— Мин бынауһында уйнайым!
— Ә мин, мин, хәҙер ошоға үрмәләйем…
— Оһо, шәп, ивет!
Сәлих ауылы мәктәбенең ихатаһы балаларҙың шат тауыштарына күмелгән. Юҡ, бөгөн бында физкультура дәресе лә бармай, уҡыусылар тәнәфескә лә сыҡмаған — күптән каникул бит инде! Сәбәп башҡала: мәктәп ихатаһында урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына ярашлы 23 объекттан торған спорт һәм уйын майҙансығы асылды. Кескәйҙәр шунда зыҡ ҡуба. Балаларға ғына түгел, хәҙер йәштәр менән ололарға ла һаулығын нығытыу өсөн махсус урын бар. Башҡарылған эштең ҡәҙерен белеп, әүҙем шөғөлләнергә генә ҡала.Ҡапҡалары һәр саҡ асыҡТыуған ауылымдан район үҙәгенә – Ишембай ҡалаһына – барғанда Сәлих аша үтергә кәрәк. Шуға бәләкәй саҡтан күңелдә шундай картина һаҡланып ҡалған: автобуста ауылға килеп инеү менән төҙөк, күркәм йорттар ҡаршы ала, ап-аҡ булып йәйелгән Һәләүектә өйөр-өйөр ҡаҙҙар йөҙә, яр буйында үлән йолҡа. Ауылды сығып, күп тә бармайһың, осо-ҡырыйы күренмәгән баҫыуҙарҙа трактор-комбайндар гиҙә. Һөйөнөскә күрә, был күренеш бөгөн дә һүнеп ҡалмаған: һыу буйында – ҡаҙҙар, баҫыуҙарҙа – тракторҙар, йорттар иһә тағы ла матурыраҡ булып киткән. Тырышһаң, хәҙер бынамын итеп йәшәргә мөмкин шул.
Сәлих Ишембайға “ҡул аяһы тиклем” генә тигәндәй, Стәрлетамаҡҡа ла йыраҡ түгел. Шуға күптәр хеҙмәт урынын нәҡ шул ҡалаларҙа тапҡан. Бер үк ваҡытта урында эшләүселәр ҙә бихисап. Мәҫәлән, “Салауат” ауыл хужалығы предприятиеһы уңыштары менән һөйөндөрә.
Әлбиттә, сәлихтәрҙең булдыҡлылығы мал аҫрауға, ҡалала һәм ауыл хужалығында тырышып эшләүгә генә ҡайтып ҡалмай. Рөфҡәт Дәүләткилдин, мәҫәлән, ошонда магазин тота. Сауҙа урыны бындағы халыҡ өсөн генә түгел, юлсыларға ла бик ҡулайлы. Еңел машиналарҙа үтеүселәр туҡтап, һыу, күстәнәскә сәй-кәнфитен дә ала.
Рамазан Мөхәмәҙуллин иһә, ауылдашынан айырмалы, башҡа кәсеп менән шөғөлләнә: оҫта ҡуллы ир тимер ҡапҡалар эшләп һата. Мөхәмәҙуллиндар ҡасандыр Ишембай ҡалаһында йәшәгән. Ғаилә башлығы сәнәғәт өлкәһендә эшләгән. Тик бер саҡ улар ауылға ҡайтып төпләнергә була. Дөрөҫөрәге, тура килә, сөнки ҙур пландар менән йәшәп ятҡан ғаиләгә бушлай фатир алырға сират килеп етте тигәндә генә бындай мөмкинлек бөтөрөлә. Тик төшөнкөлөккә бирелмәй Мөхәмәҙуллиндар. Ғаилә башлығы: “Тыуған ауылыма ҡайтып өй һалам”, – тип һүҙ бирә һәм әйткәненә тоғро ҡала. Төҙөлөш өсөн материалды үҙе эшләй Рамазан Мостафа улы, аҙаҡ блоктарҙы ла һатыуға сығара башлай. Әммә тора-бара оҫта үҙен икенсе шөғөлдә таба – семәрле ҡапҡалар эшләргә тотона. Әйтергә кәрәк, бындай матурлыҡты булдырыу өсөн иретеп йәбештереү һәләте генә аҙҙыр, Рамазан ағай рәссам сүрәтендә күҙ алдына баҫты. Нисек кенә булмаһын, заказдарҙан өҙөлмәй оҫта.
