Ер хужалары11.07.2017
Ер хужалары– Ямғыры ла кәрәк, әммә бер туҡтауһыҙ тиерлек ҡойоп, эштәрҙе бер аҙ тотҡарлай. Шуға ла аяҙ көндәрҙең һәр минутын, һәр сәғәтен ауыл халҡы файҙаланып ҡалырға тырыша. Бөгөн улар мал аҙығы әҙерләү менән мәшғүл. Шөкөр, ялан-ҡырҙарҙа бесән күпереп үҫкән, тик тәбиғәт шарттары ғына йылы көндәре менән ҡыуандырһын инде, – тип ҡаршы алды беҙҙе крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Фазылйән Исмәғил улы Садиҡов.


Ахун ауылы уҙаманы Фазылйән Исмәғил улы үҙаллы эш башларға тәүҙә икеләнеп йөрөй. Ғүмер буйы эшләгән хужалығын ташлап сығып китер ине, бар яҡлап та күнегелгән колхоз әлегә йәшәй, етмәһә, үҙе ферма мөдире йөгөн дә тарта… Фермерлыҡ хәрәкәтенең тәүге йылдары. Күп урындарҙа бөтмөрҙәр үҙ эшен асып, кемдер эшҡыуар­лыҡҡа тотоноп, яҙмышын ер, мал менән бәйләргә теләүселәр ҙә табыла. Фазылйән дә туғандары, дуҫ-иштәре менән кәңәш-төңәш итеп, ғүмер буйы көс түккән колхозын ташларға йөрьәт итеп, 2000 йылда фермер хужа­лығы ойош­торорға тәүәккәлләй.
Тәүҙә Садиҡовҡа ауыл эргә­һенән генә егерме биш гектар ер бирәләр, һуңғараҡ тағы утыҙҙы өҫтәйҙәр. Билдәле, ҙур Ахун ауылы халҡының малы “потрава” яһап өйрәнгән баҫыу: кеше менән һүҙгә килешкән саҡтары ла, ултырып илар мәлдәре лә аҙ булмай уның. Шуға ла, бөтә көсөн туплап, илле биш гектар ерҙе уратып, кәртәләп алырға ҡарар итә ул саҡта үҙ эшен башлап ҡына торған фермер.Ер хужалары
Ауылда тыуып үҫкән егет бер икеләнеүһеҙ малсылыҡ тармағын һайлай. Халыҡ ундайҙар тура­һында, мал йәнле кеше, ти. Әлбиттә, Аксен ауыл хужалығы техникумында зоотехник һөнәрен алыуы ла, унан һуң колхозда тәжрибә туплауы, ферма мөдире йөгөн тартыуы ла бик ныҡ ярҙам итә. Бында бит мал ҡарау, һөт тапшырыу ғына түгел, документ эштәрен дә тейешенсә тулты­рырға, һалым инспекцияһы менән бәйләнештә булырға тейешһең. Яҙыу-һыҙыу эшендә ҡатыны Гөлнара уға көслө ярҙамсы була, байтаҡ мәшәҡәттәрҙе үҙ өҫтөнә алып, документтар тултырыуҙы тейешле кимәлдә башҡара. Ҡыҙы Әлиә иһә Силәбе ҡалаһында юғары уҡыу йортон тамамлап, сауҙа буйынса белем алған. Улдары Денис хәрби хеҙмәттән һуң тыуған ауылын ташламай, ҙур аҡса артынан да сығып китмәй, әле ул атаһының уң ҡулы. Хужалыҡ йөгөн бөгөн Садиҡовтар бергә тарта, ҡатыны Гөлнара менән улы Денис хатта ауыл хужалығы буйынса белем дә алып сыҡҡан. Элекке "Ҡыҙыл партизан" колхозының сусҡа фермаларын һатып алып, ремонт үткәреп, шунда малды тота башлайҙар. Бынан тыш, 200 гектар ере лә бар, унда быйыл бойҙай, арпа, һоло сәс­кәндәр. Көтөүлек­тәре лә 200 гектарҙы тәшкил итә. Ер хужалары
60 кешенең пай ерҙәрен дә эшкәртәләр. Пайсылар менән ва­ҡытында иҫәпләшәләр, ашлығын, бесән-һаламын бирәләр.
