Сирек быуаттан ашыу тарихлы Сибай педагогия колледжы – республика өсөн башланғыс класс уҡытыусылары әҙерләгән алдынғы уҡыу йорттарының береһе. Асылына тоғро ҡалып, йәш быуынға һөнәр биреп кенә ҡалмай, тормошта үҙ урынын табырға ла ярҙам итә ул. Колледждың бөгөнгө хәле, уңыштары, маҡсаттары менән танышыу ниәтендә уның директоры, педагогия фәндәре кандидаты Зәйтүнә ЙӘНБӘКОВАға мәрәжәғәт иттек.– Көньяҡ Урал райондары өсөн төплө белемле кадрҙар әҙерләгән педагогия колледжы коллективы әле ниндәй пландар менән йәшәй, Зәйтүнә Рәхмәт ҡыҙы?
– Әлбиттә, төп маҡсатыбыҙ студенттарға яҡшы белем биреү, уларҙың аң һәм ижади һәләттәрен үҫтереү булып ҡала. Иң мөһиме – үҙ эшен яратһындар. Тәүге көндән үк мәктәпкә барасаҡтары, яуаплы һөнәргә әҙерләнәсәктәре хаҡында йәнә бер ҡат иҫтәренә төшөрөп, уҡыусыларҙың иғтибарын ҙур маҡсатҡа йүнәлтәбеҙ. Икенсенән, беҙҙә педагогтар һәр студент менән шәхсән шөғөлләнә. Заман талаптарына яуап бирерҙәй белем генә шәхси һәм һөнәри уңышҡа илтә. Шул маҡсаттан сығып, колледж коллективы үҙ эшмәкәрлегенә алдынғы технологиялар индереүҙе йылдан-йыл әүҙемләштерә бара.
– Уҡыу йортонда ниндәй йүнәлештәр ҡаралған?
– Иң мөһимдәрҙең береһе – мәктәп бүлеге. Был йүнәлештә белем алырға теләгәндәр йылдан-йыл арта. Шул уҡ ваҡытта заман талаптарының үҙгәреүе беҙҙең уҡыу йортонда ла яңы бүлектәр асыуға килтерҙе. Күп осраҡта информатика серҙәрен үҙләштергәндәр мәктәпкә бармай, төрлө ойошмаларға программист булып эшкә урынлаша. Шуға хәҙер киңерәк йүнәлеш алдыҡ – техник-программистар әҙерләйбеҙ. Һуңғы йылдарҙа демографияның яҡшырыуы мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениелары өсөн тәрбиәселәр әҙерләү бүлеген тергеҙергә мәжбүр итте. Шуныһы ҡыуаныслы: уны тамамлаған ҡыҙҙарҙың барыһы ла эшкә урынлаша.
Белеүегеҙсә, мәктәптә музыка уҡытыусыһына элек-электән иғтибар, ни өсөндөр, тейешле кимәлдә булманы. Хәҙер иһә ошондай белемгә эйә педагогтар ҙур ихтыяж менән файҙалана, мәҙәни сараларҙың юғары кимәлдә үтеүе тап уның һөнәрилегенә бәйле. Шундай диплом алған белгестәр һәр ерҙә эшләй ала. Ә физкультура бүлегендә уҡығандар – сәләмәт тормошто үҙ иткән, спортты яратҡан егет-ҡыҙҙар. Уларҙың барыһы ла ниндәйҙер секцияға йөрөй, ҡала, республика ярыштарында гелән призлы урын яулай.
Үткән уҡыу йылында тағы бер яңы бүлек астыҡ. Өҫтәмә белем биреү педагогтары әҙерләнә унда. Бүлекте тамамлағандар киләсәктә балалар ижад йортонда, баҡсаларында төрлө түңәрәк етәкселәре булып эшләй ала. Әлегә был йүнәлеште һайлаусылар аҙ, әммә киләсәктә ул уҡыусылар араһында киң танылыу алыр тигән ышаныстабыҙ. Балаларҙың буш ваҡытын дөрөҫ һәм файҙалы итеп үткәреү бурысына республика Башлығы ла, Мәғариф министрлығы ла ҙур иғтибар бирә бит, был йәһәттән мәктәп коллективтарына яңы йөкләмәләр өҫтәлә.
