Мәмбәт мәсете ниҙәр кисергән?11.07.2017
Мәмбәт мәсете ниҙәр кисергән?Иң боронғоларҙың береһе ул тыуған яғым Хәйбулла районының Мәмбәт ауылындағы иман йорто. Уны “Иҫәнғол мәсете” тип тә йөрөтәләр.

Районыбыҙ гәзите биттәрендә уҡы­тыусы Зәниә Хәсәнова: “Беҙҙең тарихи-мәҙәни ҡомартҡылар – таш мәсеттәр ҙә, XIX быуат башында билдәле кешеләр ярҙа­мы менән төҙөлгән ауыл ғибәҙәт­ханаһы ла – дәүләт һаҡлауына алынырға мохтаж”, – тип яҙҙы (“Хәйбулла хәбәрҙәре”, 2003 йыл, № 43-44. – З. Хәсәнова. “Мәмбәт ауылы ҡомартҡылары”).
Нисәнсе йылда төҙөлгән һуң Мәмбәт мәсете? Юғарыла телгә алынған мәҡәләһендә Зәниә һылыу: “1834 йылда уҙғарылған 8-се ревизияла айырым ауыл итеп күрһәтелгән Мәмбәттә мәсет тә булған. Иҫәнғол түрә, бында Айыулы ҡышлауынан күсеп кил­гәс тә, атаһы йәшәгән урынға иман йорто һал­дырған”, – тип яҙа. Үҙенең был мәғлүмәтен ул тыуған яҡ тарихын өйрәнгән Рафаил Рәхимовтың “Аң-белем – мәңгелек ғилем” тигән мәҡәләһенә нигеҙләнеп дәлилләй (“Ватандаш” журналы, 1998, №12).
Һуңғараҡ осорҙағы башҡа сығанаҡ­тарға ла иғтибар йүнәлтәйек. Мәҫәлән, “Хәйбулла энциклопедияһы”нда (2015), Мәмбәттә мәсет 9-сы башҡорт кантоны начальнигы ярҙамсыһы, башҡорт кантондары өҫтөнән Ырымбур губернато­рының хәрби попечителе Иҫәнғол Мәмбәт улы Ҡәипов тарафынан яҡынса 1827 йылда төҙөлгән, тип яҙыла. Был мәғлүмәт буйынса иҫәпләһәк, иман йортоноң төҙөлөүенә быйыл, йәғни 2017 йылда, 190 йыл тулырға тейеш. Әммә дата (1827 йыл), ниңәлер, күңелдә шик уятҡандай. Сәбәп­тәре күп: ауыл әле юҡ тиерлек, утар хәлендә генә; 1816 йылда үткән иҫәп алыуҙа, Мәмбәттең бөтә балалары ла Һаҡмарҙағы Һабыр йортонда йәшәй, тип теркәлгән. Яҡын арала ғына Мәмбәткә күсеп китә алмауҙары билдәле: алда әле Айыулы ауылында йәшәп алаһы бар. Күсенеп килгәс тә ҡапыл-ғара мәсет һалдырыу еңел эш түгел.
Беҙҙеңсә, тарихсы Рафаил Рәхимов­тың алда әй­телгән версияһы дөрөҫлөккә яҡын тора. Мәмбәт ауы­лы һәм уның иман йорто тураһында ул бына ниндәй мәғлүмәт бирә: “1834 йылғы 8-се ревизия материалдарында күрһәтелгән Мәмбәт-Ҡаҙаҡ ауылында ла мәсет эшләгән, тимәк, ул 1834 йылдан алда һалынған булғандыр. Нисәнсе йылда һалынған­лығы аныҡ ҡына билдәле түгел. Яҡынса 1830 – 1834 йылдар аралығында төҙөл­гән булһа кәрәк” (Р. Рәхи­мов. “Боронғо башҡорт ауылдары һәм ҡайһы бер мәсеттәр тураһында. Хәйбулла районы (үҙ төбәген өйрәнеүсе яҙмаларынан). – Аҡъяр, 1999.).
Мәсеткә бәйле мәғлүмәтте беҙ йәнә “Мәмбәт шә­жә­рәһе”нең үҙендә лә осратабыҙ. Был йәнле эпизодты тел-стиль үҙенсәлектәрен боҙмай ғына килтерәбеҙ:
“…Унан Айыулынан Мәмбәт ауылына күсеп килгәс, атамдың урынына мәсет һалайым тип, мәсет эшләтеп, уғлы Ғәбделмоталлипты – имам, энеһе Кубакты мөә­зин итә. Мәсет эшләтеп ятҡанда Ырымбурға бара. Салкауски (полковник Т.С. Циалковский), Пирауски (хәрби губернатор генерал-майор В.А. Перовский) губернаторҙар: “Йә, Иҫәнғол Каипов, мәсетеңде эшләтеп бөттөңмө?” – тигәндәр.
