Тамара ИСКӘНДӘРИӘ “Бөйөк бер моң биләй күңелемде”11.07.2017
Тамара ИСКӘНДӘРИӘ “Бөйөк бер моң биләй күңелемде”Гәзитем “Башҡортостан”

Атай-әсәйем эштәләр,
Ә мин өйҙә бер үҙем.
Өҫтәлдә ятҡан гәзиттән
Алмайым бер ҙә күҙем.

Унда рәт-рәт теҙелешкән
Шиғыр юлына бағам.
Таныш хәрефтәрҙе табып,
Береһен береһенә тағам.

Вәт мөғжизә! Яһала һүҙ,
Яңғыратып моңло өн.
Үҙем уҡып ятлағанға
Шиғырлы итте был көн.

Шиғырлы итте, аңлатты
Туған телемдең бәҫен,
Ҡоролмалар үҙгәрһә лә,
Гәзитем үҙгәрмәҫен.

Миңә бары өс йәш ине —
Ғүмерҙәр ҡайҙа осҡан?
Донъя имен.
Беҙ бергәбеҙ,
Гәзитем “Башҡортостан”!

Ике донъя

Яҡынбыҙ ҙа, йыраҡбыҙ ҙа –
Ғүмер буйы сиселер сер...
Беҙ икебеҙ – ике донъя:
Беребеҙ – Күк, беребеҙ – Ер.

Ниңә моңлана һуң йәндәр
Саҡырғанда яҙын кәкүк?
Беҙ икебеҙ – ике донъя:
Беребеҙ – Ер, беребеҙ – Күк.

Күкрәп үҫер Моң ағасы,
Донъялары бер тоташыр:
Тамырҙары – тәрән Ерҙә,
Ә сатыры Күккә ашыр!


Ете ҡыҙ

Тулған айҙың яҡтыһында
Ойоп бейей ете ҡыҙ.
Керпегенән нур тамғанын
Тойоп бейей ете ҡыҙ.
Бер һағышлы көйҙө йәнгә
Уйып бейей ете ҡыҙ.

Күтәрелеп ҡарамаҫтар
Һылыуҙар һеҙҙең күҙгә.
Башҡорт ҡыҙҙары ғорур, тип,
Баҫмағыҙ, тиеп, теҙгә,
Әйтеү әйтерҙәр мәңгегә,
Әйләнерҙәр ҡарһүҙгә...

Күл өҫтөндәге көҙгөлә
Йөҙөп бейей ете ҡыҙ.
Күңелдәрҙән моң даръяһын
Һөҙөп бейей ете ҡыҙ.
Сеү! Әүернә тамғаһын бит
Төҙөп бейей ете ҡыҙ!

Бына улар ҡапыл бергә
Ҡараштарын күтәрҙе.
О, ул ҡараш! Тетрәтер ул
Хатта аяҙ күктәрҙе.
Фатихаһын биреп үтте
Улар һуңғы күперҙе...

Асылғандай тарихтағы
Фасыл ғына – ете ҡыҙ.
Намыҫ көслө үлемдән, ти
Аҫыл ғына ете ҡыҙ.
Тормош әүернәһен беҙгә
Васыят ҡыла ете ҡыҙ.

Ай, ете ҡыҙ, ете ҡыҙ!..


Диңгеҙ ҡабырсағы

Торатау ҡабырсағы һин,
Һырлы-ҡырлы ҡабырғаң!
Ҡолағың һаман шаулаймы
Диңгеҙ башҡарған йырҙан?

Бында даръя йәйрәп ятҡан...
Шаулы тулҡын сыңлауын
Һинең инде нисә быуат
Онотолоп тыңлауың?

Торатауҙың, Йөрәктауҙың,
Шәкетауҙың, Ҡуштауҙың
Күкрәгендә күпме дәүер
Йәйләнең дә ҡышланың?

—Ҡайҙа һинең диңгеҙең? — тип
Һорайым ҡабырсаҡтан.
“Ике йөҙ һикһән миллион
Йылдар үтте ул саҡтан…

Бында сикһеҙ даръя ине,
Тулҡыны ине тиңһеҙ.
Һыуҙа йәшәр бар йәнлекте
Ошонда йыйҙы диңгеҙ.

