Ошо көндәрҙә Өфө дәүләт нефть техник университетының йөҙ меңенсе студенты ҡулына диплом алып ҡыуанды. Бәхетленең ҡунағы ла бер көндә тигәндәй, иҫтәлекле сараның башҡорт нефтенең 80 йыллығын билдәләгән осорға тура килеүе әһәмиәтле. Ни тиһәң дә, бөгөн уҡыу йортон тамамлаған белгестәр Рәсәйҙең генә түгел, донъяның нефть-газ компаниялары элитаһын тәшкил итә.
“Һеҙҙең вузығыҙ, ысынлап та, ҡәҙимге түгел – иң көслө тармаҡтарға белгестәр әҙерләйһегеҙ, ә был – ҙур яуаплылыҡ. Яҡшы белгес – уңыштың яртыһы”, – тигәйне ил Президенты Владимир Путин 2003 йылда университеттың профессорҙары менән осрашыуында. Ысынлап та, ҡасандыр йылына 14 кенә белгес әҙерләгән уҡыу йортон һуңғы йылдарҙа меңәрләгән ҡыҙ һәм егет тамамлай. Әйтәйек, быйыл Өфө дәүләт нефть техник университеты дипломы 4650 кешегә тапшырылған. Шуларҙың 191-е – донъяның 26 иленән килгән вәкилдәр. Ә үрҙә телгә алынған йөҙ меңенсе дипломды иһә Рөстәм Ильин алды. Ул “Органик матдәләрҙең химик технологиялары” йүнәлеше буйынса бакалавриат тамамлаған. Артабан уҡыуын магистратурала дауам итмәксе.
“Бөгөн оло тормошҡа йүнәлтмә алаһығыҙ. Һеҙ — университеттың авангарды. Үҙегеҙҙең тырышлығығыҙ, ныҡышмалылығығыҙ, һәләтегеҙ менән был дипломға лайыҡ булыуығыҙҙы иҫбат иттегеҙ. Быйыл уҡыу йортон тамамлаған сығарылыш студенттарының һаны 100 меңдән ашты. Был да – ҙур бер күрһәткес һәм ҡаҙаныш”, – тине уҡыу йортоноң ректоры Рәмил Бәхтизин.
Йәштәрҙе Башҡортостан Республикаһының Премьер-министр урынбаҫары Фәрхәд Самедов та ҡотланы: “Профессионал булыр өсөн ғүмер буйы уҡырға кәрәк. Уңыштар һеҙгә!” – тине ул тәбрикләү телмәрендә һәм һуңғы йылдарҙа технологик үҫештең белем биреүгә яңы талаптар индереүен һыҙыҡ өҫтөнә алды, университеттың юғары статуслы белгестәр әҙерләүен билдәләне.