– Ҡапҡаны күп һорайҙар, кемгә – күп семәрле, кемгә – ҙурыраҡ, бейегерәк… Иң мөһиме — заказдарҙы “ҡапҡаларығыҙ бикле тормаһын” тигән теләк менән тапшырам, – тип йылмая оҫта. Хужаларына киткән ҡапҡалар нисектер, бына Рамазан ағайҙың, ғөмүмән, был ауылда йәшәгән башҡаларҙың да күңел ҡапҡалары һәр ваҡыт асыҡ. Етәксеме ул, ябай эшсеме – кем менән аралашһаң да, ихласлыҡтарына хайран ҡалырлыҡ.
Шундай матур күңелле ғаиләләрҙең береһе Һәләүек буйына һыйынып ултырған йортта йәшәй. Ожмах мөйөшөнә тиң был мөйөштә көн иткән Сөләймәновтар хәҙер әбейле-бабайлы бәхетле ҡартлығын кисерә инде. Хәйер, йәштәрсә тик ултырмайҙар әле – беҙҙе бысҡы менән утын тураған хужа, ит сабып торған хужабикә ҡаршы алды. Үҙҙәренең йәшен әйтеп тормай, бергә ғүмер кисереүҙәренә 55 йыл булғанын ғына билдәләп үткәндә лә “Был тиклем йәшәү дәрте ҡайҙан килә икән?” тигән һорау тыуҙы. Баҡтиһәң, сере бик ябай.
…Әрме хеҙмәтенән ялға ҡайтҡан егет Ишембай ҡалаһында йәшәгән апайҙарына ҡунаҡҡа бара, шунда осрата ла инде Кашафетдин Венераһын. Йәштәр бер-береһен ныҡ оҡшата, тик ҡауышыу түгел, һүҙ ҡушыу ҡайҙа инде ул!
— Беҙҙе димләп өйләндерҙеләр. Элек атай-әсәйҙәр ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарын алдан күреп-белгән осраҡта ғына балаларын башлы-күҙле итә ине бит, – ти Венера Салауат ҡыҙы. – Бабай менән үҙебеҙ ҙә ошо йолаға тоғро ҡалдыҡ: дүрт ҡыҙыбыҙ ауылыбыҙға килен булып төшөп, ошонда уҡ төпләнде, улыбыҙ ғаиләһе менән Салауат ҡалаһында йәшәй.
Эйе, матур тормош юлы үтә Сөләймәновтар, балаларына ла яҡшы тәрбиә биреп, кеше итә. Ошо ябай ғына күренешкә тәрән мәғәнә һалынған. Ғаилә башлығы ла, ҡатын кеше лә һис ҡасан байлыҡ тип үҙҙәрен эстән ашамай, булғанына шөкөр итеп йәшәй. Иң мөһиме – балаларыбыҙҙың һаулығы, киләсәге, тип изге теләктәр менән көн итә. Бынан тыш, ғаиләлә быуындар бәйләнеше ныҡлы, йолаларға, атай-әсәйгә, уларҙың һүҙҙәренә хөрмәт ҙур.
– Эштән бәхетебеҙ булды: әбейең ғүмер буйы сөгөлдөр утаны, һарыҡ ҡараны, минең дә малсылыҡтан баш сыҡманы, – ти Кашафетдин Хәсәметдин улы. Тимәк, эшеңде яратҡанда, балаларыңа дөрөҫ тәрбиә биргәндә, ололарға ҡәҙер-хөрмәт кисергәндә тормошоң да уң була, тамырың ды ныҡлы.
Сәхнәлә – “Ҡыҙ урлау!”
