Күсемһеҙ милекте нисек теркәргә?07.07.2017
Күсемһеҙ милекте нисек теркәргә?Күсемһеҙ милекте теркәүгә бәйле һорауҙар күптәрҙе борсой. Уларға яуап алыу маҡсатында “Росреестр”ҙың Башҡортостан идаралығы етәксеһе урынбаҫары Фәниҙә Шәйбәковаға мөрәжәғәт иттек.


– Фәниҙә Лотфулла ҡыҙы, быйылдан башлап шәхси торлаҡ йорттарҙы рәсмиләштереү ҡағиҙәһендә нимә үҙгәрҙе?
– Үҙгәрештәр бар, әлбиттә. Яңы законға ярашлы, шәхси торлаҡ йортто дәүләт кадастр иҫәбенә ҡуйыу һәм хоҡуҡты дәүләт тарафынан теркәтеү техник план һәм ергә хоҡуҡты билдәләгән документ нигеҙендә генә тормошҡа ашырыла. Шул уҡ ваҡытта ер участкаһына хоҡуҡ та күсемһеҙ милектең берҙәм дәүләт реестрында теркәлергә тейеш. Яңы һалған йортто законлаштырыу өсөн иң элек техник планды эшләтеү шарт. Бының өсөн кадастр инженерына мөрәжәғәт итегеҙ. Шуны оноторға ярамай: техник планды эшләү өсөн төҙөлөшкә рөхсәт һәм проект документацияһы, ул булмаһа, декларация кәрәк.
Техник план да, төҙөлөшкә рөхсәт тә булғас, ғариза менән документтар ҡабул итеү офисына юлланырға мөмкин. Дәүләт пошлинаһын түләргә онотмағыҙ. Былтырғынан айырмалы, әле берҙәм иҫәп-теркәү тәртибе ғәмәлгә индерелде. Бынан ары объект кадастр иҫәбенә ҡуйылыу менән, уға хоҡуҡ та теркәлә.
– Шәхси йорттарға бәйле хәлде асыҡланыҡ. Баҡса йәки дача ерендә һалынған ҡаралтыларҙы теркәүҙә ниндәй ҙә булһа яңылыҡтар бармы?
– Тап ошондай ҡаралтыларҙы рәсми­ләш­тереү ҡағиҙәләрендә етди үҙгәрештәр булды. Законға ярашлы, баҡса йорттарын, төрлө хужалыҡ ҡаралтыларын, шәхси гараждарҙы төҙөү өсөн рөхсәт ҡағыҙы алыуҙың кәрәге юҡ ине. Хәҙер иһә уларҙы законлаштырыу бер аҙ ҡатмарлашты. Әүәлге теркәү тәртибен файҙаланып өлгөрмәгәндәргә кадастр инженерына мөрәжәғәт итеп, техник план төҙөтөргә тура киләсәк. “Росреестр”ҙа ҡаралтыға хоҡуҡты теркәү һәм уны иҫәпкә ҡуйыу тураһында ғариза яҙырға, техник планды, ергә хоҡуҡты билдәләгән документты тапшырырға һәм 350 һум күләмендә дәүләт пошлинаһы түләргә кәрәк.
– Кадастр инженеры кем ул? Уны ҡайҙан табырға мөмкин?
– Кадастр инженеры – имтихан тапшырып, кадастр эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүгә аттестат алған кеше. Кадастр инженерҙары техник план, тикшереү акты, межа планы төҙөй. Ҡағиҙә булараҡ, улар – шәхси эшҡыуар. Эште подряд килешеүе нигеҙендә, билдәле бер хаҡ түләтеп башҡара.
– Фәниҙә Лотфулла ҡыҙы, ә бына күптән хосусилаштырылған һәм Техник инвентаризация бюроһында теркәлгән милекте “Росреестр”ҙа ҡайтанан теркәргә кәрәкме?
– Быны хужаның теләге буйынса йәки күсемһеҙ милек объектына бәйле килешеү төҙөгәндә эшләргә мөмкин. Күсемһеҙ милектең Берҙәм дәүләт реестрында был объект тураһында тейешле яҙма юҡ икән, уға хоҡуҡ юридик көскә эйә тип таныла. Дәүләт власы органдарынан һәм нотариус­тан тейешле мәғлүмәттәр булған осраҡта, милек хужаһы Берҙәм дәүләт реес­трына хоҡуғын теркәтеүгә ғариза яҙа ала.
– “Милекте теркәгәндән һуң Берҙәм дәүләт реестры яҙмаһында техник хата булыуы асыҡланды. Уны нисек төҙә­тер­гә мөмкин?” тип һорай бер уҡыусыбыҙ.
– Хоҡуҡты теркәгән органдың техник хатаһы өс эш көнө эсендә йәки документ хужаһынан ғариза алыу менән төҙәтелә. Был осраҡта дәүләт пошлинаһы ҡайтанан түләтелмәй.
