Майҙан туплар Урал рухы05.07.2017
Майҙан туплар Урал рухы“Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәрҙең XIX республика конкурсы ла Бөрйәндә – “Ағиҙел” һауыҡтырыу-тәрбиә лагерында – булды. Уны Башҡортостандың Мәғариф министрлығы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты, республиканың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты һәм ошо район хакимиәте менән берлектә ойошторғайны.


Меңдәрсә йыллыҡ тарихҡа эйә эпосыбыҙҙың йәш быуынды тәрбиәләү, әҙәп-әхлаҡ төшөнсәләренең асылын аңлатыу йәһәтенән әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Шуны күҙ уңында тотоп, республикала әҫәрҙе киң таратыуға ҙур иғтибар бүленә. Әлеге сарала иһә Башҡортостандың төрлө тарафтарынан, шулай уҡ Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынан зона ярыштарында яҡшы һөҙөмтә күрһәткән 28 команда, 109 уҡыусы ҡатнашты.
Йәш сәсәндәр ике турҙа һынау үтте. Тәүгеһендә балалар ҡобайырҙан өҙөктәр һөйләп ишеттерҙе. Шарттарға ярашлы бәләкәйҙәр төркөмө (I – IV кластар) эпостың тулы вариантынан кәмендә 600 юлды ятларға тейеш ине, уртансыларға (V – VI кластар) — 1100-ҙән, иң өлкәндәргә (VIII – XI кластар) 3000-дән күберәккә өлгәшергә кәрәк булды. Бәйгелә Әлшәй, Баймаҡ, Бөрйән, Дәүләкән, Ишембай, Миәкә, Учалы райондары, Сибай һәм Салауат ҡалалары вәкилдәре алдырҙы. Уларҙың рухи хазинабыҙҙың һәр һүҙенә иғтибарлы, ихтирамлы булыуы, тамашасыға йөкмәткене тулы итеп еткерә белеүе, үҙен халыҡ алдында ышаныслы тотоуы, телмәр маһирлығы һоҡланыу уятты. Төрлө образға бик еңел инәләр, араларында думбыра, ҡумыҙ, ҡурай һымаҡ халыҡ ҡоралдарында уйнаусылар бар. Уҡытыусылары, ата-әсәләре менән бергәләп дүртәр-бишәр йыл буйы шөғөлләнгәндәрҙең ҡайһы берҙәре “Урал батыр”ҙы тулыһынса белә!
Икенсе өлөштә Урал батыр вариҫтары, майҙанға йыйылып, эпостан айырым ваҡиғаларҙы сәхнәләштерҙе. Был юлы Баймаҡ, Бөрйән, Ишембай, Учалы, Стәрлетамаҡ райондары, Сибай һәм Өфө ҡалалары уҡыусылары еңде.Майҙан туплар Урал рухы
Сараның икенсе көнөндә балаларға Урал батыр эҙҙәре буйлап мауыҡтырғыс сәйәхәт ойошторолдо. Фольклорсылар уларҙы төрлө ер-һыу атамаларының тарихы менән таныштырҙы, легенда-риүәйәттәр һөйләне. Шүлгәнташ мәмерйәһе, Ҡурыуҙы, Мәсем, Аҡбейек тауҙары, Аҡбулат йәйләүе, Тарыуал яланы, Бабсаҡ бей ҡәбере – Бөрйән еренең ошоноң кеүек бик күп урындары хаҡында телгә алынған данлыҡлы “Урал батыр”, “Аҡбуҙат”, “Бабсаҡ менән Күсәк” кеүек эпостарҙа. Төп ҡобайырыбыҙҙа әйтелеүенсә, тап әлеге төбәктә тереклеккә нигеҙ һалынған, халыҡ тормош асылын, йәшәү ҡанундарын таныған. Сәйәхәттең балаларҙың күңелен күреү тигән маҡсаты бер булһа, икенсенән, йәш быуынды тәрбиәле, Урал рухлы, маҡсатлы, илһөйәр итеп үҫтереүгә йәнә бер ышаныслы аҙым яһалды.Майҙан туплар Урал рухы
Әйткәндәй, ярыш этаптары араһында балалар шулай уҡ “Урал батыр” музейын ҡарарға, Бөрйәндә тыуып үҫкән күренекле фольклорсы ғалим Әхмәт Сөләймәнов иҫтәлегенә бағышланған “Кеше хаҡында хәтер йәшәй икән, ул – тере!” тигән хәтер кисәһендә ҡатнашырға, “Беҙ – Урал батыр вариҫтары” исемле сарала күңел асырға өлгөрҙө.
Өсөнсө көндә булған сара – байрамды йомғаҡлау тантанаһы – бәйгеселәрҙең күңеленә шатлыҡлы ла, тулҡынландырғыс та, бер аҙ һағышлы ла хәтирә булып уйылып ҡалыр. Сығыш яһағандарҙың һәр ҡайһыһына иғтибар бүлергә тырышты ойоштороусылар.
Шулай ҙа иң-иңдәрҙе билдәләмәй булмай. Конкурстың төп бүләге Баймаҡ лицей-интернатында уҡыусы Гөлнара Ҡаҙарбаеваға тапшырылды. Ул шулай уҡ Башҡортостан Мәғариф министрлығының Әхмәт Сөләймәнов исемендәге “Урал батыр” башҡорт халыҡ эпосын өйрәнеүҙе пропагандалауҙағы айырым ҡаҙаныштары өсөн“ премияһының тәүге лауреаты тип танылды. Дөйөм иҫәптәр буйынса иһә Баймаҡ, Бөрйән, Баҡалы, Дәүләкән, Учалы райондары һәм Сибай ҡалаһы командалары юғары баһа алды. Йәш сәсәндәр эпосты тағы нығыраҡ өйрәнергә, киләһе йыл да йыйылып, көс һынашырға килешеп таралды.

Бөрйән районы.



Вернуться назад