Һүҙ07.07.2017
Яман һүҙ яман уйҙан ярала.

Рәшит ШӘКҮР.

***
Татһыҙ ризыҡтан йылы һүҙ яҡшы.
Айһыҙ төн – энә күргән күҙ яҡшы.

Сәрүәр ҒӘЛӘҮЕТДИНОВА.

***
Һүҙ – кеше ләхете,
Һүҙ – кеше бәхете,
Һүҙ – кеше тәхете.
Бөтәһе лә
Ниндәй ауыҙҙан һүҙ
Сығыуға ҡарай.

Динә ТАЛХИНА.

***
Тик халыҡтың йөрәгенән
Атылған уҡ кеүек һүҙҙәр
Ваҡыт даръяларын гиҙә,
Бөтә ғәрәсәткә түҙә.

Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ.

***
Һүҙ бит аралашыу ҡоралы ғына түгел, ул – гүзәллекте аңлатыр кеше рухының үлсәме, күрһәткесе.

Мостай КӘРИМ.

***
Иң наҙлы һүҙ – әсәйҙәрҙең һүҙе.

Гүзәл СИТДИҠОВА.

***
Һүҙ аҡылы – тормош аҡылы ул,
Һүҙ яҡтыһы – тормош яҡтыһы.

Мәхмүт ҺИБӘТ.

***
Яҡшыны ла, яманды ла
Башлап әйткән һүҙ тыуҙыра.

Риф МИФТАХОВ.

***
Ауыр алмам – йыҡһаң үҙемде,
Күтәрә алмам – йыҡһаң һүҙемде.
Көрәшеп йыҡ, егет, кәүҙәмде,
Тик көнләшеп йыҡма һүҙемде!

Нур ХӘБИРОВ.

***
Һүҙ – әҙәмгә йыуаныс та,
Ҡыуаныс та, байлыҡ та.

Рәми ҒАРИПОВ.

***
Аҙ һүҙҙән күп мәғәнә сығыр.

Мәжит ҒАФУРИ.

Һүҙ




Вернуться назад