Хәҙер иркен, күп ҡатлы йорт һалып инеүселәрҙе ауыл һайын тиерлек осратырға була. Айырыуса йәштәр заманса, бар уңайлыҡтарға эйә торлаҡта йәшәргә тырыша. Тыштан ҡарап туйғыһыҙ, әкиәт илендәге кеүек өйҙө, семәрләп эшләнгән ҡапҡаны, күҙҙең яуын алырлыҡ төҫкә буялған ҡойманы күреп, был йортта алсаҡ, ихлас, эшһөйәр һәм күңелсәк ғаилә йәшәйҙер тигән һығымтаға киләһең һәм күп осраҡта яңылышмайһың. Күгәрсен районының Мораҡ ауылында йәшәүсе Әлиә һәм Илдус Ғәбитовтар менән танышҡас, быға тағы бер тапҡыр инандым.
Туйҙан һуң йәш ғаилә ата-әсәләре ярҙамы менән район үҙәгенән, киләсәктә урынына яңыһын һалыу ниәтендә, иҫке генә өй һатып ала. Бер нисә йыл йәшәгәндән һуң улар оло эшкә тотона: иҫкеһендә йәшәп, эргәһендә ҙур йорт төҙөй башлайҙар. Тырышҡанға Хоҙай йүнен бирә тигәндәй, Ғәбитовтар "Торлаҡ" федераль маҡсатлы программаһына эләгеп, төҙөлөшкә субсидия ла ала. Икенсе улдары тыуғас, ғаилә, әсәлек капиталын да йүнләп, өйҙө ике ҡатлы итергә тәүәккәлләй.
Уңған, сос һәм йәшлек дәрте ташып торған ғаилә быйыл йәй өй туйларға йыйына. Ата-әсәләре, туғандары ла ярҙам ҡулы һуҙғас, эш ырамлы бара. Мунсаһын, кәртә-ҡураһын ҡарағайҙан бурап ултыртҡандар, еңел автомобиль өсөн иркен гараж төҙөлгән, ихатала ҡоҙоҡ бар. Урамға газ үткән, шуға утынды мунсаға ғына әҙерләйҙәр. 27 сутыйҙа Әлиә менән Илдусҡа баҡса үҫтерергә мөмкинлек етерлек. Ғаилә башлығы ҡош-ҡорт үрсетергә лә уйлай.
– Ауылда йәшәгәс, һыйыр аҫрамаһаҡ та, ҡош-ҡорт тоторбоҙ инде, баҙарҙа иткә хаҡтар үтә ҡиммәт бит, – ти Илдус. – Атай-әсәйҙәр ярҙам итә, әммә үҙ көсөбөҙгә лә йәшәргә кәрәк.
Күптәргә өлгө булырлыҡ ғаиләлә ике малай үҫә. Алты йәшлек Илдар менән дүрт йәшлек Илнур әле балалар баҡсаһына йөрөй. Илдус үҙе Ырымбурҙа автотранспорт техникумын тамамлаған, бөгөн "Транснефть" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә һаҡсы булып эшләй. Әлиә, Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт педагогия университетының Стәрлетамаҡ филиалын тамамлап, логопед-педагог һөнәрен үҙләштергән.
Илдус, хәстәрлекле хужа булараҡ, ир-егет эшен урын-еренә еткереп башҡарһа, Әлиә ипле ҡулдары менән йортто зауыҡлы итеп биҙәргә, таҙа тоторға тырыша. Аш-һыуға ла оҫта хужабикә, ире лә, улдары ла уның тәмле ризығын яратып ашай. Ул ҡул эшенә лә маһир, бәйләргә-сигергә лә ярата. Тәҙрә төптәрен үҙе үҫтергән гөлдәре биҙәй.
– Хәҙер ауылда йәшәүе күпкә рәхәт һәм еңел, тормош ҡаланыҡынан һис тә ҡалышмай, – ти Илдус. – Ә республика етәкселеге йәштәргә һәр яҡлап ярҙам иткәс, төрлө субсидиялар бүлгәс, тырышырға ғына ҡала.
Самат ҒӘЛИН
Күгәрсен районы.