– Ситтән тороп уҡыу бүлеге хаҡында ла әйтеп үтһәгеҙ ине.
– Алда әйтеп үткәнемсә, һуңғы йылдарҙа тәрбиәселәргә ихтыяж ҙур. Был йәһәттән колледжда йәш белгестәргә ситтән тороп уҡыу һәм эшләү мөмкинлеге бар.
– Ә студенттар буш ваҡыттарын нисек үткәрә?
– Беҙҙең студенттарҙың буш ваҡыты юҡ тиһәм, дөрөҫөрәк булыр. Улар һөнәри белем алып ҡына ҡалмай, төрлө яҡлап үҫешә. Мәҫәлән, ғилми-тикшеренеү эше яйға һалынған, билдәле шәхестәр менән осрашыуҙар йыш үткәрелә. Һәм, әлбиттә, төрлө байрамдар уңайынан үткәрелгән ҡыҙыҡлы кисәләр студенттар тормошон байыта. Йәштәр Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрына йөрөй, унда барған спектаклдәр буйынса фекер алышыуҙар матур йолаға әүерелде. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнара Шакирова етәкселек иткән “Рухи хазина” клубы уңышлы эшләп килә. Колледждың ғына түгел, ҡалабыҙҙың йөҙөк ҡашына әйләнгән “Аҡйондоҙ” халыҡ бейеүҙәре ансамбле – күптәргә өлгө булырлыҡ, һоҡланғыс йәштәрҙе туплаған төркөм. Студенттар ҡала, республика кимәлендә сығыш яһай, “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсында ла лауреат исеменә лайыҡ булдылар. Шулай уҡ бында төрлө секциялар эшләй, спорт фестивалдәренән беҙҙекеләр еңеүһеҙ ҡайтҡаны юҡ.
– Ә йәшәү шарттарына килгәндә...
– Студенттарҙың барыһына ла дөйөм ятаҡтан урын бирелә. Тәрбиәселәр беркетелгән. Белем усағында 500-ҙән ашыу студент уҡыһа, шуларҙың 90 проценты ятаҡта йәшәй, ҡалғандары – ҡаланыҡылар.
– Йәй колледж студенттарының күбеһе республиканың балалар ял һәм һауыҡтырыу лагерҙарында вожатый булып эшләй. Улар үҙ теләге менән барамы?
– Өсөнсө курсты тамамлаған студенттар өсөн йәйге лагерҙа практика үтеү курсы мотлаҡ. Улар теоретик белем туплап, бер аҙналыҡ вожатыйҙар курсы үтеп, таныҡлыҡ ала. Артабан ҡаланың “Шифа”, “Ҡайынҡай”, “Юлдаш” лагерҙарында практика көтә. Йәштәр үҙ теләге буйынса йәшәгән урынында эшен дауам итә ала.
– Уҡыуға ҡабул итеү кампанияһы эше тураһында ла әйтеп үтһәгеҙ ине.
– Абитуриенттарҙан документты 15 июндән ҡабул итә башланыҡ. Элек уҡыусылар имтихан тапшырһа, хәҙер иһә, мәғарифтың яңы ҡанундарына ярашлы, башҡа алым ҡулланыла. Документтар менән эш итәбеҙ, уҡырға инеү мөмкинлеге аттестаттың дөйөм балы буйынса ҡарала. Беҙҙә белем алған студенттарҙың хеҙмәт баҙарында юғалып ҡалмауын иҫәптә тотоп, быйыл да Сибай педагогия колледжын һайлаусылар күп булыр, тип ышанам. Иң мөһиме – йәштәр уҡытыусы һөнәрен ғүмерлеккә һайлауына инанып килһен ине.
– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Киләсәк быуын мәнфәғәттәрендә башҡарған матур эштәрегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын!
Сибай ҡалаһы.