Кисә Өфөлә II Евразия гуманитар форумы башланды. Мәртәбәле сараны Башҡортостан ерлегендә үткәреү матур йолаға әйләнеп бара. Былтыр, әйтәйек, форумда мәҙәни-ара хеҙмәттәшлек мәсьәләләре өйрәнелһә, быйыл ул профессиональ белем биреүгә, атап әйткәндә, алдынғы
технологиялар өсөн эшсе кадрҙар әҙерләү проблемаһына, мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе профессиональ белем менән тәьмин итеүгә, 3D технологияларҙы үҙләштереүгә ҡайтып ҡалды.
Пленар ултырышты Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың тәбрикләү һүҙе менән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов асты. “Мәғариф тармағы үҫештән туҡтамай. Ә үҫеш булған ерҙә еңеүҙәр ҙә, хәл итәһе мәсьәләләр ҙә етерлек. Профессиональ белем биреүгә ҡағылышлы теманың бөгөнгөләй мәртәбәле форумдарҙа өйрәнелеүе юҡҡа түгел. Мәсьәләне ентекле өйрәнеү һәм уны бойомға ашырыу юлдарын бергәләп хәл итеү шарт”, — тиелә төбәк етәксеһенең тәбрикләү сәләмендә. Форумда күтәрелгән теманың — эшсе кадрҙар әҙерләү сәйәсәтенең һуңғы йылдарҙа ни тиклем сетерекле мәсьәләгә әүерелә барыуын Рәсәйҙең ЮНЕСКО эштәре комиссияһының яуаплы секретары Григорий Орджоникидзе ла билдәләп үтте. “Форум — көн ҡаҙағындағы проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшер майҙансыҡ. Эшебеҙ эҙемтәле һәм һөҙөмтәле булыр тип ышанам. Ә эшсе кадрҙарға килгәндә, проблема, ысынлап та, бик етди һәм уны кисекмәҫтән хәл итеү зарур”, – тине улар.
Ғөмүмән, форумдағы һәр сығыш етди булды. Әйтәйек, урта профессиональ белем биреү мәсьәләһе бер Башҡортостан менән генә сикләнеп ҡалманы. Республиканың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡованың әлеге өлкәгә ҡағылышлы сығышына Эшсе кадрҙар әҙерләү һәм өҫтәмә һөнәри белем биреү өлкәһендәге дәүләт сәйәсәте департаменты директоры вазифаһын башҡарыусы Инна Черноскутова ла үҙ фекерҙәрен әйтте. Был йәһәттән Монголия, Узбәкстан, Төркиә, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Молдавия илдәренең тәжрибәһе лә ҡыҙыҡлы булды.
Бөгөн иһә форумда ҡатнашыусылар “оҫталыҡ кластары”нда фекер алышасаҡ. Белем биреү учреждениеларының сәнәғәт, бизнес ойошмалары менән хеҙмәттәшлеге, профессиональ белем биреүҙә һанлы компетенцияларҙы көйләү кеүек темаларға арналған майҙансыҡтар эшләйәсәк. Шулай уҡ “3D технологиялар”, “WS Russia” проекттарының презентацияһы ла көтөлә. Көндөң икенсе яртыһында “УНИТВИН” программаһының 25 йыллығы уңайынан тантаналы йыйылыш буласаҡ.