Йөрәкте өтөр ҡуҙ11.07.2017
Йөрәкте өтөр ҡуҙЙылдар аҡҡан һайын үткән юлыбыҙға ҡат-ҡат әйләнеп ҡарайбыҙ. Тарих – күңелде өтөп торған ҡуҙ. Уны хәтерҙә тотмаһаҡ, алға китеп булмай. Бына әле мин тағы артҡа боролоп ҡарайым, халҡымдың үткән тормошона үҙемдең күҙлектән тағы бер тапҡыр баһалама яһайым. Яҙмамда бер аяғы менән туҡһанда торған аҡһаҡал Әбделәхәт Шиһап улы Этҡоловтың һөйләгәндәренә таянып яҙған тарихты тәҡдим итәм.


Ул 1928 йылғы, Баймаҡ ҡалаһында йәшәй. Утыҙ йылдан ашыу Түбә руднигында экскаваторҙа эшләй. Күр­һәткән хеҙмәттәре өсөн маҡтау грамоталарына лайыҡ була. Туғыҙ йыл буйы “чемпион экскаваторсы” исемен йөрөтә. Семендан Таналыҡҡа тиклем торба һалып, һыу үткәргән, Граф күлен быуған кеше ул. Ҡатыны Ләлә Исхаҡ ҡыҙы менән ике ҡыҙ, биш малай тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Үкенескә ҡар­шы, улдарының барыһы ла яҡты донъя­нан иртә китте. Ниндәй йөрәк кәрәк әсә кешегә ошондай оло ҡай­ғыларҙы күтәрергә! Аллаһ Тәғәлә үҙҙәренә ҙур сабырлыҡ бирһен! Ләлә апайҙың атаһын Зәйни Исхаҡ (Зәй­нәғәбдинов) тип йөрөтәләр, ул тәүге­ләрҙән булып театрҙар ойоштороп йөрөй. Былар – үҙе бер ҙур тарих…
Ғәбделәхәт Этҡолов шуларҙы бәйән итте:
– Элек унда Сыңғыҙ (Сыңғыҙ ауылынан айырылып сыҡҡан), Ҡушкүпер (таулыҡайҙар), Шырмай (шырмайҙар), Шүлкә (буранбайҙар), Ямаш (I Этҡол ауылынан) утарҙары бер колхозға ҡараны. Хужалыҡтың исеме Коммунар булды, Йылайыр йылғаһы буйында урынлашҡайны. Һәр утарҙа ике-өс урмансы бар ине, атайым Шиһап Эт­ҡолов уларҙың 13-14-енә етәкселек итте. Баймаҡ урман хужалығы II Эт­ҡолда ине. Атайым уларға: “Йәш ағасты ҡырҡмағыҙ. Утын кәрәк булһа, ана, урман тулы ҡороған ағас, шуларҙы йыйып алығыҙ! Әгәр берәй шишмә ағып ята икән, кәртәләп ҡуйығыҙ”, – тиер ине.
Атайым белемле булды, урыҫса ла шәп белде. Ҡартәсәйем Сәрбиямал Таулыҡайҙағы Мусиндар тоҡомонан, Ҡатау ҡарттың ҡыҙы. Минең әсәйем Сәмсеҡәмәр менән Хөсәйен Әхмә­товтың әсәһе Ҡанита, иң өлкәндәре Хәкимә – бер туғандар, Түбәнге Нуғай ҡыҙҙары. Әсәһе үлеп киткәс, Хөсәйен күбеһенсә беҙҙә йөрөнө. Атайым оҫта йырсы булды. Уның йырлағанын малай ишетеп йөрөгәндер инде. Ә Хәкимә иртә үлеп китә, бер улы ҡала – Ғәлләм. Уны әсәйем ике йәштән ҡарап үҫтерҙе. Ҙур кеше булып китте Ғәлләм Сафа улы Вәлиев. Тәүҙә Темәстә уҡыны, унан Ырымбурҙа бер йыл белем алғандан һуң, Мәскәүгә эләгеп киткән. Аҙаҡ ул тау инженеры булды, 1934–1940 йылдарҙа Мәскәүҙә метро төҙөнө. Бер ҡайтҡанында үҙе менән Хөсәйен­де, тағы Ҡәнзәфәр тигән малайҙы алып китеп Өфөгә урынлаштырҙы. Күп ярҙам итте ул беҙгә Ғәлләм ағай. Ай һайын Мәскәүҙән посылка ебәреп торҙо. Ҙур кеше булды. 1934 йылда өйләнеп, Ким һәм Вадим тигән улдары булды. Ғәлләм ағай үҙе Үрге Нуғайға ҡайтып баҡыйлыҡҡа күсте.
1937 йылда атайымды ҡулға алдылар. Ҡыш, декабрь айы ине, төнөн килеп алып киттеләр. Өйҙө тентене­ләр, баҙҙы асып ҡаранылар. Ә унда – ҡумта-ҡумта посылка. Береһендә – сәй, икенсеһендә – тауар, өсөнсөһөндә – балалар кейеме. Уны Мәскәүҙән Ғәлләм ағай ебәргәйне. Шулай атайҙы бер ғәйепһеҙгә ҡулға алдылар… Ул ниндәй халыҡ дошманы булһын инде? Ҡара урман төпкөлөндәге Шиһап ҡарттың ниндәй зыяны тейҙе икән? Берҙән-бер байлығы – шәп аты бар ине инде.
Мин Ямаш утарында 2-се класта уҡып йөрөй инем, мәктәптән ҡыуҙылар. “Халыҡ дошманы” ғаиләһе тип беҙҙе өйҙән сығарҙылар, әсәйем, алты бала­һын эйәртеп, 1938 йылда Сыңғыҙға күсеп килде. Бер бәләкәй генә мунсала ҡыш сыҡтыҡ. 1949 йыл көҙ мине әрмегә алдылар, Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт иттем.
Аҙаҡтан мин атайым менән төрмәлә бергә ултырған кешене таптым. Сәхи Мөьминов ине ул. Комсомол янындағы Сәмсел утарынан, бер атты бүре йыҡҡан өсөн эләккән. Сәхи уларҙы нисек ыҙалатҡандарын илап һөйләне. Атайымды, уның менән тағы 25 кешене Өфөлә атҡандар, бөтәһен бер соҡорға ырғытҡандар... Ә 1955 йылда атайҙы аҡлауҙары тураһында ҡағыҙ ебәр­ҙеләр.
Илем, халҡым тарихы… Күпме ке­ше­не һис бер ғәйепһеҙгә атҡандар, юҡ иткәндәр, төрмәлә баштарын серет­кәндәр… Ә уларҙың ғаиләһе, бере­һенән-береһе бәләкәй балалары күпме нужа, күпме хәсрәт кискән. Ғәбделәхәт­теке кеүек яҙмышҡа бик күп ғаиләләр дусар булды. Кеше һаман ҡурҡып йәшәй ул заман ваҡиға­ларынан. Ниндәй аяныслы хәлдәр, ниндәй тарих, халҡым тарихы…




Вернуться назад