Әйтте:
— Һеҙ, балаларым, — тип, —
Түгелһегеҙ мәңгелек.
Диңгеҙ кибер,
Донъя бөтмәҫ —
Берҙәм булайыҡ элек!

Бик күп дәүерҙәр үтерҙәр,
Йәнлектәр булыр башҡа.
Беҙ тауҙар булып ҡалырбыҙ —
Әйләнеп тораташҡа…

Шул саҡ бында төйәкләнер
Байман башҡорт балаһы.
Үҫеп сығыр ауылдары,
Әллә күпме ҡалаһы.

Изге тау, тип барса халыҡ
Һыйыныр беҙгә шул саҡ…”
…Бына нимә бәйән итте
Шихандағы ҡабырсаҡ.


Торатау

Даръяларҙың тулҡынында
Яралдың, шихан.
Данлы, шанлы тарихыңды
Яҙғандыр йыһан.

Күк монарҙа көнгә бағып,
Ҡалҡып тора тау.
Халҡыбыҙҙың аманатын
Һаҡлай Торатау.

Тәүтормоштан ҡаға тулҡын,
Мөһабәт тулҡын.
Башҡорт иле, башҡорт теле
Мәңгелек булһын!

Ерен, телен яҡлап ҡалҡҡан
Һиндә Торахан.
Арыҫландай миҫле батыр,
Әйҙә, оран һал!

Күк монарҙа көнгә бағып,
Ҡалҡып тор, ай, тау!
Башҡортомдоң тыуыр таңын
Яҡла, Торатау!


Торба

Ҡаршылағы завод торбаһынан
Яһанылар быйыл тамаша.
Ҡарап торам: сағыу төҫтәренән,
Төн еттеме, күҙҙәр ҡамаша.

О, ул торба!
Булды, ваҡытында
Ҡаратты ул барлыҡ ҡаланы.
Оран һалды, эсе ҡара янып,
Үҙ йөрәген үҙе таланы.

Ә бит һоро, йәнһеҙ торба ине.
Оло төтөн сыҡты үҙенән.
Заманаһы үткәс,
Завод һүнгәс,
Юймаҫ борон ҡала йөҙөнән,

Бына шулай төрлө төҫтә “балҡып”
Ҡала уртаһында ултыра...
Эй бисара!
Бисура...


Башҡорт матбуғаты

Гәзит – гәзит кенә түгел бит ул,
Башҡорт рухы өсөн ул – байраҡ!
Кем өсөндөр бары көндәлек эш,
Кем өсөндөр – үҙе бер байрам.
Башҡорт телендәге
Һәр бер журнал –
Аҫыл хазинаһы илеңдең.
Алдыр, халҡым, уҡы матбуғатты,
Йәшәт даирәһен телеңдең!


Башҡортостан

Бөйөк бер моң биләй күңелемде,
Сикһеҙ тулҡын иле,
Олуғ көс.
Ошо көйҙән донъя яңырғандыр,
Урал ергә тере һыу бөрккәс...

Был тәрәнлек,
Был бейеклек хисе
Бер Хоҙайҙан ергә таралған.
Уттан, һыуҙан Һомай ҡосағында
Ул мөхәббәт өсөн яралған!

Сылтыр шишмә, йылға тулҡындары,
Оло даръяларҙың тын зары,
Сың-сың бейеп төшкән ҡар бөртөгө –
Бәҫ һырыған ағас һындары...

Ул көйҙә бар мәғрур тауҙар тыны,
Көрт аҫтында сәскә һулышы,
Бөжәк безелдәүе, яҙғы елдә
Шартлап тирткән бөрө тауышы...

Ат кешнәүе, йәшен йәшнәүеме,
Яңы тыуған бала илауы,
Доға мәҡәменә иҙерәп ҡалған
Донъяларҙа тынлыҡ тулғауы –

Бөтәһе бар унда!
Йыһан йыры
Һәр бер күҙәнәккә тулышҡан...
Башҡортостан!
Олуғ моңоң аша
Илһам алам һинең һулыштан!..


Вернуться назад