Ҡолаҡ ҡағыуҙары ихтимал10.04.2012
Бәлки, яҡын киләсәктә иҫерек килеш рулгә ултырған водителдәрҙе ғүмерлеккә автомобиль йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм итә, ә транспорт сараларын конфискациялай башларҙар. Ошондай закон проектын Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы ҡарауына тәҡдим итмәкселәр.
Эш шунда: ҡанундар ҡатыраҡ була барһа ла, уларҙы һанға һуҡмаусылар кәмемәй. Рәсәйҙә 40, 50, 60 йылға тиклем автомобилгә идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителгән кешеләр бар. Ә Кемерово ҡалаһындағы бер егеттең "хоҡуҡһыҙлыҡ стажы" 86 йылға еткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул юл-транспорт фажиғәһендә һәләк булған.