– Юҡ, бөтөп булмай әле, – тигән (Иҫәнғол).
– Алай булғас, ҡалай итәһең? – тигәндәр (губернаторҙар).
– Ике ағайым бар, шулар ярҙам итһәләр, бөтәр инем, – тигәс (Иҫәнғол),
– Ул ағайҙарың кем? – тигәндәр (тегеләр).
– Ул ағайымдар: бере – Салкауски, бере – Бирауиски, – тигәс (Иҫәнғол), икәүһе ике йөҙ тәңкә сығарып биргәндәр. Бына шулай итеп мәсет тә эшләткән”. (“Мәмбәт шәжәрәһе”, 62-се бит).
Шәжәрәләге был эпизод – иман йортоноң ҡасан төҙөлөп бөтөүенә асыҡлыҡ индергәндәй. Мәғлүм булыуынса, генерал-майор Василий Перовский Ырымбур губернаторы итеп беренсе тапҡыр 1833 йылда тәғәйенләнә, һәм ул ҡалаға шул йылдың йәйендә килеп төшә (Оренбургский губернатор Василий Алексеевич Перовский. – Оренбург. Оренбургское книжное издательство, 1999.).
Тимәк, шәжәрәләге мәғлүмәткә таянып, Ырымбурҙа Мәмбәт мәсете хаҡындағы әңгәмә (осрашыу) 1833 йылдың йәйге-көҙгө айҙарында булыуы ихтимал тип иҫәпләһәк, күптән башланған төҙөлөштө тамамлауҙың 1834 йылдың ҡышҡы-яҙғы айҙарына барып сығыуы бик мөмкин. Бына ни өсөн шул йылдағы иҫәп алыуҙа Мәмбәт ауылында мәсет барлығы теркәлгән, һәм уның ауыл халҡына ғибәҙәт ҡылыу урыны булыуы хаҡында шәжәрәлә мәғлүмәт табабыҙ.
Тарихи-документаль сығанаҡтарға күҙ һалһаҡ, Ырымбур губернаһының Орск өйәҙенә ҡараған ауылдар исемлегендә (“Список населенных мест”, II бүлек) 1866 йылғы мәғлүмәттәр буйынса Мәмбәт (Ҡаҙаҡлар) ауылы 775-се һан менән теркәлгән. Унда Мәмбәт (Ҡаҙаҡлар) – башҡорт ауылы, Таналыҡ йылғаһы буйында, йәмғеһе 86 йорт хужалығы булып, 494 кеше йәшәй, шуларҙың 243-ө ир-ат булһа, 251-е – ҡатын-ҡыҙ. Ауылда эшләп торған бер мәсет бар” тиелә.
***

Айыулы тамағында йорттар һалып донъя көтә Мәмбәт бай – ҙур ғаилә башлығы. Өс ҡатынынан һигеҙ ул, алты ҡыҙ – ун дүрт бала. Шул ваҡытта Мәмбәттең йылҡыһы – мең баш, ҡуйы – ике мең, дөйәләре – етмеш, һыйыр малдары ла күп була. Бик ҙур бай булып ғүмер кисерә.
Әммә ул бер ваҡытта ла муллаһыҙ тормаған, үҙе уҡымаһа ла, динһеҙ йәшәмәгән, ғибәҙәт ҡылған, Ҡөрь­ән уҡытҡан. Аллаһ ҡаршында гонаһлы булмаҫ өсөн һәр йәй тирә-яҡтағы муллаларҙы йыйып, малы­нан зәҡәт биргән. Шәжәрәнән был хаҡта бер миҫал:
“…Ошо малдарҙың зәкәтен камиллап алығыҙ, ләкин, бай ихтыяр ҡуйҙы тип, артығын алып, яуапта ҡалмағыҙ. Байҙың күңелен уйлап, малымдың зәҡәтен еткермәй алып, мине яуапта ҡалдырмағыҙ, тип мул­ла­ларҙың ҡулына боғал, ҡороҡ тоттороп, мал араһына керетеп ебәргәс, улары һәр төрлө малдан тейешле ҡәҙәрен алып, аҫау-аҫау йылҡыларҙы ушҡыртып, дөйәләрҙе үкертеп, һыйырҙарҙы баҡыртып, ҡуйҙарҙы мөңрәтеп алып ҡайтып китә, тип Зөлҡәрнәй ҡарт һөйләй торғайны”.