Эйе, рухи яҡтан бай, саф күңелле кешеләр йәшәй бында. Шул паклыҡты йәш быуынға ла һеңдереп ҡалырға тырышалар һәм, әйтергә кәрәк, һүҙ ғаиләләге тәрбиә хаҡында ғына бармай. Ауылда “Дарман” исемле халыҡ театры эшләп килә, балалар иһә “Аҡбуҙат” театрында һәләттәрен үҫтерә. Һәүәҫкәр артистар классиканы ла, заман әҫәрҙәрен дә берҙәй ихлас итеп уйнай, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Хәйер, коллективтың “халыҡ” исемен йөрөтөүе үҙе үк күпкә ишаралыр.
– Был роль оҡшамай, миңә тегеһе кәрәк, тип бер ҡасан да тартҡылашып тормайҙар, үҙҙәренә бирелгән образдарҙы бөтә көсөн һалып яҡтыртырға тырышалар, – ти мәҙәниәт усағының художество етәксеһе Тәнзилә Ғөзәйерова. – Ғөмүмән, ауылда дәртле халыҡ йәшәй.
Дәртлелек мәҙәниәт усағында ғына түгел, башҡа дөйөм эштәрҙә лә сағыла: өмә булһа, “һә” тигәнсе йыйылып, тейешле бурысты атҡарып ҡуялар. Был, һис шикһеҙ, дәртлелеккә генә ҡағылмай, берҙәмлектән һәм “эште еренә еткерергә кәрәк” тигән сәмдән дә тора.
“Юл бар, майҙан төҙөлдө, зыяратты кәртәләп бөтәһе ҡалды”Ошо сәмлелек ауылда байтаҡ эштәрҙе атҡарырға ярҙам иткән. Мәҫәлән, өҫтәрәк телгә алған спорт һәм уйын майҙансығы ҙур баһаға лайыҡ.
…Граждандар сходында берҙәм рәүештә йәнә киләсәк быуынды ҡайғыртып, халыҡ майҙансыҡ төҙөргә тигән ҡарарға килә. Программала сәлихтәр 2016 йылда ҡатнашып, еңеп сыға. Проекттың хаҡы – 850 мең һум. Был сумманың 75 меңен халыҡ үҙе йыйһа, бағыусы булараҡ, 40 мең һумлыҡ ярҙамды “Салауат” предприятиеһы хужаһы Евгений Едих күрһәтә. Конкурс өсөн бөтә балдар ҙа йыйылғас, проекттың тормошҡа ашыуы оҙаҡ көттөрмәй – балалар кинәнеп уйнап та йөрөй инде хәҙер.
– Юл бар, майҙан төҙөлдө, зыяратты кәртәләп бөтәһе ҡалды, – ти Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Әмир Сафиуллин.
Ғөмүмән, ауыл төрлө яҡлап үҫешә. Яҡуп Ҡолмой урамында, мәҫәлән, юл мәсьәләһе ҡалҡҡан була, тик сәлихтәр өҫтән аҡса килгәнен, проекттың раҫланғанын, бюджетҡа ингәнен, подрядсылар килгәнен һәм башҡа бихисап процедура үткәнен көтөп ятмай, эште ауыл Советы аҡсаһына үҙҙәре атҡарып сыға. Был йәһәттән булдыҡлы етәксе Әмир Төхвәт улының сәмлелеген билдәләргә кәрәк. Тик ул да, халыҡ та башҡарған эштән генә ҡәнәғәтлек кисереп ултырырға йыйынмай. Сиратта йәнә ҙур маҡсат: зыяратты кәртәләү эшен тамамларға кәрәк. Шулай киләсәгенә лә, үткәненә лә иғтибарлы сәлихтәр.
Һандар һәм дәлилдәрСәлих ауылында 238 йортта 638 кеше йәшәй. Уларҙың 55-е – уҡыусы, 18-е мәктәпкәсә төркөмдә тәрбиәләнә. Ауылда 242 һыйыр малы һәм 21 ат аҫрала. Урында, мәғариф учреждениеларынан тыш, почта, клуб, мәсет бар, бер нисә магазин хеҙмәтләндерә.
Ишембай районы.