…Домофон төймәләрен йыйып та өлгөрмәнек, 4-се ҡатта йәшәгән хужа ҡунаҡтарын ҡаршыларға үҙе килеп сыҡты. “Әйҙәгеҙ, уландар”, – тип өндәшһә лә, дөрөҫөн әйткәндә, “Беҙ осрашасаҡ кеше ошомо икән ни?” тигән икеләнеү тыуҙы күңелдә. Нисек кенә булмаһын, Мозаир Мортаза улына һис тә 86 йәш бирерлек түгел. Артынан йүгерә-йүгерә баҫҡыстан күтәрелгәндә: “Егеттәрҙән бер ҙә ҡалышмайһығыҙ, бабай”, — тигәс, ул йылмайып ҡына ҡуйҙы. Атайҙар васыяты
Ауырғазы районының Ҡыҙыл Өршәк ауылында тыуып үҫкән Мозаир Вәлитов. Ләкин ул:
— Сығышым менән Мораҙымданмын, — ти. — 1929 йылда атай иң беренсе булып Ҡыҙыл Өршәккә күсеп ултырған. Тик ул урында күсеп килгән урыҫтар йәшәгән, шуға яңы ерҙә (үҙ ерендә) нигеҙ ҡороу еңел булмаған, һуғышып та бөткәндәр хатта.
Кәрәк саҡта бына шундай яугир ҙә була белгән, тейешле урында аҡылына таянып эш итә алған, үҙ ерен яратҡан һәм ғәҙел кешеләрҙең нәҫелен дауам итә Мозаир олатай. Әйтелгәндәргә өҫтәп, хеҙмәт ветеранының оҫта ҡуллылығын һәм эш яратыуын билдәләмәү мөмкин түгел. Шул хеҙмәт кешеһе булыуы уны тормошонда нисәмә тапҡыр үлемдән ҡотҡарып ҡала бит, үрҙәргә илтә, ҡайһы берҙә, киреһенсә, һынауҙарға ла ташлай…
Башта ҡарбуз-ҡауынға тиклем үҫтерелгән баҡса, аҙаҡ дөйөм ялан бригадиры булып эшләгән Мортаза Вәлитовты һуғышҡа 1942 йылда ғына алалар. Тик шул китеүенән башҡаса тыуған яғына әйләнеп ҡайтмай. “Ленинград янындабыҙ”, — тип яҙған бер хаты килә. Ошонан һуң күп тә үтмәй “хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡағыҙҙы ла ала өйҙәгеләр.
— Ленинград янында һаҙлыҡта ҡамауҙа ҡалдыҡ, тип яҙғайны бит, шунда ятып ҡалғандыр инде, мәрхүмкәйем… — Ветерандың күҙҙәре йәшкә сылана, тулҡынланып китә. Үҙе өс улға һәм алты ҡыҙға атай ғына түгел, 50-нән ашыу ейән-ейәнсәр, бүлә-бүләсәләргә олатай булһа ла, атаһын һағына, юҡһына Мозаир бабай. “Аталы бала – арҡалы” тигән әйтем иҫкә килә ошо тәңгәлдә. Тик бында ниндәйҙер матди өҫтөнлөк, хөрриәт хаҡында һүҙ бармай. Мортаза ғаиләһен яҡшы ҡарай, улдарын эшкә өйрәтә, мохтаждарға һуңғы һынығын тиерлек бүлеп бирә, балаларын кешеләргә изгелек кенә ҡылып йәшәргә өндәй. Ошо хәтирәләрҙе Мозаир олатай васыят итеп һаҡлай ҙа инде.
Еңгәләр һәм ҡәйнештәр
Һуғыш йылдары уның бәпкә үләнендә аунап-аунап уйнарлыҡ сағына тура килә, тик ул быуын балаларының уйындарын, билдәле, аталарының йөгө алыштыра. Мозаир ҙа 11 йәштә ололар менән бер рәттән бесән саба башлай. Ҡул араһына саҡ инә башлаған ваҡытында техниканы ла тиҙ өйрәнә малай, шуға уға артабан яуаплы вазифа йөкмәтәләр – ат менән бесән саба, йыя.
