Рәсәйҙәр Ҡандракүлде үҙ итә07.07.2017
Туймазы районындағы “Ҡандракүл” милли тәбиғәт паркы Рәсәй туристарында ҙур танылыу яулаған биләмәләр иҫәбенә инде.
Һуңғы йылдарҙа илебеҙҙә экотуристар күләме өс-биш процентҡа артҡан. Былтыр иһә сәйәхәтселәр айырыуса әүҙемләшкән. “Ростуризм” хәбәр итеүенсә, 2016 йылда Рәсәйҙә экотуристар һаны 2015 йыл менән сағыштырғанда ун процентҡа күбәйеп, 9 миллион кеше тәшкил иткән. Был күрһәткес быйыл артыуын дауам итә.
Ведомство мәғлүмәттәренә ҡарағанда, иң танылған милли тәбиғәт парктары иҫәбенә илебеҙҙең баш ҡалаһы эргәһендәге “Лосиный остров”, Краснодар крайындағы “Сочинский”, Иркутск өлкәһендәге “Прибайкальский”, Калининградтағы “Куршская коса”, Ҡабарҙа-Балҡарҙағы “Приэльбрусье”, Красноярск крайындағы “Шушенский бор”, Башҡортостандағы “Ҡандракүл”, Волгоград өлкәһендәге “Русский Север”, Һарытау янындағы “Хвалынский” һәм Татарстандағы “Түбән Кама” ингән.