Мин йәмле Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан Бәләкәй Моҡас ауылында йәшәйем. Беҙҙең тәбиғәтебеҙ бай һәм матур.
Яҡын-тирәлә ҙур урмандар булмаһа ла, ағас-ҡыуаҡлыҡтарыбыҙ күп, балыҡлы күлдәребеҙ бар. Яландарыбыҙҙа төрлө сәскәләр, шифалы үләндәр үҫә.Йәй буйы Ағиҙел йылғаһында кешеләр рәхәтләнеп һыу инә. Ауыл халҡы яланда бергәләп хуш еҫле һутлы үләндәрҙән бесән әҙерләй. Ялға туҡтаған ваҡытта бал ҡорттарының сәскәнән сәскәгә ҡунып һут йыйыуын, йәшел үлән араһында сиңерткәләрҙең һикереүен күҙәтеү йәнгә рәхәтлек бирә.
Яҙ етеү менән бөтә тәбиғәт уяна. Тирә-яҡ көндән-көн йәшәрә, йәмләнә. Тик ошо ваҡытта үләндәр менән бергә ҡар аҫтындағы сүп-сар ҙа күренә башлай. Һуңғы йылдарҙа тәбиғәтебеҙҙең ҡыйланыуы күңелде ныҡ борсоуға һала. Яр ситтәренә ташланған буш пластик, быяла шешәләр, консерва банкалары, полиэтилен тоҡсайҙың иҫәбе-һаны юҡ.
Бөтә донъя тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнөндә йыл һайын беҙ, мәктәп уҡыусылары, ауылыбыҙҙағы шишмәне, уның тирә-яғын таҙартабыҙ, экологик өмәләргә сығабыҙ. Был эш йолаға әйләнде тип әйтһәм дә була.
Кеше киләсәк хаҡында, алдағы быуындар тураһында ҡайғыртырға тейеш. Тәбиғәтте һаҡлау һәр кемдең изге бурысына әйләнһен. Баҡсаларҙа матур сәскәләр үҫтерәйек, йылға-күлдәрҙе таҙа тотайыҡ. Ер йөҙөндәге ҡоштарҙың, хайуандарҙың да юҡҡа сыҡмауы кешеләргә бәйле.
Бергәләшеп һаҡлайыҡ тәбиғәтебеҙҙе, бөтәһе лә үҙебеҙҙең ҡулда!
Мәләүез районы.