— Беҙгә генә түгел, еңгәләргә лә аҙ йөк төшмәне бит, ошо хаҡта йыш ҡына уйланам, — тип хәтирәләрен барлай әңгәмәсем. – Мин сабынлыҡҡа өс ат етәкләп барам, ә бергә эшләгән ҡатын салғы тотҡан һәм бер ҡулына имсәк балаһын күтәргән. Беҙ бесән сапҡан мәлдә ул сабый үлән өҫтөндә көтөп ултыра. Сабыр ғына әсәһен күҙәтә…
Эйе, аҙ хәсрәттәр килтермәй Бөйөк Ватан һуғышы илгә.
— Аттарҙың арыуыраҡтары фронтҡа ебәрелде. Хәлһеҙерәктәре иһә колхоз йөгөн тартыуын дауам итте, шулар менән эшләнек, — тип һөйләй Мозаир бабай. – Тик ул хайуанҡайҙар шул тиклем йонсой ине, хатта китеп барған ерҙән тәгәрәп үлә, гөрһөлдәп ауа, ә беҙ, малайҙар, түҙҙек!
Оҫта ситән үреүсе инем. Ҡыш эш араһында ҡаҙ оялары үрәм, алдан уҡ заказ бирә торғайнылар. Һуғыш мәлендә генә түгел, тыныс тормош килгәс тә кешеләргә әллә күпме өй һалыштым, мейестәрен сығарып бирҙем. Ғөмүмән, ниндәй генә ярҙам күрһәтһәм дә, һынау йылдарындағы холҡома тоғро ҡалдым – ҡайырып аҡса таптырманым.
Ғәҙел кеше ғәҙеллек талап итә
Афәт йылдарын үҙ иңендә татып үҫкән һуғыш балалары, быуыны нығынғас, ең һыҙғанып илде төҙөкләндерергә тотона. Мозаир Вәлитов хужалыҡта кем генә булып эшләмәй: бесән сабыусы, янғын һүндереүсе, хисапсы, төҙөүсе, тауар ташыусы, урман ҡырҡыусы... Ә бер мәл уны бригадир итеп тә үрләтәләр, тик был вазифанан күпмелер ваҡыт үткәс китергә тура килә. Сәбәбе бөгөн көлөрлөк кенә: партияла тормағас, етәксе булып эшләй алмай. Ә партияға уны көсләп тә индерә алмайҙар, сөнки ҡайһы бер күренештәрҙе ир өнәп бөтмәй. Ә бына ҡаты контролде, киреһенсә, үҙ итә. Был алым менән дәүләт үҫешер ине, тип билдәләй. Нисек кенә булмаһын, ҡайһы берҙә үҙ һүҙен еткерергә лә ҡурҡмай. Был тәңгәлдән, бәхеткә күрә, уны хәүеф елдәре урап үтә заманында. Ғөмүмән, янында яуызлыҡҡа урын юҡ. Бер генә миҫал: уның менән сыҡһа, балаларының юлы һәр саҡ уңа икән.
Билдәле, хеҙмәт аша яулап алған уңыштарына көнләшеүселәр ҙә булмаған түгел. Тик уларҙы әңгәмәсем хәтерләргә яратмай. “Хоҙай барыһын да күрә”, — тиеү менән сикләнә.
Бер һүҙ әйтәм, һеҙ тыңлағыҙ
Ауыр һуғыш йылдары, илде ҡабаттан төҙөү дәүере — барыһы ла инде тарихта ҡалған. Мозаир Вәлитов — тол олатай — әле Стәрлетамаҡта йәшәй, күптән дин юлына баҫҡан. Тик ҡайһы бер быуындаштары һымаҡ тормоштан кинәнес табып, ял итеп кенә көн күрмәй ул. Һаман да тынғыһыҙ хеҙмәт эсендә ҡайнай. Улдарына булышһынмы, ауылдағы өйөнә ҡайтып, баҡсаһында соҡонһонмо – барыһына ла өлгөрә. Шул уҡ ваҡытта тормошҡа аҡһаҡалдарса һаман да үҙ фекерен белгертеп килә:
— Өҫкә кейергә кейемебеҙ бар, тамағыбыҙ туҡ, рухи аҙыҡ та етерлек. Тормоштоң ҡәҙерен белеп, шөкөр итеп йәшәйек, — ти ул.