– Эшмәкәрлегебеҙҙе биш һы­йыр­ҙан ғына башлағайныҡ. Хәҙер һикһән һауын һыйыры бар, бөтәһе ике йөҙ баш симменталь тоҡомло мал аҫрайбыҙ, – ти фермер. – Тырышһаң, ялҡауланмаһаң, яйлап арттырып була. Аттарым да, һарыҡтарым да етә…
Көн һайын һауылған һөттө Учалы ҡалаһында урынлашҡан киоск­та һатыуға сығаралар, бөгөн уларҙың үҙ һатып алыусылары ла бар. Халыҡ ҡаймаҡ, творог, май ризыҡтарын да яратып ала. Үҙең тырышмаһаң, һиңә бер кем бер нәмә килтереп бирмәй. Быны уңған Садиҡовтар яҡшы аңлай, шуға, эш башлауы ауыр булһа ла, улар төшөнкөлөккә бирелмәйенсә, эшмәкәрлеген матур ғына итеп ойоштороп ебәрә. Шөкөр, әле фермерҙарҙы яҡлаусы төрлө программалар бар. Һуңғы осорҙа яңылары өҫтәлеп тора. Садиҡов­тарҙың тырыш ғаилә икәнлеген районда ла яҡшы беләләр. 2014 йылда уҡ "Ғаилә һөтсөлөк ферма­һы" программа­һында ҡатнашып, грант алыуға өлгәшкәндәр. Дәүләттән бирелгән өс миллион һум аҡсаға фермер тоҡомло мал, техника һатып ала, ремонтҡа тотона. Әйткәндәй, һуңғы ике-өс йылда Фазылйән ағай 3 миллион һумлыҡ техникаға, төрлө ауыл хужалығы машиналарына эйә булған. Мәҫәлән, ҡеүәтле һөт айырғыс, сыр бешереү, ярма онтау ҡо­ролмалары һатып алғандар. Килә­сәктә бында сыр етештереүҙе юлға һалырға ниәтләйҙәр. Тимәк, Учалы районы халҡы ғына түгел, респуб­ли­каның башҡа төбәктә­рендә лә Ахун ауылында етештерелгән сырҙан ауыҙ итәсәк әле. Ер хужалары
Хужалыҡ йәй күпләп ҡаҙ үҫтереп, көҙ уны халыҡҡа һата. Йыл әйләнәһенә бура буратып, таҡта ярҙыралар. Бында, нигеҙҙә, заказ буйынса эшләйҙәр, хаҡы ла әллә ни тешләшмәй, шуға ла халыҡ араһында ҙур һорау менән файҙаланыла.
– Күңел төшөнкөлөгөнә бире­лер­гә яратмайым, ваҡыт та юҡ. Эш юҡлыҡҡа зарланғандарҙы һис тә өнәмәйем. Тырышырға кәрәк. Мейес башында ғына ятып, ҡайҙандыр аҡса көтөп ултырырға кәрәкмәй, сос һәм тәүәккәл булыу мөһим бөгөн, – ти уңған фермер.
Ҡасандыр лизингка һатып алған “МТЗ-82”, тағы ла “Т-40”, “К-700” тракторҙары, “КамАЗ” йөк маши­наһы һәм башҡа трактор-машиналары әле фермер баҫыу­ҙарын иңләй, малсылыҡ тармағын алып барыуҙа ярҙам итә. Етәкселек киләсәктә лә техника паркын ҡеүәтле трактор-машиналар менән яңыртыуҙы дауам итмәксе.
