Белгестәр кәңәш бирә07.07.2017
Башҡортостанда ерҙең маҡсатҡа ярашлы тәғәйенләнеүен, рөхсәтһеҙ төҙөлгән объекттарҙы, уларға теркәлмәгән хоҡуҡтарҙы асыҡлау маҡсатында ер участкаларын һәм капиталь төҙөлөш объекттарын инвентаризациялау буйынса күләмле эш башҡарыла.

Бындай саралар республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы ҡарамағындағы эш төркөмө һәм муниципалитеттар тарафынан тормошҡа ашырыла. Ер участкаларына, төҙөлөш объекттарына хоҡуҡты теркәү, гражданлыҡ, ер ҡануниәтен боҙоу йәһәтенән етешһеҙлектәрҙе төҙәтеү мәсьәләләре буйынса граждандар һәм ойошмалар “Росреестр”ҙың Башҡортостан идара­лығына мөрәжәғәт итә ала. Белешмәләрҙе (347) 224-36-00 телефоны аша алырға була. Шулай уҡ идаралыҡтың территориаль бүлектәрендә лә ярҙам итәсәктәр.


Вернуться назад