙинәһе шым ғына йөрөгән, ҡатыны орошҡанда, “был тоҡанды инде” тип ир кеше сабыр ғына һыуыныуын көткән, әммә һүҙем был хаҡта ғына түгел. Ир менән ҡатынға тормош башҡа, күтәрә алмаҫтай һынауҙар ҙа әҙерләп ҡуя шул. Мәҙинә менән Ғаяздың мөхәббәт емештәре булып биш бала донъяға килә. Тик, үкенескә ҡаршы, уларҙың икеһе йәшләй генә гүр эйәһе булып ҡуя. Бына быныһы инде хистәрҙе, бер-береңә ҡарата булған ышаныс, терәклек көсөн ныҡлы һынауҙыр. Иң мөһиме – уларҙы лайыҡлы үткән Зәйнуллиндарҙың мөхәббәт тарихы.


Вернуться назад