Берҡаҙанға баба ҡошо ла оялар04.07.2017
Яңыраҡ Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Дәүләкән районындағы Берҡаҙан һаҙлығын төҙөкләндереү, уның экосистемаһын тергеҙеүгә аҡса бүлде. Әлбиттә, быға тиклем белгестәр ике йыл дауамында әлеге проектты булдырыу, уны яҡлау маҡсатында арымай-талмай эшләне. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы шулай йыл һайын кешелеккә ҡурҡыныс менән янаған хәүефле урындарҙы тергеҙеүгә аҡса бүлә. Был программа климаттың йылыныуына бәйле төҙөлгән. Ә һаҙлыҡтың кибеүе уның шарттарына тура килә.


Асылыкүл эргәһендәге Берҡаҙан электән һирәк осраған ҡоштарҙың оя ҡорор урыны булған. Бында айырыуса баба ҡошоноң (пеликан) оялауын билдәләргә кәрәк. Уҙған быуаттың 70-се йылдарынан һуң был ҡош Башҡортостанда һирәк осрай. Һаҙлыҡ Асылыкүлде лә һыулап торған. Тик 70-се йылдарҙа уны киптереп, бында торф сығара башлайҙар. Ҡоротоуын тиҙ ҡоро­талар, торф сығарыу ҙа әллә ни оҙаҡҡа һуҙылмай. Ә бына экологик зыяндың һөҙөмтәһен әле һаман татыйбыҙ. Һирәк осрай торған ҡоштар ғына түгел, башҡа­лары ла ояламай хәҙер, Асылыкүл дә һайыға.
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы төҙөкләндереүгә 13,5 миллион һум аҡса бүлгән. Атҡарылған эште үҙ күҙҙәре менән күреү өсөн Дәүләкәнгә тотош делегация юлланған. Етәкселәре – Уганданан Стюарт Вильямс. Уның менән бергә Белоруссия, Әрмәнстан, Азербайжандан да белгестәр килгән. Берҡаҙан Минск экологы Владимир Колтуновҡа айырыуса оҡшаған, сөнки, оҙаҡ йылдар насар хәлдә булыуын иҫәпкә алғанда, һаҙлыҡ экосистемаһын һаҡлап ҡала алған һәм тиҙ арала үҙен үҙе тергеҙә башлауы менән дә үҙенсәлекле. Әле 700 гектар майҙан төҙөкләндерелә, яңыра. Быйыл бында аҡҡоштар ҡайтҡан, ҡоштар кү­бәй­гән, ҡабандар ишәйгән. Бәлки, килә­сәк­тә Берҡаҙанда баба ҡошо ла оялар. Көтәйек...
Василий МАРТЫНЕНКО, Рәсәй Фән­дәр академияһының Өфө биология институты директоры:
– Берҡаҙанды тергеҙеү күптән хәл итеүҙе талап иткән мәсьәлә ине. Ләкин был эште атҡарыу өсөн аҡса табылманы. Шуға ла әлеге программа тураһында ишеткәс, Бер­ләшкән Милләттәр Ойошмаһына мөрәжәғәт итергә булдыҡ. Иң мөһиме ундағы чинов­никтарҙы һаҙлыҡты һаҡлап ҡалыуҙың ни тиклем әһәмиәтле булыуына ышандырыу ине. Был мәсьәләгә Рус география йәмғиә­тенең Башҡортостан бүлексәһе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы һәм башҡа ведомстволар менән берлектә тотондоҡ һәм эште атҡарып сыҡтыҡ.



Вернуться назад