Айыулы тамағында йәшәгәндә байҙың Маҡан йылғалары буйында, хәҙерге Мәмбәт ауылы ултырған урында, туғайҙағы “Биреле күл” аралында йәйләүҙәре булған. Унда йыл һайын көтөү-көтөү малдары утлаған. Тора-бара утар төҙөп, малдарын ҡышҡылыҡҡа ошо яҡта ла ҡалдыра башлаған, сөнки был төбәк бигерәк тә йылҡылар өсөн тибенлеккә ҡулайлы булған. Мәмбәт утарындағы малды уның ышаныслы кешеһе, хәҙергесә әйткәндә, эштәр идарасыһы Ғабдулла Теләүембәтов ҡараған.
Атабыҙ Мәмбәт етмеш биш йәшендә фани донъя­нан ахирәт йортона күсә. Вафаты – Айыулыла.
Улы Иҫәнғол түрә Айыулы тамағынан Мәмбәткә күсеп килеп, ауылды нигеҙ­лә­гәс, атаһы йәйләп ятҡан, тирмәһе тор­ған урынға мәсет һалдыра һәм унда имам булып эшләргә Ҡарғалынан (Ырымбур ҡалаһы янындағы Сәйет биҫтәһе) атаҡлы Мөхәмәтхәсән бин Мос­тафа хәҙрәтте саҡыра. Имамлыҡ вази­фа­һынан тыш, Хәсән хәҙрәт ауылдың малайҙарын уҡыта, ә абыс­тайы һәм ҡыҙ­ҙары ҡыҙ балаларға һабаҡ бирә. Был турала “Мәмбәт шәжәрәһе” ниҙәр бәйән итә? Әйҙәгеҙ, уға мөрәжәғәт итәйек.
“…Мөхәмәтхәсән бин Мостафа әлкрман (мәктәп, гимназия) тотоп, Мәмбәт ауы­лының ир һәм ҡыҙ балаларын уҡыттырған. Хәсән хәҙрәттән (уҡып сыҡҡан) ҡыҙ балалар иргә барған урындарында ғүмер буйына мөғәллимлек менән ғүмер иткән. Шуның өсөн дә Мәмбәт балалары бик динле, ғибәҙәтле булып йәшәгәндәр ине”, (“Мәмбәт шәжәрәһе”, 61-се бит).
Тик аҙаҡ, Хәсән хәҙрәттең Мәмбәттә имам булып эшләүенә һәм ауыл балаларын уҡытыуына тиҫтәнән ашыу йыл үткәс, Иҫәнғол түрә менән хәҙрәт араһы ки­нәт боҙолоп ҡуя. Был тәңгәлдә шәжәрә авторы Мос­тафа мулла килеп сыҡҡан хәлгә аңлатма биреүҙе кәрәкле һанаған:
“Иҫәнғолдоң Солтанморат исемендә уғлы Хәсән хәҙрәттең бер тайын урлап, шунан ике арала мөхәббәт китеп, бер ваҡыт Хәсән хәҙрәт үпкәләп, Ҡарғалыға күсә. Иҫәнғол балаға эйәреп үҙенең эше хата икән­ле­ген белеп, хәҙрәт артынан кеше ебәреп, кире киле­үен үтенһә лә, хәҙрәт кире килмәй. “Мин дә киттем, Иҫәнғол да күп тормай китер”, – тип Ҡарғалы китә.
Мөхтәрәм имам Мөхәмәтхәсән бин Мостафа Ҡарғалыға ҡайтып киткәс, Мәмбәт мәсетендә имамлыҡ вазифаһын оҙаҡ йылдар Иҫәнғол түрәнең улы, указлы имам Ғәбделмоталлип атҡара. Ул 1859 йылға тиклем эшләй, был ваҡытта уға 62 йәш була.
1859 йылдан мәсеттең имамы итеп 38 йәшлек Ғимаҙитдин Аралбай улы Мәмбәтов тәғәйенләнә. Ғилеме яҡшы, ғәййәр динсе Баймаҡтағы Юлыҡ ауылы имамы Әхмәт хәҙрәттә белем алған.
Артабан мәсеттә Ғимаҙитдиндең улы Ғәбделхәким мөәзин була. 1921 йылда уны, советтарға ҡаршы һүҙ йөрөтөүҙә ғәйепләп, ҡулға алалар. Шул китеүҙән ғәйеп була, ауылға ҡабат әйләнеп ҡайта алмай.
