Йәшәгән, ти, көрәшселәр төйәгендә һоҡланғыс батыр, аҡыл эйәһе. Ул тәбиғәтте күҙәтергә яратҡан, ундағы үҙгәрештәрҙе, һыуҙың ни өсөн үргә аҡмағанын, ни сәбәпле ел иҫкәнен белергә теләгән, күп уҡыған, белгәндәрен балаларға ла таратырға тырышҡан. Бер мәл белемен арттырыу ниәтендә батыр сәфәргә сыҡҡан. Ҙур ҡалаға килеп, һабаҡ ала башлаған, ти. Энә менән ҡоҙоҡ ҡаҙып, белем тауының бишенсе үренә менеп, күп серҙәргә төшөнгәс, көндәрҙән бер көндө бер һылыуҙы осратҡан. Ҡыҙ шул тиклем сибәр икән, егет хатта юғалып ҡалған. Һылыуҙы юғалтмаҫ өсөн һүҙ ҡуша һалған. Баҡтиһәң, ҡырмыҫҡалай тырыш халыҡ йәшәгән төйәктән килгән сибәркәй ҙә һабаҡ алыу ниәте менән йөрөй икән – кескәйҙәрҙе туған теленең серҙәренә төшөндөрөргә хыяллана. Ул да егетте оҡшатҡан. Уҡыуҙары тамамланыу менән йәштәр һүҙ бирешеп, ете тарафтан туғандарын саҡырып, туй яһаған. Хыялдарына тоғро ҡалып, балаларға һабаҡ бирә башлағандар. Береһенән-береһе батырыраҡ Рушан, Айтуған, Алсын исемле улдары тыуған. Улар ҙа аталары һымаҡ көрәшеп-шаярышып бер була, ти. Бер-береһенә әсәләре һымаҡ матур-матур әкиәттәр һөйләйҙәр икән. Шулай бәхеттә, муллыҡта, татыулыҡта йәшәп яталар, ти, һаман да.Альбина менән Руслан Мөхәмәтйәновтар ғаиләһенең тарихына бағып, шундай әкиәт ҡойорға булыр ине. Ысынлап та, бере-береһенә шул тиклем тап килгән, үҙҙәре уң, үҙҙәре матур пар күктә яралғандай. Улдары ла бит әле әкиәттәге һымаҡ өсәү, шалҡандай үҫеп киләләр.
Көрәшселәр төйәге – Стәрлебаш, тырыштарҙыҡы Ҡырмыҫҡалы икәнен самалап ҡуйғандыр инде гәзит уҡыусы. Ә һабаҡ алырға килгән белем усағы – Стәрлетамаҡ педагогия институты (хәҙерге БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы). Малайҙар иһә ошо ҡалалағы Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияла белем ала. Рушан менән Айтуған уҡыусы булһа, Алсын әлегә шундағы мәктәпкәсә төркөмдә тәрбиәләнә. Гәзит уҡыусыға йәш ғаиләнең нисек аҡса табыуы тураһында ла һөйләйек. Хәйер, бында ла халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы булған әкиәт жанрына мөрәжәғәт итергә мөмкин: Альбина менән Руслан көн дә(!) бер яҡҡа ғына 50 километр юл үтеп, ҡаланан Стәрлетамаҡ районындағы Золотоношка ауылына эшкә йөрөй. Ғаилә башлығы физика-математиканан һабаҡ бирһә, ҡатыны башҡорт һәм урыҫ телдәрен уҡыта. Ҡышҡы селләлә, көҙгө-яҙғы бысраҡта көн һайын ошо тиклем ара үтеп, белем бирергә йөрөү өсөн әкиәт батырҙарына хас сабырлыҡ, ныҡышмалылыҡ һәм ҙур теләк кәрәктер ул. Әлбиттә, йәш белгестәргә яҡыныраҡтан эш биреү, ауылға күсеү һымаҡ мәсьәләләрҙе күтәрергә булыр ине ошо урында…
Уҡытыусы эше бит дәрес менән бергә тамамланмай. Ҡалып та, өйгә алып ҡайтып та башҡараһы мәшәҡәттәре баштан ашҡан. Был тәңгәлдә бер ғаиләләге ике уҡытыусы, әлбиттә, өйҙәренә һуңлап та китәләрҙер. Тик:
— Ҡайтыуыбыҙға бөтә ерҙә тәртип, балаларҙың өй эше башҡарылған, — тип йылмая Мөхәмәтйәновтар. — Малайҙарыбыҙ өсөн тынысбыҙ!
Ояһында ни күрһә, осҡанында ла шул булыр, ти халыҡ. Әлбиттә, өс бер туғандың яуаплы, тырыш булыуы ғына түгел, матур итеп башҡортса һөйләшеүендә лә Мөхәмәтйәновтарҙың уҡытыусы һәм ата-әсә бурыстарын лайыҡлы үтәүен юғары баһаларға кәрәктер. Әкиәт һөйләп, башҡортса йыр тыңлатып, улдарының рухиәтен, күңел торошон ғына ҡайғыртып йәшәмәй улар, сәләмәтлеген дә хәстәрләйҙәр. Көрәшәләр, һүҙ ҙә юҡ. Тик ҡайһы ғаилә әле көн дә ике биҫтә араһын йүгереп үтә?! Афарин, Мөхәмәтйәновтар!
Йүгереү-көрәшеүҙең бер “этлеге” лә сыҡҡан әле яңыраҡ:
— “Атай, әсәй һәм мин – спортсы ғаилә” ярышында Стәрлетамаҡ районы буйынса беренселекте алһаҡ, республика кимәлендә өсөнсөлөккә сыҡтыҡ, — ти өлгөрҙәр.
Бына шулай төрлө өлкәлә уңыш ҡаҙанып, бәхеткә күмелеп йәшәй Мөхәмәтйәновтар. Спортты үҙ итһенме ғаилә, хеҙмәт тәрбиәһе өҫтөнлөк алһынмы – мөһим түгел, тәү сиратта бала, билдәле йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов әйтмешләй, әлбиттә, ата-әсәле булһын! Яндарында бергәләп әкиәт һөйләрҙәй, йомаҡ ҡойорҙай, йыр йырларҙай, сигеү сигергә өйрәтерҙәй, шул шөғөлдәр аша тәрбиә бирерҙәй әсәләре, көрәш йә иһә башҡа һөнәр серҙәренә төшөндөрөрҙәй аталары булһын! Ошондай милләтебеҙҙең ырыҫын арттырған ғаиләләр күберәк, ә бала саҡ әкиәтле булһын!
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.