– Ә бына фатирҙы хужаһына белгерт­мәйенсә һатып ебәрмәһендәр өсөн ниндәй сара күрергә кәрәк? Шул уҡ ваҡытта һуңыраҡ хужа уны үҙе һатырға теләһә, нимә эшләргә?
– Хужаның рөхсәтенән тыш милеккә хоҡуҡтың күсеүен, ғәмәлдән сығыуын, сикләнеүен дәүләт тарафынан теркәүҙе тыйыу тураһында ғариза яҙырға мөмкин. Ғариза килеү менән, биш эш көнө эсендә күсемһеҙ милектең Берҙәм дәүләт реестрына ошо турала яҙма индерелә. Реестрҙағы яҙма милексенең ғаризаһы, суд ҡарары, дәүләт теркәүсеһенең ҡарары нигеҙендә ғәмәлдән сығарыла.
– Суд ҡарары нигеҙендә фатирға милек хоҡуғын теркәгән өсөн дәүләт пошлинаһы күләме ҙурмы?
– Рәсәй Федерацияһының Һалым кодексына ярашлы, пошлина 2000 һум тәшкил итә.
– Баҡса ерендә һалынған йорт менән мунсаны теркәү мотлаҡмы һәм төҙө­лөш өсөн рөхсәт алыу талап ителәме?
– Закон буйынса күсемһеҙ милек объекттарына хоҡуҡ теркәлергә тейеш. Шул саҡта ғына объект кешенең милкендә тип һанала, уны файҙаланырға: һатырға, бүләк итергә, алмаштырырға, мираҫ итеп ҡалдырырға була.
Ҡануниәткә ярашлы, ер участкаһы йәшелсәселек, дача хужалығы, баҡсасы­лыҡ менән шөғөлләнеү өсөн тәғәйенләнһә, бындай документтың кәрәге юҡ. Әгәр ер шәхси торлаҡ төҙөү йәки шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыу өсөн тәғәйенләнһә, эш башлар алдынан төҙөлөшкә рөхсәт алыу мотлаҡ.
– “Дача амнистияһы” тамамлана, тиҙәр. Ысынлап та шулаймы?
– Дөйөм алғанда, “дача амнистияһы” сикләнмәгән. Әммә шәхси торлаҡ төҙөлө­шө объекттары өсөн ул 2018 йылдың 1 мар­тында тамамлана. Ошо көнгә тиклем шәхси торлаҡ йортҡа хоҡуҡты рәсмиләш­тереү өсөн объектты сафҡа индереүгә рөхсәт ҡағыҙы талап ителмәй. Кадастр ин­женерынан техник план төҙөтөү ҙә етә. Был осраҡта дәүләт пошлинаһы – 350 һум.
– Күп фатирлы йорт ихатаһында ер участкаһын ҡоймалап, бер машина урыны тип рәсмиләштереп буламы?
– Юҡ, сөнки был ер – күп фатирлы йорттоң дөйөм мөлкәте. Уның ҡоймалан­ған бер өлөшө күсемһеҙ милек объекты була алмай.
– Быйыл 1 ғинуарҙан фатирҙың кадастр һанын асыҡлау өсөн күсемһеҙ милектең дәүләт кадастрынан күсермә бирелмәй. Объекттың кадастр номерын ҡайҙа һәм нисек асыҡларға мөмкин?
– Күсемһеҙ милектең Берҙәм дәүләт реестрына ошо турала мәғлүмәт һорап, ғариза биреү етә. Бының өсөн күп функциялы үҙәк офисына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Шәхес таныҡлығын йәки паспорт алырға онотмағыҙ.
– Торлаҡ ипотекаһы тураһындағы яҙма күсемһеҙ милектең Берҙәм дәүләт реестрына күпме ваҡыт эсендә индере­лә? Реестрҙан кәрәкле мәғлүмәтте алыу оҙаҡмы?
– Ипотека тураһындағы яҙма ғариза тапшырылғандан алып биш эш көнө эсендә индерелә. Ә реестрҙан мәғлүмәттәрҙе иһә иң күбе өс көн эсендә алырға була. Милекте бер үк ваҡытта кадастр иҫәбенә ҡуйыуға һәм уға хоҡуҡты теркәүгә күп функциялы үҙәккә ғариза бирелгәндән алып ун ике эш көнө китәсәк.
– Быйыл 1 ғинуарҙан, хужалыҡ ке­нәгәһенән өҙөмтә нигеҙендә, шәхси ярҙамсы хужалыҡ еренә милек хоҡуғын теркәргә мөмкинме?
– 2015 йылдың 13 июлендәге “Күсемһеҙ милекте дәүләт теркәүе тураһында”ғы 218-се Федераль законда әйтелгәнсә, граждандың ер участкаһына хоҡуғы тураһында хужалыҡ кенәгәһенән алынған өҙөмтә хоҡуҡты билдәләүсе документ булып тора.
– Фәниҙә Лотфулла ҡыҙы, ҡыҙыҡлы әңгәмә, һорауҙарға төплө яуаптарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт.


Вернуться назад