Механизаторҙар Ислам Хәсә­нов, Юлай Фәйрүзов, малсылар Рәсилә Хәбирова, Рәйлә Ғилма­нова, ағас эшен яҡшы белгән оҫталар Салауат Бикмөхәмәтов менән Вадим Мардюков – Фазыл­йән Исмәғил улының ышаныслы яр­ҙам­сылары, "Ундай тырыштар менән юғары һөҙөмтәләргә өлгә­шергә мөмкин, бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлап эш итәбеҙ бит", – ти фермер, уларҙы маҡтап. Әле хужалыҡта ун кеше эш менән мәшғүл, йәштәр ҙә етерлек.Ер хужалары
“Аҡҡужа” крәҫтиән (фермер) хужалығы ла төбәктә оҙаҡ йылдар уңышлы эшләп килгән хужа­лыҡ­тарҙан һаналып, бөгөн күптәргә өлгө булып тора. Йәмғиәт эшсән­дәре, нигеҙҙә, иген үҫтереү, мал, йылҡы үрсетеү менән шөғөлләнә. Әле бында 126 баш симменталь тоҡомло һыйыр малы аҫрала, шуның 40-тан ашыуын һауалар. Ҡыш иһә таналар күпләп быҙау­лаған. Дүрт йыл элек хужалыҡ етәксеһе Азат Жәүәт улы Сабиров, көтөүҙе тоҡомло мал менән яңыртыу маҡсатында, Саҡмағош районынан 14 баш ҡара-сыбар, “голштин” тоҡомло таналар алып ҡайтҡан. "Был һыйырҙар беҙҙең төбәктекеләр менән сағыш­тырғанда һөтлөрәк булыуҙары менән өҫтөн. Һөт һауып алыу ҙа күҙгә күренеп артты", – ти Азат Жәүәт улы. Бер тоннанан ашыу әҙер продукцияны Учалы ҡала­һына алып барып һаталар. Ҡалала фермерҙы белмәгән кеше юҡ, сифатлы һәм арзан аҡҡа халыҡ араһында ихтыяж ҙур, "ҡалаға бер аҙ бармай торһаң, телефондан шылтыратып һөт таптыралар", – тип шаярта фермер. Ер хужалары
Күптәр, ауыл хужалығы – табыш­һыҙ тармаҡ, тип һөйләргә ярата. Әлбиттә, ул ниндәйҙер табыш килтерһен өсөн тырышырға, көн дә иртә менән баҫыуға йә булмаһа һөтсөлөк фермаһына ашығырға кәрәк, ә ҡайҙандыр ярҙам көтөп ултырыу файҙаһыҙ. Малың да тәрбиәле, ҡараулы, аҙыҡ өҫтәле мул булырға тейеш, минеңсә.
– Киләсәктә, бәлки, продукция­быҙҙы үҙебеҙ эшкәртә башларбыҙ әле, тик заманса ҡоролмалар һатып алырға тура киләсәк, – ти Азат Жәүәт улы. – Алла бойорһа, мал һанын арттырыуҙы ла күҙ уңында тотабыҙ, техниканы яңыртырға ла иҫәп бар.
Эшең – үҙең өсөн тигән маҡсат менән йәшәй Азат Сабиров һәм ҡулы аҫтында хеҙмәт итеүселәрҙе лә ошо принцип менән эшләргә һәм йәшәргә өйрәтә. Ер эшенә булмышы менән бәйләнгән фермер. Атанан күргән – уҡ юнған, тиҙәр халыҡта. Фер­мер­лыҡ эшен 2000 йылдарҙа уҡ атаһы Жәүәт ағай ойоштороп ебә­рә, аҙаҡ, үҙе оло­ғайғас, эшмәкәр­леген улына ышанып тапшыра.
Әйткәндәй, Азаттың Азамат улы ла, олатаһы менән атаһының юлын һайлап, крәҫтиән (фермер) хужа­лығы асҡан. Бәлә­кәйҙән атаһынан бер аҙым ҡалмай малай. Йәш егет, бала саҡтан мал араһында үҫкән­гәме, тыуған ауылын ташлап кит­мәй, яҙмышын ер менән бәйләргә ҡарар итә. "Был эшкә тотоноуыма үкенмәйем. Үҫмер сағымдан уҡ, атайымдың ваҡыты етмәгәндә, һөттө ҡалаға үҙем һатырға йөрөт­төм. Әлбиттә, иптәш егеттәр Себер тарафтарына эшкә сығып китергә лә өгөтләгәйне, тик ниңәлер ул яҡтар мине үҙенә ылыҡтырманы", – ти йәш фермер.
