Аралар салт аяҙ05.07.2017
Аралар салт аяҙТуҡтауһыҙ ямғыр ҡойоп тороуға ҡарамаҫтан, республикабыҙҙың төрлө тарафында байрамдар гөрләгәндә башҡорт әҙиптәренән һәм милли матбуғат баҫмалары етәкселәренән тупланған бер төркөм Стәрлебаш районына барып, күк йөҙөн ҡаплап алған һоро болоттарҙы таратып ҡайтты. Көн генә түгел, күңелдәр ҙә ҡояшланып китте, ижадсылар менән китап-журнал уҡыусылар араһындағы мөнәсәбәттәр салт аяҙға оҡшап ҡалды ундағы йылы осрашыуҙарҙан, йәнле әңгәмәләрҙән һуң.


Билдәле драматург, “Ағиҙел” һәм “Һәнәк” журналдарының баш мөхәррире Рәлиф Кинйәбаевтың юбилейы айҡанлы ойошто­ролған сәфәрҙә “Башҡортостан Респуб­ли­каһы” нәшриәт йортоноң “Башҡортостан жур­налдары” филиалы директоры, “Аманат”­тың баш мөхәррире Сәлмән Ярмуллин, республиканың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Әлибаев, күренекле прозаиктар Таңсулпан Ғарипова менән Сабир Шәрипов, шағир һәм журналист Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай ҡатнашты. Сараны асып, район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаровтың ҡотлау тел­мә­ре менән сығыш яһауы, уның социаль мәсьә­ләләр буйынса урынбаҫары Альбина Суфиянованың Өфөнән килгән ҡунаҡтарҙы бер тотам да ҡалмай аҙаҡҡаса оҙатып йө­рө­үе стәрлебаштарҙың яҡташтарына ҡара­та оло ихтирамын, әҙәбиәткә һәм матбу­ғат­ҡа етди иғтибарын асыҡ сағылдыра ине.
Рәлиф Мөстәҡим улы тыуып үҫкән Ҡабыҡҡыуыш ауылында башланды байрам. Уны әҙерләүгә ауыл Советы хакимиә­те, мәктәп, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙә­ренең генә түгел, ошонда йәшәгән бик күп кешенең көс һалғаны күренеп тора. Бөтөн нәмә теүәлләнгән, килешелгән. Халыҡ ваҡытында йыйылды, ижадсы яҡташтары хаҡында йылы һүҙен әйтте, “Ағиҙел”, “Аманат”, “Һәнәк” журналдарына дәррәү яҙылды, һатыуға ҡуйылған “Бөйрәкәй” китаптарын тиҙ арала алып бөттө... Һәүәҫкәр артистар­ҙың күплеге, табындарҙың муллығы!.. Ҡа­быҡҡыуыштар гел шулай яуаплы, ихлас, берҙәм, тырыштыр, тип һығымта яһалды. Әйткәндәй, юбиляр үҙе лә йомартлығы менән хайран итә: йыл һайын йөҙәрләгән ауылдашын үҙ иҫәбенә гәзит-журналға яҙ­ҙырыуы, әлеге сәфәр барышында пьеса­ла­рының яңы ғына нәшер ителгән тәүге то­мын да бушлай таратыуы мәғлүм булды.
Артабан баш ҡала ҡунаҡтары район үҙәгендә М. Мәхмүдов исемендәге тыуған яҡты өйрәнеү музейын ҡараны, унан һуң биләмә-ара китапханаға “түңәрәк өҫтәл” форматында үтәсәк әңгәмәгә саҡырылды.
Осрашыуҙа матбуғат баҫмаларын сыға­рыусылар халыҡтың үҙҙәренә ҡағылышлы теләктәрен, талаптарын, тәҡдимдәрен ишет­те, журналдарҙы алдырыуҙың уңай­лыраҡ һәм арзаныраҡ ысулдары тураһында кәңәшләште. Баш мөхәррирҙәр булараҡ, Сәлмән Ярмуллин менән Рәлиф Кинйәбаев әңгәмәне бөгөнгө журналдарҙың темати­каһы, тиражды һаҡлауға ҡамасаулаған мәсьәләләр, редакцияларҙың заманса эш йүнәлештәре тирәләй алып барырға тырышты. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡы­тыу­сыларының, китапханасыларҙың әҙип­тәргә шәхси һорауҙары ла бар ине. Мәҫә­лән, Таңсулпан Ғарипованан “Бөйрәкәй” пенталогияһының яҙылыу тарихы хаҡында ҡыҙыҡһындылар, Зәки Әлибаевтан милли әҙәбиәтебеҙҙең киләсәгенә бәйле фекерҙә­рен, фараздарын әйтеүен үтенделәр. Сабир Шәриповтың – ҡыҫҡа хикәйәләр, Әхмәр Үтәбайҙың шиғырҙар уҡыуы йәтеш кенә килеп сыҡты, үҙенә күрә самалап тара­тылған күстәнәс кеүек ҡабул ителде.
Башҡорт әҙәбиәтенең, милли матбуғаты­быҙҙың үҫеш өсөн мөмкинлектәре киң, тине яҙыусылар. Тик теләгәнгә өлгәшеү ки­тап һәм гәзит-журнал уҡыусыларҙан әүҙемлек талап итә. Ихтыяж кәмей икән, яҙылған хәлдә лә, яңы әҫәрҙәр донъя күрә алмаясаҡ. Йәш быуын күңелендә һүҙ сәнғәтенә һөйөү тәрбиәләү йәһәтенән айырыуса тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларына, китапханасыларға ҙур өмөт бағлана. Ә Стәр­лебашта был йәһәттән хәл борсо­лорлоҡ түгел.
Яҙыусының юбилейы уңайынан ойошто­ролған мәҙәни саралар, шулай итеп, тотош­лай матбуғат һәм әҙәбиәт алдында торған көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүгә бағыш­ланды. Ике яҡ та күҙгә-күҙ ҡарашып, асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙәрҙән бик ҡәнәғәт ҡалды.
Ижади байрам бының менән генә сиклән­мәгән икән әле: кис М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры коллективы урындағы халыҡты район мәҙәниәт һарайына Рәлиф Кинйәбаевтың “Әбей урлау” тигән пьесаһы буйынса әҙерләнгән спектаклгә йыйҙы.

Стәрлебаш районы.



Вернуться назад