Мәмбәттә мәсет даими рәүештә 1928 йылға тиклем эшләй. Ауыл ҡарттары иман йортона уҙған быуаттың 30-40-сы йылдарында ла йөрөүҙе дауам итә. Әммә заманалар үҙгәреүе бында ла килеп етә: һуғыштан алда ул клуб итеп файҙа­ланыла, яу осоронда – иген келәте, унда ашлыҡ киптереп фронтҡа ебәреп торалар. 1951 йылдың декабрендә ауыл мәктәбе янып китеү сәбәпле, 1952 йылдан мәсетте уҡыу йорто итеп ҡулайлаштыралар. Яңыһы төҙөлөп бөткәс, мәсет бинаһы интернатҡа әйләнә.
1974 – 1992 йылдарҙа бында Маҡан совхозының Мәмбәт бүлексәһе идараһы урынлаша. Һәм бына тарих ҡуласаһы яңынан әйләнеп килә: ауыл халҡының һорауы буйынса мәсет бинаһы 1992 йылдан йәнә үҙенең төп бурысын үтәй башлай. Халыҡ аҡсаһына төҙөкләндерелгән иман йортоноң имам-хатибы итеп 1992 йылдың 6 ғинуарынан Зиннур Әбделхалиҡ улы Әхмәтов һайлана. Ул мәсеттә яҡты донъя­нан киткәнсә – 1995 йылға ҡәҙәр – тоғро хеҙмәт итә.
1995 йылдан имамлыҡты Ҡасим Таһир улы Мәмбәтов алып бара. Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратында имтихан биреп, мәсетте төҙөкләндереү буйынса күп эш башҡара. Иман йортона яңы манара ҡуйыла, газ менән йылытыу үткәрелә. Ҡасим Таһир улына 2007 йылда “Почетлы имам-хатип” исеме бирелә.
2006–2009 йылдарҙа мәсеттең имамы – 1992 йылдан мөәзин булып эшләгән Миңлехан Насибулла улы Хәлилов. Ул да – ауылда дини ойошма төҙөүҙә З. Әхмәтов менән бергә күп көс һалған, Диниә назаратынан имам-хатиплыҡҡа хоҡуҡнамә алған, “Почетлы имам-хатип” исеменә лайыҡ булған арҙаҡлы шәхес.
“Иҫәнғол” мәсетендә 2009 йылдан имамлыҡ вазифаһы Мөҙәрис Ишмырҙа улы Ҡәйеповҡа йөкмәтелә. Ислам нигеҙҙәренә ул үҙенең остазы Ҡасим Мәмбәтовтан өйрәнә, Аҡъяр мәсете имамы Юлай хәҙрәт Юнысовтан һабаҡ ала, Өфөлә “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә уҡый. Хәҙер инде үҙе бөгөнгө йәш быуынға дин ҡанундарын өйрәтә. Уның шәкерт­тәре районда үткәрелгән конкурстарҙа йыш ҡына призлы урындарҙы ала.
Бына шулай итеп, ике быуатҡа яҡын тарихлы Мәмбәт ауылындағы “Иҫәнғол” мәсете – бөгөн райондың тарихи-мәҙәни ҡомартҡыһы, халҡыбыҙға дини вә әҙәп-әхлаҡ тәрбиәһе биреүҙә үҙенең изге эшен дауам итә, ата-бабалар аманатына, әл-хәмдү лил-ләһ, тоғро ҡала килә.
Әйтелгәндәргә бәләкәй генә һығымта ла яһап ҡуйғанда, шул төҫмөрләнә. Беренсенән, Мәмбәт ауылындағы “Иҫәнғол” мәсетенең төҙөлөп бөтөүен 1833 йылдың аҙағы – 1834 йылдың башы тип билдәләргә була. Икенсенән, иман йортоноң халыҡтың рухи тормошонда тотҡан урыны бәхәсһеҙ һәм ғорурланырлыҡ: ырыу тарихын хәтер һандығында ҡәҙерләп һаҡлауҙа һәм Мәмбәт ырыу-ара шәжәрәһен китап булырҙай хәлгә еткереп төҙөүҙә тарихи осорҙағы имамдарҙың, хәҙрәттәрҙең, муллаларҙың ихлас, фиҙакәр хеҙмәте – үҙе бер оло фәһем һәм тәрбиә мәктәбе.




Вернуться назад