Бөгөн Азамат 95 гектар ерҙе ҡуртымға алып, иген үҫтереү менән шөғөлләнә. Бер нисә йыл элек ул "Эш башлаусы фермер­ҙарға ярҙам күр­һәтеү" республика маҡсатлы программаһында ҡат­нашып, грант алыуға өлгәшкән. Дәүләттән күр­һәтелгән ярҙамға яңы трактор, ундан ашыу ҡара-сыбар тоҡомло тана һатып алған, дүрт тиҫтәгә яҡын һарығы ла бар. Ауыл хужа­лығы буйынса белем алып сыҡҡан Азамат киләсәктә һарыҡсылыҡ тармағын киңәйтеп, ошо юҫыҡта етди шөғөлләнергә хыяллана.Ер хужалары
Бөгөн хужалыҡта һигеҙ кешегә эш урыны булдырылған. Ҡыҙыу осорҙа уларҙың һаны бермә-бер арта икән, хатта эш һорап күрше ауылдарҙан да киләләр. Етәкселек уларҙың һәр береһен эш урыны менән тәьмин итергә тырыша. Хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә, премиялар эш һөҙөмтәләренә ҡарап бирелә. Шәхси ихатаһында мал тотоусылар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмай, ашлыҡ, бесән-һалам бүленә. Етәкселекте хужалыҡта йәштәрҙең аҙ булыуы ла уйға һала. "Күберәк йәштәр эшкә килһен ине, ә уларға һәр яҡлап ярҙам буласаҡ", – ти фермер.
Азат Жәүәт улы әле 266 гектар майҙанда эшкәртә, пай ерҙәре лә бар. Быйыл арыш, һоло, тритикале, бойҙай, арпа сәскәндәр. "Яҙғы сәсеүҙе бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ үткәреп ебәрҙек тә ул, культура­ларҙың сығышы ла яҡшы ине. Тик бына тритикале баҫыуҙары һуңғы көндәрҙәге көслө ямғыр һәм дауыл һөҙөмтәһендә бер аҙ йығылған. Шуға бер аҙ күңел төштө, ярай, хәҙер матур көндәрҙең килеүен көтәбеҙ инде", – ти Азат Жәүәт улы. Ысынлап та, күпереп үҫкән тритикале баҫыуы ҙур ғына зыян күргән икән.Ер хужалары
Әле фермер хужаһы "Ғаилә һөтсөлөк фермаһы" республика маҡсатлы программаһында ҡат­нашыу өсөн документтарын әҙер­ләп тапшырған.
– Әгәр ҙә ошо программала еңеп сыҡһаҡ, бүленгән аҡсаға техника һатып алыр инек, ремонт эштәрен башлар инек, тағы ла көтөүҙе йәш таналар менән тулыландырыр инек. Эшмәкәрле­ге­беҙҙе хәләл көс түгеп, ҙур ты­рышлыҡ менән алып барабыҙ бит, был ярҙам бик урынлы булыр ине, – ти Азат Сабиров.
Фермер хужалығы етәксеһе бағыусылыҡ менән дә шөғөлләнә, ауыл хакимиәте менән яҡшы мөнәсәбәт булдырылған. Әле ауылда яңы мәсет төҙөлөп ята, иман нуры сәсеп торасаҡ изге мәсет июль аҙағында үҙ ишеген асасаҡ. Был төҙөлөшкә лә Азат Сабиров һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙа, ауылдаштары ла ситтә түгел.
– Шөкөр, ауылда мәктәп, балалар баҡсаһы эшләй, балалар һаны ла һуңғы йылдарҙа арта ғына. Тиҙҙән асыласаҡ мәсеттән изге доға-аяттар ишетелә баш­лаясаҡ. Тимәк, ауыл йәшәйәсәк, һүнмәйәсәк, тик йәштәр генә ауылды ташлап китмәһен ине, – ти ир-уҙаман.




Вернуться назад