Ирем минең әсәй-атайыма ҡарата бөтөнләй тиерлек иғтибарһыҙ. Күп осраҡта беҙҙең ғаилә байрамдарынан ситтә ҡалыуҙы хуп күрә, яҡындарымдың хәле менән ҡыҙыҡһынмай...
Л. БАЙЫМОВА.
Мәләүез районы.
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әл-хәмдү лил-ләһ, Аллаһ Тәғәлә тарафынан яратылған атабыҙ Әҙәм менән инәбеҙ Һауа башлаған юл – һөйөү нигеҙендә балалар үҫтереү – тормошобоҙҙоң төп мәғәнәһенә әүерелгән. “Никах, ғаилә ҡороу – сөннәтем, унан ситкә киткәндәр минең өммәттән булмаҫ”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә.
Өйләнешеү һәр кемгә өҫтәмә бурыстар өҫтәй. Шул уҡ ваҡытта яңы туғандар барлыҡҡа килә: ҡайны-ҡәйнә, ҡоҙа-ҡоҙаса, ҡайнбикә, ҡайнаға, балдыҙ, ҡәйнеш һәм башҡалар. Яңы ҡауышҡан йәштәргә һәр яҡлап иғтибарлы булыу мөһим. Улар икеһе ике төрлө ғаиләлә тәрбиә алған, тимәк, донъяға ҡараштары бер ни тиклем айырылыуы ғәжәп түгел. Шул уҡ ваҡытта ата-әсәле үҫкәндәр, әл-хәмдү лил-ләһ, тулы күңеллелеге, нурлы йөҙө, үҙаллы тормошҡа әҙерлеге менән һоҡландырыр. Бындай ҡаҙаныш, әлбиттә, юҡтан ғына барлыҡҡа килмәй, өлкәндәрҙең ир-атҡа һәм гүзәл затҡа ярашлы тәрбиә алымдарын дөрөҫ ҡулланыуынан ярала. Халҡыбыҙ “Атаһыҙ – ул, инәһеҙ ҡыҙ үҫтермә” тип бушҡа ғына әйтмәгән.
Ике ғаилә ағзалары берләшкәс, ҡайнылар, ҡәйнәләр барлыҡҡа килә, тинек. Ҡайһы бер ерҙәрҙә улар “ҡайнана”, “ҡайната” тип тә йөрөтөлә. Был һүҙҙәрҙең тамырында “ана”, “ата” төшөнсәләре ята. Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, һайлаған йәребеҙҙе тыуҙырған, тәрбиәләгән кешеләрҙе атайыбыҙ менән әсәйебеҙ кеүек ҡабул итергә бурыслыбыҙ. Был – Исламдың бөйөк тәрбиәһе. “Аллаһ Тәғәлә иң тәүҙә үҙенә ғибәҙәт ҡылырға, унан ата-әсәгә изгелек итергә саҡыра”, – тиелгән изге Ҡөрьәндә. Тимәк, ҡайны-ҡәйнә лә шундай уҡ яҡшылыҡ күреүгә лайыҡ. Әммә үҙ сиратында улар ҙа килененә йә кейәүенә үҙ балаһылай ҡарарға тейеш.
Ғөмүмән, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, Исламда туғанлыҡ төшөнсәһе юғары урынға ҡуйылған. Изге Ҡөрьәндә яҡындарың менән күркәм мөнәсәбәт, нәҫелдең таралыуы Аллаһ Тәғәләнең барлығына дәлил тип ҡабул ителә. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең “Туғанлыҡты өҙмәү, уны һәр саҡ ялғап тороу ғүмергә бәрәкәт бирә” тигән һүҙҙәрендә лә Ислам диненең ҙур тәрбиәүи әһәмиәте ята. Был йәһәттән халҡыбыҙҙың “Туғандарың – ҡулың менән аяғың”, “Туғандан биҙмә – нәҫелең ҡорор”, “Ике туған араһына ят кермәҫ”, “Туған туғанһыҙ көн күрмәй”, “Улым, һиңә әйтәм – киленем, һин тыңла” кеүек мәҡәлдәренең, шәжәрә байрамдарының рухи көсө баһалап бөткөһөҙ.
Әлеге мөрәжәғәт ир-аттың холҡона бәйле төрлө уйға һала. Ғаиләлә ҡатын-ҡыҙҙың хаҡы шул тиклем юғары, хөрмәтле уҙамандар. Ул – балаларыңдың әсәһе, ғаиләнең усағын һүндермәйсә тотҡан, милләттең киләсәген үҫтергән, тормош ауырлыҡтарын күтәрешкән, тимәк, иң ҙур хөрмәткә лайыҡ кеше. Ошондай гүзәл заттың күҙ йәшен түктермәйек, йөрәгенә яра һалмайыҡ, мөхтәрәм ир-аттар. Шулай уҡ буй еткереп килгән балаларыбыҙға үрнәк күрһәтеп йәшәргә тейешлегебеҙҙе онотмайыҡ. Ғаиләңдәге ихтирамдың, абруйҙың әһәмиәте, көсө баһалап бөткөһөҙ.
“Ата-әсәнең доғаһы бер ваҡытта ла кире ҡайтарылмай, ә ҡабул ҡылына”, – тиелә Ҡөрьәндә. Аллаһ Тәғәлә иң ҡәҙерле кешеләребеҙгә бағышлаған ихтирам-хөрмәтте ҡайны-ҡәйнәбеҙгә лә күрһәтергә һәм уларҙан да хәйер-фатиха алып йәшәргә, башҡа туғандарыбыҙ менән дә күркәм мөнәсәбәттә ғүмер итергә насип итһен ине. Ошоноң бәрәкәтендә, иншаллаһ, Раббыбыҙ беҙгә рәхмәтен дауамлы ҡылыр. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.