Эше булғас, законы ла бар11.07.2017
Быйыл 1 июлдән Рәсәй Хеҙмәт кодексындағы ҡайһы бер үҙгәрештәр үҙ көсөнә инде. Улар барлыҡ ойошмаларға һәм хеҙмәткәрҙәре булған шәхси эшҡыуарҙарға ла ҡағыла.

Кодекстың 152-се статьяһы хеҙмәт көнөнән тыш эшләүҙе яңыса көйләй. Хәтергә төшөрәйек: ошо ҡанундың 91-се статьяһына ярашлы, хеҙмәт сәғәттәре аҙнаһына 40 сәғәттән дә ашырға тейеш түгел, унан артып киткәне өҫтәмә түләнергә тейеш. Ә ошо “артыҡ” ваҡыттың тәүге ике сәғәте предприятиеларҙа ғәҙәттәге тарифтан бер ярым тапҡырға, ҡалған сәғәттәре ике мәртәбәгә күберәк түләнә ине. Хәҙер был ҡағиҙә аҙнаның эш көндәренә генә ҡағыла, ә ял һәм байрам ваҡытында эшләгән өсөн бер тапҡыр ғына һәм барлыҡ сәғәттәр өсөн дә икеләтә күләмдә түләнә башлаясаҡ.
Тулы булмаған хеҙмәт ваҡытын көйләү ҙә үҙгәрә. Кодекстың 93-сө статьяһы эш биреүсенең йә тулы булмаған аҙна (йәғни 40 сәғәттән дә аҙыраҡ), йә тулы булмаған эш көнө (8 сәғәттән кәмерәк) бирә алыуын, йәғни һайлау мөмкинлеге булыуын күҙ уңында тота. Тулы булмаған эш ваҡыты хеҙмәткәрҙең ризалығы менән генә индерелә. Ауырлы ҡатындар йәки 14 йәшкә тиклемге баланы (балаларҙы) тәрбиәләүселәр хатта үҙҙәре тулы булмаған эш көнө һорап ғариза бирергә хоҡуҡлы. Яңы ҡанун буйынса эш биреүсе бынан баш тарта алмай.
Үҙгәрештәр төшкө аш тәнәфесенә лә ҡағыла. Быға саҡлы хеҙмәткәр, эш көнө йәки аҙнаһы күпме дауам итһә лә, төшкө ял сәғәттәренә хоҡуҡлы ине. Кодекстың 108-се статьяһы тә­нәфестең ике сәғәттән дә ашмаҫҡа һәм 30 минуттан кәмерәк булмаҫҡа тейешлеген билдәләне. Ә хәҙер, эш көнө дүрт сәғәттән ашыу булмаһа, етәксенең был хеҙмәткәргә төшкө ял бирмәүе лә ихтимал.
Белеүебеҙсә, нормаһы билдәләнмәгән эш көнө лә элек-электән бар. 101-се статьяға индерелгән үҙгәреш эш биреүсенең нормаһыҙ эш көнө индереү хоҡуғын сикләй: хәҙер тулы булмаған көн йәки аҙна нигеҙендә эшләүсегә нормаһыҙ режим ҡуйып булмай, ул тулы көн буйынса эшләгәндәргә генә ҡағыла.
Тағы ла бер үҙгәреш тип хеҙмәткә түләүҙең минималь күләменең (МРОТ) артыуын да әйтергә була – 1 июлдән ул 7800 һум тәшкил итә. Был федераль кимәлдә шулай ҡаралған, ә төбәктәрҙең айырым ҡарар ҡабул итеүе мөмкин. Мәскәү ҡалаһында, мәҫәлән, 1 июлдән минималь эш хаҡы 17 мең 624 һум тип билдәләнгән.


Вернуться назад